НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » «Ҡурсаҡ – баланың дуҫы, уның аша күпте әйтеп була», –

«Ҡурсаҡ – баланың дуҫы, уның аша күпте әйтеп була», –


ти Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры режиссеры Альберт Имаметдинов
«Ҡурсаҡ – баланың дуҫы, уның аша күпте әйтеп була», –«Театрҙа эшләрмен тип хыялланмағайным да, бөгөн иһә тормошомдо сәхнәһеҙ күҙ алдына ла килтерә алмайым», − ти йәш режиссер Альберт Имаметдинов. Уның үҙенең эше, ошо өлкәгә килеүе, ҡурсаҡтар, актерҙар тураһында ихласлап һөйләүен тыңлап ултырыуы бер кинәнес, нисектер шул ҡурсаҡтар донъяһына барып ингәндәй булаһың. Ысынлап та, йәш режиссер «балалар», «ҡурсаҡтар», «тәрбиә» тигән һүҙҙәргә баҫым яһай. Был аңлашыла ла: кескәйҙәр иң тәүҙә барыбер ҡурсаҡ менән таныша бит. Уның аша донъяға баға, уйынсығына бөтә иғтибарын да бүлә. Шуға ла ҡурсаҡ театры, тәү сиратта, тәрбиәүи йәһәттән мөһим роль уйнай.
Альберт бала саҡта актер булыр­ға уйламаған, ә күпселек малайҙар­ға хас булғанса, уны техника ҡыҙыҡһындырған, милиционер, осоусы булып уйнаған. Һөнәр һайларға ваҡыт еткәс тә БДУ-ның физика-математика факультетына имтихан бирә. Бында ҡолас йәйеп көтмәгәндәр икән, әммә, кем әйтмешләй, уңышһыҙлыҡ бәхеттең башы булған, буғай. Көтмәгәндә, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры өсөн актерҙар әҙерләргә төркөм йыялар, тик егеттәр етмәй, тигәнде ишетеп ҡала ла, Өфө дәүләт сәнғәт академияһы ишеген ҡыйыуһыҙ ғына асып инә.
«Оялсан инем, был холҡом әле һаман һаҡланған, − тип хәтерләй имтихан биргән сағын Альберт. − Ғөмүмән, актерҙарҙы шундай үҙенсәлекле, бөйөк кешеләр тип иҫәпләй инем, комиссия алдында сығыш яһағанда ла уҡырға инеремә ышанып та етмәнем».
Йәш режиссер әйтеүенсә, осраҡлы рәүештә сәнғәт юлын һайлаусылар араһында уңыштарға өлгәшеүселәр бихисап. Ул да дүрт йыл студент булған сағын, дүрт көндәй үтте, ти. Икенсе курста уҡ уҡыу менән бер рәттән театрҙа эшләй башлағанлыҡтан, диплом алыуына инде сәхнәлә шаҡтай тәжрибә лә туплаған була. Профессиональ актер булараҡ эш башлаған йылда, сентябрҙә, хатта 70-ләп спектаклдә уйнай. Йәш актерҙар ике труппала ла − рус һәм башҡорт труппаларында берҙәй тамашалар ҡуя. Альберт Урал батыр, Айболит, Иезекиил («Холодное сердце», В. Гауф) кеүек ролдәрен яратып уйнай. «Ең һыҙғанып, рәхәтләнеп эшләнем», − ти Альберт. Шундай бер мәлдә уның тормошонда тағы бер боролош була. Диплом спектакле ҡуйған саҡта имтихан алыусы комиссия рәйесе Санкт-Петербург дәүләт театр сәнғәте академияһының ҡурсаҡ театры факультеты деканы Николай Наумов була. Ул йәштәрҙе, әгәр артабан уҡырға теләктәре булһа, үҙҙәрендә көтөп ҡалыуын да әйтә. Шулай, уйламағанда Альберт, ул саҡта ғаиләле лә булып өлгөргән егет (кәләше Светлана ла актриса), режиссер һөнәрен үҙләштереү өсөн алыҫ Питерға юл тота. Бында көслө белгестәр уҡыта, студенттарға ҙур талаптар ҡуйыла, хатта курстан төшөп ҡалыусылар ҙа була. Санкт-Петербург − театрҙар ҡалаһы ла. Уларға йөрөү, актерҙар менән танышыу уҡыуға, тәжрибә туплауға ныҡ ярҙам итә.
Альберт Имаметдинов Өфөгә академиянан ҙур маҡсаттар менән ҡайтып төшә. Актер, режиссер, драматург, рәссам һәм, әлбиттә, ҡурсаҡтар бер бөтөн ижадсы булып эшләгәндә генә балалар күңеленә үтеп инерлек тамаша килеп сығасағын яҡшы аңлаған белгес ул хәҙер.
«Балалар нәҡ ҡурсаҡ театрында театр менән тәүләп таныша, йәмәғәт урынында үҙен тоторға, сәнғәт, ҡараған спектакле тураһында фекерләргә, һөйләргә өйрәнә, − ти режиссер, − шуға ла беҙ тамаша ҡуйғанда был әҫәр балаларға нимә өйрәтер, ниндәй фәһем бирер, был ҡурсаҡтың һүҙҙәренән кескәйҙәр нимә аңлар, тип үҙебеҙгә маҡсат ҡуябыҙ». Бөгөнгө заман балаһы бик үҙенсәлекле. Улар һәр нәмәне үҙенсә, бөтөнләй яңыса тоя, һәр һүҙҙе күңеленә һеңдерә. Бында инде ҡурсаҡ-актерҙың яңылыш фекер әйтеүе лә, уйламайынса хәрәкәттәр эшләүе лә күҙ уңынан ысҡынмай. Театр коллективы тәү сиратта балалар иғтибарын йәлеп итеү өсөн тырыша. Бынан тыш, спектаклдәрҙе төрлө йәштәге балалар өсөн һайлап ҡуйырға кәрәк.
Альберт Имаметдинов БР Президенты грантына ҡуйылған «Рух иле» (авторы – З. Бураҡаева) спектаклен үҙенең ҙур эше тип иҫәпләй. Уның фекеренсә, замана балалары бәләкәйҙән үк бөйөк шәхестәребеҙҙе, батырҙарыбыҙҙы, ғөмүмән, тарихта эҙ ҡалдыр­ған милләттәштәребеҙҙе белеп үҫергә тейеш. Шуға ла «Рух иле»н ҡуйырға ҡанатланып тотона. Бында Салауат Юлаев, Әхмәтзәки Вәлиди Туған, Миңлеғәле Шаймо­ратов кеүек милли шәхестәребеҙ − төп геройҙар. Халҡы­быҙҙың ошо билдәле кешеләрен һынландырған ҡурсаҡтар аша балаларға уйын ҡатыш тәрбиәүи тамаша әҙерләгән театр коллективы. Спектаклдең Ш. Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһына тәҡдим ителеүе лә юҡҡа түгел. Әйткәндәй, был премияға режиссерҙың тағы ла «Дюймовочка» спектакле дәғүә итә. Ул − күптәребеҙгә таныш, яҡын, беҙ яратҡан әкиәт.
«Беҙ ҡурсаҡ театрын балалар өсөн генә тип ҡабул итергә күнеккәнбеҙ, ә бит унда өлкәндәргә лә тамаша ҡуйырға мөмкин», − тип алдағы пландары менән уртаҡлаша биреп ҡуйҙы йәш режиссер. Нисек кенә булмаһын, ҙур маҡсаттар менән йәшәй Альберт Имамет­динов. Уның девизы ла − эштән ҡурҡырға ярамай.

А. АҠБУЛАТОВА.

Сығыу ваҡыты 17-05-2011, 10:22 | Ҡаранылар: 2562
|
  • Стәрлеләрҙең һәр тамашаһы сағыу
  • Янғын хәүефһеҙлеге дәрестәрен – спектакль аша
  • Әкиәт илендә
  • «Театр замандан алда атларға тейеш»,
  • 91-се ижад миҙгеленә аяҡ баҫҡанда
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM