НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Тарихсыларға тиңләшеүсе булманы

Тарихсыларға тиңләшеүсе булманы


Тарихсыларға тиңләшеүсе булманыОшо көндәрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында «Йыл уҡытыусыһы – 2011» конкурсы еңеүселәрен тәбрикләү тантанаһы үтте. Унда БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина, БР мәғариф министры Әлфис Ғаязов, «Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Ишмөхәмәтов һәм башҡалар ҡатнашты.
– «Йыл уҡытыусыһы» конкурсы республикабыҙҙа иң матур традицияларҙың һәм мәғариф системаһында иң әһәмиәтле социаль проекттарҙың береһенә әүерелде. Был конкурс заман менән бергә атлаусы, яңыса фекерләүсе һәләтле уҡытыусыларҙы асыҡларға ярҙам итә. Рәсәйҙә Уҡытыусы йылы тамамланыуға ҡарамаҫтан, педагогтарға иғтибар кәмемәй. Күптән түгел «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Мәғариф» тип аталған яңы проектының ҡабул ителеүенә шаһит булдыҡ. Яңы проект уҡытыусының эш хаҡын 30 процентҡа күтәреүҙе күҙаллай, – тине БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина, конкурста ҡатнашыусы уҡытыусыларҙы сәләмләп.
Быйылғы конкурста барлығы 123 уҡытыусы ҡатнашты. Улар араһында төрлө фән белгестәре бар. Конкурс сиктәрендә рус теле һәм әҙәбиәте, татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ла иң яҡшы тел уҡытыусыһы исеменә һынау тотто. Конкурстың һәр төрө, ул асыҡ дәрес булһынмы, инновацион проектты яҡлау, оҫталыҡ дәресе йәиһә әңгәмә-бәхәс булһынмы – уҡытыу­сының профессиональ оҫталығын, методик белемен, ойоштороу һәм балалар менән эшләй белеү һәләтен асыҡлауға йүнәлтелгән. Әл­биттә, конкурс еңел түгел, йылдар буйы тупланған тәжрибә һәм үҙ өҫтөңдә туҡтауһыҙ эшләү генә һынауҙарҙы лайыҡлы үтергә ярҙам итә. Бәйге йомғаҡтарынан күренеүенсә, республикабыҙ уҡытыу­сылары үҙҙәренең һайлаған һөнәренә тап төшөрмәй. Бик күп конкурсанттың төрлө номинациялар буйынса еңеүсе тип билдәләнеүе шул хаҡта һөйләй. Финалға биш уҡытыусы сыҡты. Улар – Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Галина Чекмарева, Кушнаренко районынан Эльза Ғәлләмова, Ҡариҙел районынан Камил Солтанов, Нефтекама янындағы Әмзә ауылынан Анна Лебедева һәм Туймазы ҡалаһынан Евгений Ромадов. Әйткәндәй, финалсыларҙың дүртәүһе – тарих уҡытыусыһы. Бына бит беҙҙә тарихсылар ниндәй көслө!
Тарихсыларға тиңләшеүсе булманы«Йыл уҡытыусыһы» тигән маҡтаулы исемгә Туймазы ҡалаһының 1-се гимназияһы уҡытыусыһы Евгений Ромадов лайыҡ булды.
– Кем үҙенең коллегалары, дуҫтары, уҡыусылар уратыуында был сәхнә түрендә баҫып торған, беҙҙе уларҙан да яҡшыраҡ аңлаусы кеше юҡтыр. Күңелде һөнәрең өсөн ғорурлыҡ тойғоһо биләп ала һәм был һөнәрҙе юҡҡа ғына һайламауыңды яҡшы аңлайһың. Конкурс беҙгә тағы ла яҡшыраҡ булыу, тырышыбыраҡ эшләү өсөн көс бирә. Бер-беребеҙ менән аралашып, башҡаларҙың тәжрибәһен өйрәнеп, беҙ тағы ла камиллашабыҙ, конкурстан алған ялҡынды һуңынан уҡыусыларыбыҙға таратабыҙ, – тине ул үҙенең сығышында.
Тарихсыларға тиңләшеүсе булманыЕвгений Ромадов тарихтан һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәненән уҡыта, педагогик стажы 14 йыл. Үҙенең уҡытыусылыҡ эшмәкәрлегенең төп маҡсатын һәр яҡлап үҫешкән, мәҙәниле һәм юғары әхлаҡлы шәхес тәрбиәләүҙә күрә. Талапсан, ҡәтғи, әммә шул уҡ ваҡытта изге күңелле, һәр саҡ яңы идеялар менән яныусы уҡытыусыны уҡыусылар ҙа ярата, ата-әсәләр ҙә хөрмәт итә. Эҙләнеүсән, ижади ҡарашлы мөғәллим 2002 йылда «Педагогик инновациялар» Бөтә Рәсәй асыҡ конкурсында лауреат дипломына лайыҡ була.
Телселәр араһында Өфө ҡалаһының 101-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Инна Бодрова һәм Дүртөйлө районының Семилетка урта дөйөм белем биреү мәктәбенең татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Заһиҙә Камалова үҙ эшенең оҫтаһы тип танылды.

Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.

Сығыу ваҡыты 16-04-2011, 10:22 | Ҡаранылар: 1549
|
  • «Балаларға хеҙмәт итәм»
  • Телһөйәр һәм илһөйәрҙәр барҙа, йәшәйәсәк башҡорт теле!
  • Иң көслө уҡытыусы 83-сө лицейҙан!
  • Йыл уҡытыусыларына – премия
  • Йөрәгендә – балаларға һөйөү, Уйҙарында – бары изгелек
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Бала тәрбиәләүсе ғаиләләр өсөн ташламалар һәм пособиелар
  • Кешегә исем бүләк итәләр
  • Иҙел бит ул...



  • Радио Юлдаш FM