НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Беренсе тайм тамам

Беренсе тайм тамам


йәки «Салауат Юлаев»тың иң шәп көйәрмәндәре ауылда йәшәй
Республикабыҙҙа, ысынлап та, хоккей һөйөүселәр күп икән. Яңы­раҡ беҙ улар өсөн ойошторған викторина йәнә ошо фекерҙе иҫбатланы. «Йәшлек»тең почта йәшниге көн дә тулып торҙо, электрон адресыбыҙ ҙа бушаманы. Дөйөм әйткәндә, хоккей һөйөүселәребеҙ редакция иғлан иткән бәйгенең беренсе таймында әүҙем ҡатнашып, барыһы тиерлек дөрөҫ яуап бирҙе.
Беренсе һорауға күптәр даими беренселек менән Гагарин кубогы еңеүселәрен бутаған. Даими беренселек ул – бына әлеге плей-офф алдынан тамамланған бәйге. Быйылғы еңеүсе һымаҡ, «Салауат Юлаев» унда өс йыл рәттән алдын­ғылыҡты бирмәне. Тимәк, яуап: беренсе урын.
Икенсе һорауға ла икеле яуаптар алдыҡ. Бында ла күптәр буталған. Эйе, баш тренерыбыҙ Вячеслав Быков – Силәбе хоккей мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе, тик ул унда алты йәшендә ата-әсәһе менән Мари Республикаһынан күсеп килә. Яуап: Вячеслав Быков 1960 йылдың 24 июлендә Мари АССР-ның Русский Шолнер ауылында тыуған. Шуға ҡарамаҫтан, беҙ ике яуапты ла ҡабул итәбеҙ.
Өсөнсө һорауға инде барыһы ла дөрөҫ яуап биргән. Виктор Козлов 52 һаны аҫтында сығыш яһай.
Дүртенсе һорауға төрлө яуаптар булды. Әммә күбеһе дөрөҫ яҙған. Ысынында беҙҙә алты легионер уйнай. Якуб Клепиш, Томаш Староста, Мирослав Блатяк, Роберт Нильсон, Патрик Торесен, Эрик Эрсберг. Белоруссиянан Констан­тин Кольцов менән Ҡаҙағстандан Виталий Колесник, КХЛ регламенты буйынса, улар составына инмәй. Ҡурҡынысы юҡ. Һеҙ уларҙы легионерҙар рәтенә индер­һәгеҙ ҙә, хата юҡ.
Инде бишенсе һорау. Бында иһә 100 процентлы һөҙөмтә. 2007/08 йылда «Салауат Юлаев» үҙ тарихында башлап һуңғы тапҡыр уйнатылған Рәсәй беренселеге чемпионы исемен яуланы.
Алтынсы һорау. 11 һаны аҫтында «Салауат Юлаев»та кем сығыш яһай, тигәйнек. Бында ла яңылышыусылар юҡ тиерлек. Өфөләр составында был һан аҫтында уйнаусы хоккейсы юҡ.
Ниһайәт, етенсе һорауға ла сират етте. Барыһы ла дөрөҫ яуап биргән. Плей-оффта «Салауат Юлаев» командаһы ярымфиналда «Аҡ барс» уйынсыларынан еңелеп, төп бәйгенән төшөп ҡалды.
Һигеҙенсе һорауға ла аныҡ яуап биреүселәр күп, әммә ҡайһы берәүҙәр Венер Сафинды, һөжүмсе, тигән. Был дөрөҫ түгел. Ул һаҡсы булды.
Туғыҙынсы һорау: Башҡортос­танда нисә профессиональ хоккей клубы бар? Күптәр дөрөҫ яуап биргән. Тик яңы ойошторолған «Ағиҙел» ҡатын-ҡыҙҙар командаһын әлегә күптәр белмәй, ахыры, уны исемлеккә индермәгән. Улар дүртәү – «Салауат Юлаев», «Торос», «Толпар» һәм «Ағиҙел».
Һәм һуңғы – 10-сы һорауға нисек итеп дөрөҫ яуап бирмәҫкә? КХЛ-дың һәм «Салауат Юлаев»тың иң көслө һөжүмсеһе Александр Радуловтың тыуған яғын нисек белмәҫкә? Әлбиттә, дөрөҫ. Ул Түбәнге Тагилдан.
Шулай итеп, викторинаның беренсе таймы артта ҡалды. Еңеүселәрҙе билдәләр алдынан шуны иҫкәртеп үтке килә: электрон адресҡа яуаптарығыҙҙы ебәргән саҡта өй адресығыҙҙы тулыраҡ яҙһағыҙ ине.
Ун һорауға ла дөрөҫ итеп һигеҙ уҡыусыбыҙ яуап ебәргән. Шуларҙың икеһе генә тулы адресын яҙған, ҡалғандары яҙырға онотҡан.
Айсар Нәбиуллин, Бөрйән райо­ны, Нәби ауылы.
Рәмил Муллабаев, Мәсетле райо­ны, Йыланыш ауылы.
Радмир Йәнбирҙин.
Арыҫлан Байрамғолов.
Гөлнур Ҡолшәрипова.
Фәнилә Латипова.
Илнар Бөхәрмәтов.
Элиза /еliza4714@mаil.ru/

Бер генә хата ебәреүселәр ҙә байтаҡ. Учалы районынан Гөлназ Йомағужина, Бөрйән районынан Инсур Үтәбаев, Баймаҡ районынан Фәрүәз Рафиҡов, адресһыҙ – Зәйтүнә Солтанғолова, Радмир Әхмәтғәлиев, Зәлиә Шәрипова, Динара Дилмөхәмәтова-Ғәйнет­динова, Ғәфүр, Илназ, Илзира һәм Фәнил Әлимғужиндар, Дим Әбдел­ғужин. Шулай уҡ Булат Заһитовты, Фәнил Торомтаевты, Рим Бик­миевты, Айнур Зәйнет­диновты, Юлай Әлибаевты, Фәрғәт, Зинира, Гөлсөм, Гөлиә Әлимғу­жиндарҙы билдәләп үтке килә. Афарин!
Сират ll тайм һорауҙарына етте. Бында «Салауат Юлаев» командаһына ғына түгел, СССР, Рәсәй хоккей тарихына ла ҡағылып үтмәксебеҙ.
Икенсе тайм 26 февралдән 14 мартҡа тиклем барасаҡ. Викторина һорауҙарын www.ye02.ru һәм nur-sport.ru сайтында ла ҡарай алаһығыҙ һәм яуапты беҙҙең редакция адресына йә электрон адресҡа – еshlek@ufa.agidеl.ru. – ебәрә алаһығыҙ.
Cудья Нур ҠӘҘЕРБАЕВ.

Сығыу ваҡыты 26-02-2011, 14:29 | Ҡаранылар: 2029
|
  • «Салауат Юлаев» командаһы ҡатнашлығында КХЛ беренселегенең 2012/2013 йыл миҙгеленең уйындар календары
  • Икенсе тайм тамам, һуңғыһына әҙерһегеҙме?
  • Викторина һорауҙары
  • Иң шәп көйәрмәндәрҙе бәйгегә саҡырабыҙ
  • «Салауат Юлаев» Волковтан баш тартты
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM