НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Шишмә башы


I
Хәмиҙә мәктәптән ҡайтып ингәндә, Нәғимә апай һауыт-һаба йыуып тора ине. Усаҡ алдында һыуынып өлгөрмәгән самауыр шыжлап ултыра. Кейем элгестә пальтолар күбәйеп киткән. Хәмиҙә сисенеп, кейемен элгән арала хужабикә яңылыҡты һөйләй һалып та алды:
– Ҡустыларым килеп төштө әле. Ана, теге яҡта еҙнәләре менән һөйләшеп ултыралар. Брактикаға килгәндәр беҙҙең калхузға. Сәй эсеп алдыҡ гөрләшеп ултырып. Күңелле булып ҡалды, балалар ҙа ҡайта алғаны юҡ ине, алыҫ булғас. Ҡарттар йәштәргә ҡарап йәшәрә, ти. – Шунан шымыраҡ итеп былай тип өҫтәне:
– Өлкәнерәге, сөм ҡара сәслеһе, ҡустымдың улы, силхуз тигән техникумда уҡый, быйыл бөтә инде, Алла бойорһа. Тегенеһе һүрәт төшөрөү үшилишшеһен бөттө, уныһы минең менән олаталаш. Икеһе лә – һинең һымаҡ уҡыған кешеләр. – Һуңғы һүҙҙәрҙе ул ҙур ҡәнәғәтләнеү менән, хатта әллә кем булыңҡырап әйтте. – Ярай, әйҙә, һин сәй эсеп ал, тамағың асыҡҡандыр. Аш мейестә, самауыр ҙа һыуынмаған әле.
Нәғимә апай, ҡулдарын аҡ таҫтамал менән һөртөп, таҫтамалын элде лә ҡустылары эргәһенә инеп китте.
Уның артынан, бер ҡосаҡ китап-дәфтәр күтәреп, Хәмиҙә лә төпкө өйгә үтте. Тыйнаҡ ҡына итеп һаулыҡ һорашты ла үҙенең шаршау менән бүленгән «бүлмәһе»нә инеп китте.
– Хәмиҙә ҡыҙым, күрешеп кит, һинең тиҫтер­ҙәрең алар, – тине Нәғимә апай, Хәмиҙәгә кире сығырға тура килде.
Диванда йәйрәп, кинәнеп, Нәғимә апай ултыра, креслола ҡупшы ғына ултырған Зәйнулла ағай ҡәйнештәре менән әңгәмәләшә. Түңәрәк өҫтәл артында – ике егет.
Хәмиҙә, ҡыҙара биреп, егеттәр менән ҡул биреп күреште.
– Ғилман, – тип беренсе булып ҡулын һуҙҙы сөм ҡара сәсле егет, аяҡ үрә баҫып.
Икенсеһе лә тороп күреште:
– Зөбәйер.
Хәмиҙә ҡабат йылп итеп бүлмәһенә инеп китте. Мәктәпкә генә кейгән матур күк күлдәген сисеп, ҡыҫҡа еңле сәскәле күлдәген кейеп, алғы бүлмәгә үтте.
Төпкө бүлмәлә хәл-әхүәл, туған-тыумасалар тураһында йәнле һөйләшеү барҙы.
Янында берәү ҙә булмаһа ла, Хәмиҙә ашыҡ-бошоҡ ашап алды ла, һауыт-һабаны йы­йыштыр­ғас, эш кейемдәрен кейеп, ишек алдына сыҡты. Ярылған ике ҡосаҡ утынды, таптарҙы өйгә индереп, мейес арҡаһына терәтеп тәңкләп, йылы усаҡ алдына киптерергә һалды, соланды, күтәрмәне һепереп сығарҙы. Шунан Шишмәгә һыуға китте.
Эште йәһәт эшләргә Хәмиҙәне өләсәһе өйрәтте. Әсәһе гел колхоз эшендә йөрөгәс, Хәмиҙә Хәкимә апаһы менән өләсәһе ҡарамағында үҫте. Өләсәләре: «Ваҡыт эрзиңкә түгел ул – ул һуҙылмай, шуға бөтә эште лә үҙ ваҡытында, тиҙ эшләргә кәрәк», – тип өйрәтә торғайны. Атаһы һуғышҡа китеп һәләк булғанда, Хәмиҙә ике йәшлек кенә ҡалған, шуға уны иҫләмәй, күҙ алдына ла килтерә алмай. Шулай ҙа атаһының теләгенә тоғро булды: ул «ҡыҙым маҡтаулы уҡытыусы булыр» тип юраған. Ә Хәмиҙә маҡтаулы тигән һүҙ икән...
Һыуға йөрөр юл оҙон ғына. Ауыл ултырған, ҡасандыр мул һыулы булған йылға хәҙер кесерәйеп, һайығып бөткән, ә ҡышҡыһын уның наҡыҫ ҡына һыуы бөткәнсе туңа. Шуға халыҡ һыуға бер саҡрымдай ерҙә тау ҡуйынынан сығып ятҡан, ҡыш та туңмай торған шишмәгә йөрөй. Уның исемен дә Шишмә тигәндәр.
Юлдың оҙон булыуы Хәмиҙәгә ҡулай ғына. Барып-ҡайтып килгәнсе күпме уй уйлана, хыял ҡабатлана, йыр йырлана! Һыу юлында Хәмиҙә үҙен сәйәхәттә һымаҡ тоя. Ап-аҡ ҡар-келәм ятҡан туғай тындарҙы иркенәйтә, күкрәкте киңәйтә, кәйефте күтәрә лә – һин, ҡанаттарын йәйеп осҡан бөркөт кеүек, аяҙ күктән йөҙәһең. Хикмәтле донъяның матурлығына, серлелегенә хайран ҡала Хәмиҙә. Ҡыш менән йәй нисек алышына? Ниңә ҡар бөртөк-бөртөк булып яуа, ә күктән лыпын ҡолап төшмәй? Ниңә ҡышын йылғаны боҙ ҡаплай, ә Шишмә туңмай?
Һыуға йөрөү Хәмиҙәгә тағы бер рәхәтлек бирә: ул йырларға ярата. Юл оҙон булғас, ярат­ҡан йырҙарын аулаҡта йырлап кинәнә. Халыҡтың бөйөк көйҙәрен ул әсәһе йырлағандан күңеленә һалған. «Зөлхизә», «Ғилмияза», «Уйыл», «Зәлифәкәй», «Сәлимәкәй», «Тәф­тиләү», «Һары ла сәс» йырҙарын ҡайһы саҡ барып-ҡайтҡансы ла йырлап бөтөп булмай. Халыҡ йырҙары тип йөрөтөлһәләр ҙә, уларҙы берәй кеше сығарған бит инде! Ошондай йырҙарҙы сығарыу өсөн ниндәй талант көсө булырға тейеш кешелә!
Хәмиҙә, биҙрәләренә һыу тултырып алып, һалмаҡ ҡына баҫып, ҡайтырға ыңғайланы. Күтәрелеп ауылға ҡарап алды, үҙе фатирҙа йәшәгән өйгә күҙ һалды. Өйҙәге егеттәр иҫенә килеп төшкәс, йөрәге жыу итеп ҡалды. Хәмиҙә тик хәҙер генә, аулаҡта, ике ҡунаҡ егетте күҙ алдына баҫтырҙы.
Ғилман исемлеһе – мыҡты кәүҙәле, дөм-ҡара сәсле, ҡара күҙҙәре ут кеүек янып тора. Үтә ҡыйыу икәне йөҙөнә сыҡҡан. Һүҙ ҙә юҡ, ул урынынан ырғып тороп бер күрешкәндә үк ғашиҡ итерлек матур егет. «Матурҙар һәр ваҡыт ҡыйыу була», – тигән Горький.
Зөбәйер тигәне кәүҙәгә ҡайтышыраҡ, ҡаҡса, ҡуйы һорғолт сәсле, зәңгәр күҙле. Теге егет янында ул төҫкә бик үк матур күренмәй.
«Уңайһыҙ булыр инде улар менән бергә», – тип уйланы ҡыҙ. Ҡайтып инеп, һыуын бидонға бушатты ла күнәктәрҙе түңкәреп ҡуйҙы. Кейемен алмаштыра һалып, етеҙ генә атлап, мәктәпкә китте.

II
Баштараҡ Хәмиҙәгә егеттәр менән бер фатир­ҙа тороу уңайһыҙыраҡ булды, әлбиттә. Ярай әле, шаршау менән генә бүленһә лә, үҙ «мөйөшө» бар. Егеттәргә Нәғимә апай ыҡсым ғына итеп һалынған урындыҡты тәғәйенләне. Ә дәрес әҙерләү, яҙыу-һыҙыу эштәрен Хәмиҙә ошо уҡ бүлмәлә ултырған түңәрәк өҫтәлдә башҡара. «Ярай инде, дүрт айға ҡуян тиреһе лә сыҙаған», – тип, Хәмиҙәгә күнергә тура килде.
Тора-бара бөтәһе лә үҙ урынына баҫты. Күмәге бергә бер ғаилә кеүек булып китте. Йәштәр йорт эштәрен эшләштеләр, утын да быстылар, урамды ла таҙарттылар, малдарҙы ла ҡараштылар. Хәмиҙә йүгереп йөрөп хужабикәнең ҡул аҫтына инә ине. Кистәрен, йыйылышып алғас, әңгәмәләшеп ултырып сәй эсер булдылар. Тормош ағышында бер-береһе менән яҡыныраҡ таныштылар. Нәғимә апай менән Зәйнулла ағай, йәштәрҙе үҙ балаларындай күреп, ҡыуанып бөтә алманы.
Ғилман колхозда практика үтә. Зөбәйер колхоз идараһы йортон, клубты матурлау өсөн һүрәттәр, стендтар эшләү менән мәшғүл.
Ауыл йәштәре менән дә аралашып йәшәнеләр. Хәмиҙә инде, уҡытыусы булғас, әллә ҡасандан үҙ кеше ине. Ғилман йәштәр араһына бик тиҙ инеп китте. Ҡыйыу булғас, киске уйындарҙа ул, был ауыл кешеһе булмаһа ла, ҡап уртала йөрөй, ойоштороусы ла булып китә. Бер ҙә тартынып тормай, бейергә төшкән ҡыҙҙар­ҙың кемеһе менән булһа ла өйрөлөп сыға. Ғилман арыу ғына йырлай ине. Үҙешмәкәр түңәрәккә йөрөүселәр ҡуйған концерттарҙа ҡатнаша башланы. Матурлығына, ҡыйыулығына хайран ҡалып, ғашиҡ булып бөткән ҡыҙҙар, ул йырлаһа, гөрләтеп, беренән-бере уҙҙырырға тырышып ҡул сабыр инеләр. Шулай егет, ауылға килгәненә күп тә үтмәйенсә, байтаҡ ҡыҙҙың йөрәгенә ут һалып өлгөрҙө.
Зөбәйер ҙә уның менән клубҡа бара, ләкин уның кеүек осоп төшөп йөрөмәй, һапалы ултыра. Гармунда яҡшы уйнаһа ла, ауыл гармунсыларының алдына сыҡмай, әммә уйнаһа, өҙҙөрә генә. Ул бейеү көйө уйнағанда, бер кеше лә урынында ултырып сыҙамай һәм яңғыҙ бейеү күмәк уйынға әйләнеп китә.
Хәмиҙә гел генә уйынға йөрөй алмай, сөнки уның ваҡыты һәр саҡ иҫәпләнгән, самалы. Дәрестәрҙе үткәреп, балалар менән айырым эшләп, йәмәғәт эштәрен башҡарып ҡайтҡас та уның бик күп яуаплы эше ҡала. Иң мөһиме – дәрестәргә ижади әҙерләнеү, туҡтауһыҙ методик яҡтан белем үҫтереү, китаптарҙа эҙләнеү һәм яңы алымдар, күнегеүҙәр табыу. Унан тыш, тауҙай дәфтәрҙәр тикшерелә. Кистәрен ата-әсәләр менән осрашып, әңгәмәләр үткәрелә. Мотлаҡ уҡыусыларҙың өйҙәренә барып, дөйөм ғаилә хәлдәрен өйрәнеү талап ителә. Уҡый-яҙа белмәгәндәрҙе хәреф танытып, фамилияларын яҙырға һәм ҡул тамғаһын ҡуйырға өйрәтергә ҡушылған. Малсылыҡ фермаһына агитатор итеп тә ҡуйғандар, унда барып политинформация үткәрергә һәм гәзит сығарырға кәрәк. Хәйер, уҡытыусының эше һанап бөтөрөрлөкмө ни инде? Етмәһә, Хәмиҙә юғары уҡыу йортона инергә тип ниәтләнә һәм уҡырға ла әҙ-мәҙ ваҡыт бүлә. «Уҡытыусы кеше һәр ваҡыт итәк-еңен йыйып, алдын-артын ҡарап йөрөргә, һәр хәрәкәтен уйлап эшләргә, һүҙен үлсәп һөйләргә тейеш», – тип өйрәттеләр уларҙы. Шуға ул клубҡа ла егеттәр менән бергә сығып китмәй, ә күрше ҡыҙы, үҙенең тиңдәше Райфа менән бара. «Ауыл халҡының күҙе осло, берәйһе берәй генә фекер әйтһә, оло хәбәргә олғашып китергә мөмкин», – тип айбана. Уйын аҙағынан да алдараҡ ҡайтып китә. Хәмиҙәнең артынса, ғәҙәттә, Зөбәйер ҡайтып инә, ә Ғилман ҡыҙҙар­ҙы оҙатышып йөрөп ҡала.

III
Ғилман, ауыл ҡыҙҙарының күңелен арбап йөрөһә лә, Хәмиҙәне лә иғтибарһыҙ ҡалдырманы. Уның эргәһендә лә уралып маташты. Ҡапма-ҡаршы тап булышҡанда, ҡыҙҙың юлын бикләп, әрһеҙлек менән уға яҡынайырға самаланы. Ләкин ҡыйыу егет нисек кенә үткерлеген файҙаланмаһын, Хәмиҙә уны үҙенә яҡын ебәрмәне. Уның һайын егеттең сәме, ныҡышмалылығы арта ине.
Бер көн Хәмиҙә дәрес әҙерләгәндә Ғилман, уның ҡаршыһына ултырып, балаларҙың дәф­тәр­ҙәрен ҡараған булып, шаян һүҙ һөйләп, иғтибарын яуларға тырышты. Хәмиҙә дәфтәр алам тип ынтылғайны ғына, Ғилман уның ҡулынан тотоп алды. Ҡыҙ һикереп килеп торған ыңғайы ултырғысы артҡа ауып китте. Утын ҡосаҡлап инеп килгән Зөбәйер, утынын иҙәнгә һала һалып, урта ишекте асып ебәрҙе. Быймаһын да сисмәгән көйө етеҙ генә килеп инеп, иҙәндә ятҡан ултырғысты ултыртты ла:
– Ниңә эшләгән кешегә ҡамасаулап ултыраһың? Әйҙә, тышҡа сыҡ, унда эш күп, – тине Ғилманға ҡаты ғына итеп.
– Әйҙә һуң, – тип сығып китергә мәжбүр булды әрһеҙ егет.
Тышҡы ҡиәфәте менән матур булһа ла, холҡо менән Ғилман Хәмиҙәгә оҡшамай. Иң яратмағаны – уның елбәҙәк булыуы, ҡыйыулығының саманан ашып тороуы. Ҡыҙҙар алдында башлыса матурлығы һәм батырлығы менән уңыш ҡаҙанып йөрөүсе егет. «Еңел-елпе», – тип баһаланы уның холҡон Хәмиҙә.
Ә Зөбәйер – бөтөнләй икенсе кеше. Уның, киреһенсә, һәр һүҙе, һәр хәрәкәте мәғәнәле. Уйламай бер ни ҙә эшләмәҫ, еңел һүҙ һөйләп ултырмаҫ. Ғилман кеүек, бер ҡарауҙа күҙгә салынып бармаһа ла, ул үҙенсә матур ине. Һомғол буй-һыны, ныҡ баҫып, төп-төҙ атлап йөрөүе, зәңгәр күҙҙәренең асыҡ ҡарашы, эскер­һеҙ йылмайыуы – бөтәһе лә Хәмиҙәгә ныҡ оҡшай. Ә алдына аныҡ маҡсат ҡуйып, шуға бөтә көсөн һалып эшләй белеүе уҡытыусы ҡыҙҙы һоҡландыра.
Зөбәйер ике йыл элек училище бөткән, үҙҙәренең ауылында эшләгән. Бында уны Ғилман өгөтләп алып килгән. Хәҙер Зөбәйер артабан уҡырға йыйына, шуға ла уның ҡулынан китап төшмәй. Хәмиҙә менән икеһенең дә ниәттәре уртаҡ булып сыҡҡас, һөйләшеүҙәре лә гел бер йүнәлештә булды. Улар нисектер яҡынайыбыраҡ китте. Һирәк-һаяҡ булһа ла, аулағыраҡ саҡта Хәмиҙә Зөбәйерҙән диктанттар яҙҙырып ҡараны, тарих буйынса әңгәмәләшеп алалар.
Өйҙә Зөбәйер менән генә ҡалған саҡты Хәмиҙә көтөп ала, уның менән үҙен әллә нисек ышаныслыраҡ һиҙә, һүҙ менән әйтеп биреп булмай торған күңел рәхәтлеге тоя. Зөбәйер уға ҡарата шундай яғымлы, мөләйем, иғтибарлы. Хәмиҙә баҙнат итеп уның зәңгәр күҙҙәренә ҡараһа, иҫе үңгәләп китер һымаҡ. Ә зәңгәр юлаҡлы аҡ күлдәген кейеп, ҡаршыңда йылмая биреп торһа, аҡылыңды юймам тимә!
Шулай ҙа Хәмиҙә йөрәгендә тәүләп уянған татлы тойғоһон бик тәрәнгә йәшереп йөрөттө.
Зөбәйер ҙә уҡытыусы ҡыҙ менән һаҡ мөғәмәлә итте. «Ошондай эшлекле, тәрбиәле, һөйкөмлө ҡыҙҙың егете булмай булмаҫ... Ғилман ни эшләр? Ҡыҙыҡай кемде һайлар икән?» – тигән әлегә яуапһыҙ һорауҙар йөрөнө уның башында.
Көндәр аҡҡан һыу һымаҡ үтә торҙо. Шаулап, дәртле яҙ килде. Бар тәбиғәттең йәшәреп, йәшелләнеп ҡайтанан тыуыуы менән бергә йәштәр йөрәгендә кешенең иң изге, иң гүзәл, иң көслө тойғоһо – мөхәббәт бөрөләнде.

IV
Йәй етте. Уҡыуҙар бөттө. Хәмиҙә отпуск алғансы эшләргә тейеш ине әле. Ғилман, практикаһын ослап, уҡыған еренә китте. Зөбәйер эштәрен тамамлау өҫтөндә.
Июнь баштары ине. Нәғимә апай менән Зәйнулла ағай күрше ауылға шәмбе көнгә туйға саҡырылғайны. Ҡунаҡҡа иртүк, көтөү ҡыуғас та сығып киттеләр.
– Хәмиҙә ҡыҙым беҙҙең донъяны көтөшөп өйрәнде инде ул, бирешмәҫһегеҙ әле. Иртәнсәк көтөүгә тора алһағыҙ – шул инде. Былай Маһикамал күршегә лә әйтеп ҡуйғанмын, күҙ-ҡолаҡ булырһың, тип. Ярай, имен-аман тороғоҙ. Хәйерле юлға булһын! – тип яғымлы итеп һөйләнә-һөйләнә Зәйнулла ағайҙы ҡушлап ултырып алды Нәғимә апай.
– Хәйерле юл! – тип оҙатып тороп ҡалды Хәмиҙә менән Зөбәйер.
Хәмиҙә өйгә инеп китте. Бүлмәләрҙе йыйыштырып, аласыҡҡа сыҡты. Ике ҡулына ике бөртөк утын тотоп, Зөбәйер уның янына килде:
– Икәүләп донъя көтәбеҙ инде, – тип, утындарын Хәмиҙәгә бирҙе лә, байғош төҫө сығарып, аласыҡ тупһаһына ултырҙы.
Хәмиҙә шаңҡылдатып көлөп ебәрҙе:
– Ҡаҡшатаһың икән былай булғас! Ярай, бойоҡма, – тине мәрәкәләп, – мин самауырҙы яңыртайым, сәй эсеп алырбыҙ.
– Мине эшкә сәй эскәс ҡушырһың, Хәмиҙә, йәме, – тине лә егет өйгә инеп китте.
Ҡыҙ самауырҙы ҡағып, яңынан һыу ҡойҙо ла, тере күмер һалып, торба ҡуйҙы. Аласыҡта ваҡ-төйәк эш менән булғансы, аҡ самауыр ҙа ҡайнап сыҡты. Уны ялтыратҡансы һөртөп, сәй һалайым тип сәйнүккә ынтылғайны, күтәрмәлә Зөбәйер торғанын күреп ҡалды. Зәңгәр юлаҡ төшкән аҡ күлдәгенең еңдәрен терһәгенә тиклем төргән, иҙеүен ысҡындырған. Күтәрмәгә баҫып, ауыл аръяғындағы баҫыуға төбәлгән. «Һүрәтен еренә еткерә инде, – тип уйланы Хәмиҙә. – Ниндәй мөһабәт булып тора ул! Зәңгәр күҙҙәре аяҙ күк кеүек. Зәңгәр юлаҡлы күлдәге бигерәк килешә үҙенә!»
Ай, үҙәктәре өҙөлөүе ҡыҙ баланың! Яратыу ҙа еңел түгел шул әҙәм балаһына!
Хәмиҙә аласыҡ тәҙрәһенә барып терәлде. Бынан уны Зөбәйер күрмәй ине.
Йөрәкте ярып сығып килгән һөйөү тойғоһо үҙенән-үҙе шиғыр юлдарына һалынды:
Зәңгәр күҙем минең, аяҙ күгем,
Тулған айым, яҡты ҡояшым,
Һағынып көткән мөхәббәтем минең,
Хыялымда йөрөгән юлдашым!
Үҙен ҡулға алып, Хәмиҙә самауырҙы күтәреп алып сыҡты.
– Ҡана үҙем, – тип Зөбәйер самауырҙы өйгә алып инеп китте лә кире сыҡты.
– Арыманыңмы әле, Зөбәйер, бик тырышып эшләйһең дә баһа, – тине Хәмиҙә.
– Тырышам шул, «берсиҙәтел» ағайҙың заказын үтәйем бит. Ошо эште бөткәс тә ҡайтып китәм.
– Шулаймы ни?
– Бер-ике көнлөк кенә эше ҡалды инде.
– Шулай икән дә, – тине Хәмиҙә, уйлағаны икенсе булһа ла. Уның йөрәге өҙөлөп төшөп киткәндәй булды. Зөбәйер менән айырылышыу һағышы уны тетрәтте.
– Мин сәй ултыртам, – тине Хәмиҙә, һөйләшеүҙе ялғап.
– Ярай, сәй эсеп алайыҡ әле, – тине лә егет ҡул йыуырға боролдо. Хәмиҙәнең, әйтерһең, күген болот ҡапланы. Ул өҫтәлгә ашамлыҡтар ултыртты, сынаяҡтар ҡуйҙы. Ләкин ҡыҙҙа сәй эсеү ҡайғыһы киткәйне инде. Ул самауырының күңелле шыжлап ултырғанын да ишетмәҫ булды. Йөрәге ярылырҙай булып һыҙлай.
Кәйефенә баш була алмай, ул үҙенең бүлмәһенә барып инде лә ишек шаршауын тартып ҡуйҙы. Ошо ваҡыт Зөбәйерҙең:
– Хәмиҙә, мин ҡулды йыуҙым, сәй эсергә әҙермен! – тигән күңелле тауышы ишетелде. Хәмиҙә, ни эшләргә лә белмәй, алдында ятҡан китапҡа тотондо һәм уны асҡылай башланы.
– Хәмиҙә? – тип һораулы тауыш менән өндәште егет. Яуап булманы. Зөбәйер ишек шаршауын асып ебәрҙе – арҡаһы менән торған ҡыҙ, әйләнеп тә ҡарамайынса, төпкәрәк, тумбочкаһына табан атланы. Китабы иҙәнгә төшөп китте.
– Хәмиҙә, – тине Зөбәйер, аптырап. – Ни булды?
Хәмиҙә тағы өндәшмәне.
Зөбәйер, бүлмәгә үтеп, ҡыҙҙы йомшаҡ ҡына итеп яурындарынан тотто ла үҙенә табан борҙо. Хәмиҙә уға ҡалҡып ҡарарға ла ҡыйманы.
– Нимә, Хәмиҙә?
– Зөбәйер... Мин... Һин...
Бер һүҙҙе әйтә алмай аҙапланды ҡыҙ бала. Зөбәйер, әлбиттә, бөтәһен дә аңланы, ләкин уның тилерткес һүҙҙең үҙен ишеткеһе килә ине.
– Хәмиҙә, бер ҙә тартынма, әйт, зинһар!
Был һүҙҙәр ҡыҙ балаға әҙерәк ҡыйыулыҡ бирҙе.

Сәбилә СӨЛӘЙМӘНОВА.

(Дауамы бар).

Сығыу ваҡыты 14-05-2011, 15:03 | Ҡаранылар: 2785
|
  • Йәшлектәге саф мөхәббәт…
  • Аллаһ бирһә, Аллаһ теләһә, тиң
  • Үс
  • Шишмә башы
  • Дуҫ тураһында һүҙ
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM