RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

16.04.2011 Юмор салаты

Юмор салатыБаш ҡалабыҙҙағы Конгресс-холл ҡаршыһында торған бик күп егет һәм ҡыҙҙы күреп, әллә индермәйҙәрме икән, тип килһәм, баҡтиһәң, эскә үтергә һыу буйы сират икән. Ә бина эсендә кеше тағы ла күберәк. Йылдан-йыл командалар ғына түгел, улар өсөн «ауырыусылар» һаны ла, туған телендә көләмәстәр ишетеп, рәхәтләнеп көлөргә теләүселәр ҙә арта ғына бара.
Быйыл «Шаян уйын» етенсе тапҡыр уҙғарылды. Былтыр ете команда ҡатнашһа, быйыл иһә – 19. Бик бай фантазия, үткер күҙ һәм актер оҫталығы берләшкәндә генә залды шаулата аласаҡһың. Гран-при яулаған «Страйк» командаһы кеүек, мәҫәлән. Уларҙы КВН яратыусылар һәйбәт белә. Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡунаҡтарын хәҙер өфөләр һағынып көтөп ала. Сығыштары ла йылдан-йыл ҡыҙыҡлыраҡ. Улар бүтәндәр күрмәгәнде күрә, көлкөлө итеп тамашасыға ла еткерә белә. БСТ-ның «Сәләм» тапшырыуында ашарға бешереүҙәрен күрһәтеп, тамашасыларҙы күҙҙәренән йәш сыҡҡансы көлдөрҙөләр. ҡ. Дәүләткилдиев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназияһынан «Рәссамдар» командаһы үҙенсәлекле сығыш күрһәтте. Улар башҡорт йырҙарын нисек аңлауын һүрәттәрҙә сағылдырҙы. «Иң һәйбәт уйын моменты» номинацияһының тап уларҙа булыуы осраҡлы түгел. Ейәнсу­раларҙың «Бытбылдығы»ның (3-сө урын) айырыуса Космонавтика йылын оҫта күрһәтә алыуы тамашасы күңеленә хуш килде. Бер генә кешенән торған «Кесерткән» командаһы ла («Иң стилле команда»), үҙҙәренең ко­ман­да исемен «Төп-төрөҫ» тип аңлатҡан «ТТ» командаһы ла, тик ҡыҙҙарҙан ғына торған «Иркәләр» ҙә («Йыл асышы»), «Шаяниум»да еңеү яулап, үҙҙәрен «Шаян уйын»да һынап ҡарарға килгән «ХХ централ» да («Миҙгел хиты») – күпме команда, күпме көләмәс, күпме яңы исемдәр асты конкурс. Баш­ҡорт дәүләт аграр университетының «Бажалар» (2-се урын) командаһын да яратты тамашасы. Шулай булмай, улар сәхнә өсөн генә яратылған актерҙар тиерһең. Килештереүҙәре! «Иң шәп көләмәс» номинацияһын Сибайҙан «Булһасы» командаһы яулауға өлгәште. Ә тәүге урын – БДПУ студенттарының «Алты йөҙ» командаһында.
Әммә уйындың ҡайһы бер уйланылып етмәгән яҡтары бар кеүек тойолдо. Финалға әҙерәк, әммә һәйбәт әҙерләнгән командаларҙы ғына сығарыу отошло булмаҫ инеме икән? Әлбиттә, был сәхнә йәш командаларға үҙҙәрен танытыу өсөн һәйбәт майҙан булып тора. Тик тамашасы һөйөүен яулар, уларҙың рухи ихтыяждарын ҡәнәғәтләндерер өсөн күптән бөтәһе лә белгән көләмәстәр генә килешеп етмәй шул.
«Шаян уйын» үҫә. Ә юлда ҡатмарлыҡтар ҙа осрамай тормай. Уларҙы еңеү өсөн тамашасы фекерен дә белеү кәрәктер.

«Шаян уйын» көләмәстәре

Беҙ сығышыбыҙҙы халыҡ һүҙҙәре менән тамамларға булдыҡ: «Салауат» – чемпион!»
«Гел дә за», Өфө.

* * *
– ҡара әле, ҡара. ҡыҙҙар капрон колготкалар кейә башлаған.
– О-о-о. Тимәк, йәйге тәгәрмәстәргә күсергә ваҡыт.
Ейәнсура йәштәре берлеге.
«Бытбылдыҡ».

* * *
«Һеҙгә бер көләмәс һөйләйем әле, тип башланды ҡоролтай йыйылышы».
«Һупайлы дәрүиштәре»,
136-сы башҡорт лицейы.

* * *
Сәхнәгә һыңар итекле егет килеп сыға.
– Бер итегеңде юғалттыңмы ни?
– Юҡ, таптым.
«Бажалар», БДАУ.

Руфина ДӘҮЛӘТОВА.
Фәнил АБДУЛЛИН фотолары.










Оҡшаш яңылыҡтар



Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә

03.06.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә


Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

30.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Тотоп һөйөрлөк кенә!

30.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Тотоп һөйөрлөк кенә!


Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән  ҡотлайбыҙ!

Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам


Ололарҙы ололайыҡ,  кеселәрҙе кеселәйек!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Ололарҙы ололайыҡ, кеселәрҙе кеселәйек!


Башҡорт киноһы үҫешһен

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Башҡорт киноһы үҫешһен


Телебеҙҙән оялмайыҡ!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Телебеҙҙән оялмайыҡ!


“Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт “Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”


Мин сәләмәт тормош яҡлы!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин сәләмәт тормош яҡлы!


Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...


Үҙебеҙ һайлаған юл

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Үҙебеҙ һайлаған юл


Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Тамырҙарымда башҡорт ҡаны аҡҡаны менән ғорурланам

Улар алдында баш эйәбеҙ

13.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Улар алдында баш эйәбеҙ


Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Мин – россиянмын!

10.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин – россиянмын!


Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!

19.04.2016 - Конкурстар » Йәшлек гүзәле Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!


Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Кешеләрҙең тәнен генә түгел, күңелен дә дауалаясаҡ ҡыҙ

Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Һылыу ҙа, һәләтле лә беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары!