RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

19.02.2011 Хужа беҙҙең арала

«Шарикмы, Тузикмы?»

Гөлназ 1-се синыфта уҡый. Дәрестә «э» хәрефен өйрәнгәндәр. Оҙай­тылған көн төркөмөндә тәрбиәсе Гөлназды уҡытып ҡарарға була. Ә ҡыҙыҡай «э»не онотҡан да ҡуйған. Тәрбиәсе, «Әлифба» битендәге эт һүрәтенә күрһәтеп, «э» өнөн айырып алмаҡсы булып:
– Был нимә? – тип һорай.
– Шарик, – ти Гөлназ.
Тәрбиәсе, аптырап:
– Ни эшләп Шарик булһын инде? – ти.
– Әтеү, Тузикмы? – ти Гөлназ.

«Тәкәһе төшөп ҡалды»

Август айында һарыҡ йөнөн ҡырҡабыҙ. Бер тәкәне тота алмай ҡалдыҡ, ҡуранан сыҡты ла ҡасты. Ярай әле урам ҡапҡаһы ябыҡ ине. Тәкә ҡапҡаға барып бәрелде лә, мөгөҙө һынып сыҡты. Быны күреп ҡалған Эльвира (Өфө ҡыҙы, өләсәһенә ҡунаҡҡа килгәйне):
– Өләсәй, һарыҡтың тәкәһе төшөп ҡалды, – тип ҡысҡырып ебәрҙе.
Эй, рәхәтләнеп көлдөк. Хәҙер һарыҡ йөнөн ҡырҡҡан һайын: «Ысҡынып китмәһен, тәкәһе төшөп ҡалыр», – тип мәрәкәләйбеҙ. Ә ҡала ҡыҙы тәкәлектең билдәһе мөгөҙ икән тип уйлаған.

«ҡайҙа барһын, тудох-сюдох барҙы»

Беҙҙең ауылда мәҙәк һүҙле ике бабай бар ине. Йомағол бабай – «В наших краях урманых нетох, кругомох полях», «тудох-сюдох» тигән һүҙҙәрҙе, ә Тимербай бабай «ҡайҙа барҙы»ны бик йыш ҡулланыр ине (хәҙер икеһе лә мәрхүм инде, ауыр тупраҡтары еңел булһын).
Бер ваҡыт уларҙың улдары Мулланур менән Ишмырҙа «төшөрөп» ултыралар икән. Бер аҙ ултыр­ғас, Мулланур, Ишмырҙаны шаяртырға булып:
– ҡайҙа барҙы? – тигән. Ишмырҙа ла аптырап ҡалмаған.
– ҡайҙа барһын, тудох-сюдох барҙы, – тип яуаплаған.
Был мәрәкәләү халыҡ телендә һаҡланып ҡалған.

«Иремде бирегеҙ»

Башҡорттарҙа борон егет яғында туй оҙатҡанда ишек төбөндә сәрмә тотоу йолаһы булған. Сәрмәне еңгәнең бикәстәре, ҡәйнештәре тота. ҡоҙалар ишектән сыҡҡанда аҡса һалырға тейеш. Йыйылған аҡса бикәстәргә, ҡәйнештәргә була.
ҡәйнештең туйында беҙ ҙә был йоланы үтәнек. Бер ҡоҙабыҙҙың түләргә аҡсаһы булмай сыҡты. Сәғәтен һалырға теләмәй. Шул саҡ ҡоҙасабыҙ түҙмәне:
– Мәгеҙ, күстәнәскә һалған араҡығыҙ. Иремде бирегеҙ.
Бик оҙаҡ һаҡланды был һүҙ беҙҙең күңелдә. Шулай инде, ир бирмәк – йән бирмәк, тип халыҡ белмәй әйтмәгәндер.

Мәҙинә АБДУЛЛИНА.
Стәрлебаш районы,
Үрге Шәкәр ауылы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә

03.06.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә


Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

30.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Тотоп һөйөрлөк кенә!

30.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Тотоп һөйөрлөк кенә!


Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән  ҡотлайбыҙ!

Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам


Ололарҙы ололайыҡ,  кеселәрҙе кеселәйек!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Ололарҙы ололайыҡ, кеселәрҙе кеселәйек!


Башҡорт киноһы үҫешһен

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Башҡорт киноһы үҫешһен


Телебеҙҙән оялмайыҡ!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Телебеҙҙән оялмайыҡ!


“Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт “Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”


Мин сәләмәт тормош яҡлы!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин сәләмәт тормош яҡлы!


Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...


Үҙебеҙ һайлаған юл

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Үҙебеҙ һайлаған юл


Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Тамырҙарымда башҡорт ҡаны аҡҡаны менән ғорурланам

Улар алдында баш эйәбеҙ

13.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Улар алдында баш эйәбеҙ


Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Мин – россиянмын!

10.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин – россиянмын!


Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!

19.04.2016 - Конкурстар » Йәшлек гүзәле Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!


Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Кешеләрҙең тәнен генә түгел, күңелен дә дауалаясаҡ ҡыҙ

Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Һылыу ҙа, һәләтле лә беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары!