НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Үткән дә генә ғүмер, ҡалған хәтер...

Үткән дә генә ғүмер, ҡалған хәтер...


89 йәштә хәҙер Вазифа әбей. Дөрөҫөрәге, туҡһандың өҫтөндә. Егерме беренсе йылғы аслыҡ йылында тыуған ул. Кеше аслыҡтан ҡырылған, ә ул тотҡан да тыуған да ҡуйған, үҙе әйтмәксе. Әсәһенең эсенә бер инеп ятҡас, нишләһен, ҡара тояҡ ҡарында ятмай бит инде, мөҙҙәте еткәс, донъяға яр һалған. Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығын да күрҙе бына быйыл, бәхете булғас, ғүмерен биргәс. Бәхете булғас, тиһә лә, күңеленә таш, тамағына төйөр тығылған әле уның бөгөн, тик илай алмай – күҙ йәштәре кибеп бөткән. Йәшһеҙ генә йәне һыҡтай Вазифа әбейҙең. Иларға сәбәбе лә бар шул, сөнки өмөтө ҡыйралды бөгөн. «Тыл ҡаһармандары» тигән китап өмөттәрен селпәрәмә килтерҙе. Алдында ятҡан ҡыҙыл тышлы «Тыл ҡаһармандары» китабының «Ғ» хәрефенә башланған бөтә фамилияларҙы бармаҡ йөрөтөп ҡат-ҡат уҡып сыҡты, ләкин үҙен тапманы. Юбилей һайын бирелгән миҙалдарының береһе менән был битте билдәләне лә, «Шәрәфет­динова» фамилиялы ҡатын-ҡыҙҙар­ҙың исемлеген уҡып сыҡты – әллә ҡыҙ саҡтағы фамилияһы менән яҙҙылармы икән? Бабайы менән ЗАГС-ҡа бик һуң торғайнылар – икеһенә лә пенсияға сығырға ваҡыт етеп, документтар юллай башлағас ҡына, никах ҡағыҙы кәрәк буласаҡ, тигәс. Ғәлиева Вазифа Сәйетғәле ҡыҙы ла юҡ, Шәрәфетдинова Вазифа Сәйетғәле ҡыҙы ла юҡ. Һы. Бына ғәжәп. Һуғыш сыҡҡан йылды егерме йәше тулған Вазифаны, балаһыҙ йәш киленде, кем өйҙә буш ятҡырып ҡуйҙы икән ул саҡта? «Ни мужыт быйт», – ти торғайны бабай­ғынаһы, берәй нәмәгә аптыраһа, Вазифа әбей ҙә, китаптың биттәрен аса-яба: «Ни мужыт быйт», – тип бер нисә тапҡыр ҡабатланы.
Ышанғыһы килмәне әбейҙең, биткүҙен һалҡын һыу менән йыуып алды ла, китаптан тағы үҙен эҙләй башланы. Был юлы күҙлеген кейеп алды, юғиһә аҡ ҡағыҙға оҙаҡ текәлеп, күҙҙәре талған икән. Күҙлекһеҙ ҙә һәйбәт күрә туҡһанын ҡыуып килгән инәй. Үҙе алдырған гәзиттәрҙең бик ваҡ хәрефле ерҙәрен генә уҡый алмай.
Уй, Алла, бар! «Бар, бына торам! Бармын, как булмай, ни мужыт быйт булмаҫҡа! Бына – Ғәлиева Вазифа Сәйетғәле ҡыҙы, 1926 йылда тыуған, «Ҡыҙыл байраҡ» колхозы ағзаһы». Аһ -аһ, тыуған йылын нишләптер яңылыш яҙғандарсы… Тик шунда ғына үҙенең бөтөнләй икенсе район кешеләре яҙылған биттәргә барып юлыҡҡанын аңланы Вазифа әбей. Тамаҡ төбөндәге ҡаты төйөр шартлап ярылды, әсе күҙ йәштәре лә кипмәгән булған – даръя булып урғылды. Кеше шул тиклем дә ымһыныр икән… Үс иткәндәй, ҡалай исем-шәрифтәре тап килә һуң әле… Һыңҡылдап иланы Вазифа әбей, яҫтығына бөгәрләнеп кенә ятып иланы. Бәләкәс кенә ҡураныс кәүҙәһе бер яҫтыҡҡа һыя ла ҡуя шул. Һы, тип баш сайҡап ала ла, бер аҙ тын ғына ята, ни мужыт быйт, тип тә ебәрә. Оҙаҡ иланы, китапты күкрәгенә ҡыҫып. Уны ситтән тыңлап торған кеше өҙөк-йыртыҡ ишетелгән: «Ә мин һуң… Атыу ништәп… Мына инде…» – тигән һүҙҙәренән бер нәмә лә аңламаҫ ине.
Китапханасы Шәүрәнән һоратып алдырҙы әлеге китапты. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында тылда эшләгәндәр, хеҙмәт армияһында булғандар тураһында Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығынан алда китап сығар­ғандар икәнде белә ине ул. Беҙҙең силсәүиткә ингән ауылдарҙағы бөтөн кешене яҙғандар, шул бар, был да бар, анау ҙа бар, мин дә бар, әллә кем апайым, әллә кем ҡоҙасам да бар хатта, фәләндең исем-фамилияһын ғына яҙғандар, төгәнде ике тапҡыр яҙғандар хатта, тип бисәләр ауыҙ һыуы ҡороп әллә ҡасандан бирле һөйләй ине. Нишләп, һине лә яҙғандар, тимәй­ҙәр икән, тип, береһе әйтмәһә, береһе әйтер әле, тип көтәүелләне һаман, тик берәү ҙә ниңәлер өндәшмәне уның тураһында. Шуға күрә үҙе күреп, ҡулына тотоп уҡығыһы килде ул китапты, тик йә һаман сират етмәй торҙо, йә китапханасы алып килергә онота ла ҡуямы шунда. Китап уҡырға ярата ул Вазифа әбей. Анау бер йылды мәктәп балалары осрашыу иҫтәлеге итеп биргән «Утлы йылдар ауазы» китабындағы шиғырҙарҙың күбеһен ятлап бөткән хатта. Һаман да «Ағиҙел», «Башҡортостан ҡыҙы» журналдарын алдыра. Яңғыҙ йәшәгәнгә күрәлер инде, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙ яҙыусыларҙы үҙенә бер серҙәш, әңгәмәсе һымаҡ күрә . Уҡыу ғына теймәгән заманында Вазифаға – ҡара иҫәпкә унан да шәп кеше юҡ, ә ундағы иҫ, фәлсәфә аптырамалы.
Кисә кис һуң ғына килеп инде Шәүрә – отпускыһы бөтөп, яңы саҡ эшкә сыҡҡан икән. Көн оҙоно китаптары, гәзит-мәзиттәре менән булышып, саҡ буш ваҡыт тапҡан, һуң булһа ла индереп биреп ҡуяйым, тип килгән. «Бына, инәй, теге әйткән «Тыл ҡаһармандары» китабы. Был икенсе томы. Беҙҙең район бына ошо икенсе томда. Үҙегеҙ яйлап ҡарап сығығыҙ, иғтибарлы ғына итеп уҡығыҙ, – тине. – Үҙебеҙҙең район, ауыл кешеләре тураһында мин дә уҡыным. Тик ҡайһы бер ерҙәрендә хаталары бар шикелле». Ниңәлер уңайһыҙланған һымаҡ ҡына һөйләште. Башҡа саҡта теле телгә йоҡмаған был киленгә ни булған, тип уйлап ултырып ҡалды Вазифа әбей. «Мин дә уҡыным, хаталары ла бар шикелле», – тигәйне, Вазифа әбей­ҙең юҡ икәнен белгәнгә, үҙегеҙ яйлап уҡып сығығыҙ, тигән икән.
Гөлбаҙыян ҡоҙығыйын ҡараһын әле, Харрасова Гөлбаҙыян Фәтҡулла ҡыҙын. Бер туған ҡоҙағыйы түгел, үҙенең балалары булманы Вазифаның. Гөлбаҙыян – һеңлеһенең ҡәйнәһе, Әхмәтйән кейәүенең әсәһе. Гөлбаҙыяндың шахтёр ире бик иртә үлгән, берҙән-бер улы Әхмәтйәнде иркәләп кенә үҫтереп ир еткереп алып килгәндә, һуғыш сыҡҡас, Белорет урмандарына ағас ҡырҡырға хеҙмәт армияһына алалар 16 йәшлек үҫмер егетте. Күпме йөрөгәндер инде унда, ул тиклемен белеп тә бөтмәй Вазифа, әллә онотҡандыр, ишеткәне булһа ла. Белореттың ҡара урмандарынан үлмәле булып ҡайтып инә Әхмәтйән.
«Бер көндө кискеһен бер үҙем генә инем. Ҡиәмәтлек ҡыҙым Сәрбиямал яңы ғына ҡайтып киткәйне. Һуҡыр шәмгә ут алып, һике өҫтөнә ултыртып ҡына тора инем, берәү шым ғына килеп инде. Кем тип тә әйтә алмайым, күрше-тирәнең берәй малайы кәрәсин һорапмы, әллә башҡа йомош менән индеме икән әллә, тиһәм, берәүһенә лә оҡшамай баяғы. Йәнә ундай һонтор малай беҙҙең тирәлә берәүҙә лә юҡ. Инде лә ишек төбөндә тик тора. Әллә нисек итеп ҡыҙыҡ ҡына кейенгән. Өҫтөндәге нәмәне кейем тип тә әйтеп булмай, аяҡҡынаһында ла әллә нимә, ялан аяҡ түгел былай. Нуйәбер айы ине, ҡара һыуыҡ килеп тороп, ҡары ғына юҡ. Әллә нимә тип һүҙ ҡуша, ишетмәйем дә ҡуям. «Тәҙрәңде ҡор», – ти икән. Атаҡ-атаҡ, тәҙрәңде ҡор, тип тороп ни әле, уат һин аны, әйҙә, ыступай, юлыңда бул, тип ҡулыма сипсы тотоп алғайным, «Әсәй, ысынлап та танымайһыңмы ни?» – тине баяғы. Хоҙаүәннә, Мәүләм! Балаҡайым! Улай ҙа ябыға икән кеше… Биткенәһе баламдың – бер танау ҙа ике ҡолаҡ. Тәҙрәләремде көпләнем, ишегемде нығытып бикләнем. Арыған, асыҡҡан, йонсоуҙың аръяғына сыҡҡан, бетләп, ҡысыулап бөткән балағынам… Тамағына ашаттым да, нимә тип һүҙ башлар икән, тип көтөп торам. «Әсәй, мин ҡасып ҡайттым», – тигәс, урындыҡҡа ултыра төштөм. «Әсәй, минең өсөн ҡурҡма, ҡайғырма», – тигән була. Ҡурҡмай торған заман инеме һуң… Бер ҡул менән ауыҙҙы, икенсеһе менән артты баҫып ҡына йөрөлдө инде, дөрөҫөн әйткәндә, ул саҡтар­ҙа. Һай, мәхшәр саҡтар булды ла һуң. Шәйхелислам ҡустымды ла вракнаруд тип аттылар бит утыҙ етелә. Өфөлә обкомда эшләй ине. Ә мына хәҙер балаҡайым ҡасып ҡайтҡан да килгән… Уй, Аллаҡайым, башымдан мең төрлө уй елеп үтте. «Биләриттә үлеп ятҡансы, аниһә һуғышҡа китеп үләм мин, әсәй, үҙем теләп барып яҙылам да. Тегенән малайҙар менән шулай тип һөйләшеп ҡастыҡ. Үҙең теләп һуғыш­ҡа китһәң, Биләриткә кире ҡыумай­ҙар, ти, әсәй», – тигән була балаҡай­ғынам…» Шулай тип һөйләгәйне Гөлбаҙыян ҡоҙағыйы Вазифаның һеңлеһе Файзаны әйттерә килгәндәрендә. Ун ете йәш ярымда ғына һуғышҡа китә Әхмәтйән кейәүе, ике йыл ярым яу эсендә йөрөй. Яу баҫылғас, тағы биш йыл хеҙмәт итә Латвия тигән илдә. Гөлбаҙыянды ла, яңғыҙ ҡатынды, ул ауыр йылдар­ҙа колхоз эшенән бушатмағандар­ҙыр, эшләмәгән эш ҡалманы инде беҙҙең, ти торғайны ул да. Бөтәһе лә фронт өсөн, бөтәһе лә Еңеү өсөн, тип ал-ял белмәй, көн-төн тимәй эшләнеләр инде һәр ерҙә ул саҡта.
Ғибр-ә-ә-әт, Харрасова Гөлба­ҙыян да юҡ! Кит артабан, кем эшләгән һуң атыу тылда һуғыш ваҡытында, улай булғас? Ғәжәбең дә етмәҫ. Ҡайһы бер ерҙәрендә хаталары бар шикелле, тигән була Шәүрә, хата ғына түгел был, ҙур ғәйеп! Кем яҙҙыр­ған икән был китапҡа мәғлүмәттәрҙе?
Туҡта, бабайын табып уҡыманы ла баһа. Ғәлиев Ғилфан Мөьмин улы, 1917 йылғы. «Ҡыҙыл байраҡ» колхозының ағзаһы. Комиссиянан комиссияға йөрөтөп, саҡырта торғас, күҙе насар күргәнлектән, һуғышҡа ебәрмәнеләр. Ә 42-се йылдың ҡыш башында хеҙмәт армияһына алып киттеләр. Мәскәү эргәһендә ниндәй­ҙер бер заводта эшләгән Ғилфан, уны һаҡлауҙа ла ҡатнаш­ҡан. Крыша башына менеп, пажар тушит итә торғайныҡ, тип һөйләр ине. Йыйын урыҫ араһында йөрөп, үҙе лә урыҫсаға хатта шымарған ине ҡайтҡанында, ике һүҙҙең береһенә урыҫ һүҙе ҡушып һөйләр ине тәүҙәрәк. Һуңынан был ғәҙәтен ташланы. Беҙҙекеләр сит илдәргә сығып һуғыша башлағас, быларҙы рәхмәттәр әйтеп ҡайтарып ебәргәндәр. «Һеҙ хәҙер үҙ ауылығыҙҙа ла бик кәрәк, унда ла, бында эшләгән һымаҡ, ударно эшләгеҙ», – тип әйткәндәр. Бабайы шулай тип һөйләй торғайны.
Тапты. Килештергәндәр икән әпәт. Ғәлиев Ғилфан Усман улы, тип баҫтырып сығарған булғандар. Бүтән ере вис тап килә, ә бына атаһының исемен Мөьмин тип яҙмағандар. Тракторист, тип яҙып ҡуйған булғандар, етмәһә. Ҡайҙан ғына тракторист булһын ул, ғүмер буйы колхоздың йылҡыһын, башҡа малын көттө. Ыстаға­фирулла, ни хәл был, ә?
Китапты тәҙрә төбөнә һалып, тышына усы менән шапылдата һуҡты ла, әбей урындыҡтан төштө. Бабайы һалған урындыҡты ташламай, һаман да боронғоса ашъяулыҡтар йәйеп ебәреп, ҙур еҙ батмусына тәм-томдарын ултыртып, затлы ниғмәттәрен теҙеп һалып сәй эсә Вазифа әбей. Уның самауыры әҙер булыуға бер-ике әбей килә һалып етә. «Ышпиундар, ошолар­ҙан йәшереп бер нәмә ашап булмай», – тип юрамал орошҡан булһа ла, уларҙың килеүенә бик риза әбей. Көн оҙоно ултырып гәпләшәләр, элеккеләрен иҫкә алалар, бөгөнгө ҡайһы бер күңел ҡырған нәмәләргә әсенәләр. Бигерәк тә эскән бисәләр­ҙе ене һөймәй Вазифа: «Ҡороғор, кейәңкеләргә беҙҙең заман кәрәк ине», – тип ҡуя.
Самауыры күмере бөткәнсе ҡайнаған икән. Нишауа, хәҙер тағы терелтеп ебәрер. Төшкө тамаҡ мәле лә еткән – балалар мәктәптән ҡайта башланы. Самауырын терелтеп ебәр­ҙе лә, тупһала бер килке тороп, тирә-йүнгә һоҡланды. Эй матур көҙ тора.
«Дә, бабай, Мөьмин улы түгелһең икән әле үҙең, ә әллә ниндәй Усмандың улыһың, ташҡа баҫып тороп шулай яҙғандар. Ана, ышанмаһаң, үҙең ҡара. Һай, үҙең күрһәң, төкөрөнә-төкөрөнә зыр әйләнеп китер инең. Үәт, һиңә ни мужыт быйт…» Ҙурайттырып стенаға элеп ҡуйған фотоға ҡарап, шулай һөйләнеп алды ла урындыҡ ситенә ултырып, бер аҙға онотолдо.
Ҡырҡынсы йылдың йәйге селләһенән алда булды Ғилфан менән Вазифаның ҡоҙаһы. Вазифа әбей элеккесә һөйләй һаман да – туй тимәй ул, ҡоҙа, ти.
Имән ауылында бер ҡыҙ бар, ҡулынан да, теленән дә килә, тик ун туғыҙ йәше тулһа ла, һаман кейәүгә сыҡмаған, тип ишеткән Ғилфан. Егерме өс йәше тулып үтһә лә, кәләш алмаған Ғилфан да ҡарт егеттәр рәтендә. Бик алыр ине лә, дәрт бар – дарман юҡ. Осон осҡа ялғап саҡ көн күрәләр әсәһе менән мунсалай ғына туҡалаҡ өйҙә. Шул ҡыҙҙы барып күрәйек, һөйләшәйек, тип килгәндәр ағаһы Шәкир менән. Килделәр, күрҙеләр. Ҡылый ҙа, көмрө лә түгел ҡыҙ, киреһенсә, бик һөйкөмлө, матур, аҡ ҡына йөҙлө, көләкәс ҡарашлы. Тик шуныһы – буйға бик бәләкәй икән. Улайға китһә, Ғилфан үҙе лә «митр ярым – палтара». Ҡап- ҡара сәсле, күк күҙле егетте Вазифа ла бер күреүҙә оҡшатты, еңгәһе Бибиғәйшә аша: «Барам, риза», – тип әйттерҙе…
Һай, ғүмер, әле бына яңы ғына һымаҡ ине ошо мәлдәр. Илле биш йыл бергә ғүмер иттеләр. Төрлө саҡтар булды. Ауыры ла, еңеле лә бергә ишелеп барҙы.
Самауыры яңынан ҡайнап сыҡҡайны ғына, Гөлүрә, һеңлеһе Файзаның ҡыҙы, килеп инде. Ул да мәктәптән ҡайтып бара. Уҡытыусы булып эшләй, ҡырҡ йыл булып килә. Әллә ниндәй маҡтаулы исемдәр алып бөттө, үҙе һаман эшләй. Ошо йылыңды тултыр ҙа, оштобы ялға сыҡ, тип ҡушты Вазифа. «Есть!» – тип көлә, мәрйә. Төҫө тас Гөлбаҙыян ҡоҙағыйы бит әле үҙе, икенсе Көлпәс әбей. Ә холҡо – Вазифаныҡы. Үҙенән тыуған бала, тиерһең. Файзаһының биш ҡыҙы араһында Гөлүрәне генә ниңәлер бигерәк яҡын күрҙе. Вилүрә, Зәһүрә, Миңзәлә, Ғәлимә лә, инәй, тип өҙөлөп торҙо, ә Гөлүрә, гүйә, тик уныҡы ғына. Бәхетенә күрә, алай ҙа Гөлүрә ошо ауылға кейәүгә сыҡты, яңғыҙ ни эшләр ине ошо көндә әбейең. Вазифа әбей әйткәнсә, «сос работник» килгән көндәрҙә генә килмәй Гөлүрә. Соцработник Рәйфә, ысынлап та, сос, тилбер, йүгереп йөрөп Вазифа әбейҙең бөтә эштәрен эшләп, хәбәрен дә һөйләп, «бисәләр радиоһы»ның яңылыҡтарын да еткереп өлгөрә.
Тәҙрә төбөндә ятҡан «Тыл ҡаһармандары» китабын шунда уҡ күрҙе Гөлүрә, ә Вазифа өләстең (бөтә ауыл шулай тип йөрөтә әбейҙе) шешмәкләнеп киткән күҙҙәрен, ҡыҙарынып киткән йөҙөн һиҙмәмешкә һалышты. Ул белә инәһенең, тағы аруҡ кешеләрҙең, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ниндәйҙер бер аңлашылмаусанлыҡ арҡаһында тыл ветерандары исемлегенән төшөп ҡалғанлығын. Тейешле ерҙән, кәрәкле кешеләрҙән һорашып, белешеп бөткән. Ундай етешһеҙлектәр башҡа райондар буйынса ла байтаҡ табылған икән. Китапты өҫтәп, яңыртып ҡайтанан баҫтырыу ҡаралған, тинеләр. Ләкин уныһы әлегә Хоҙай ҡулында. Ул китаптарҙы сығарыу алдынан һуғыш осоронда эшләгән кешеләрҙең иҫәндәре менән осрашып, һорашып, дөрөҫләп ҡалыу кәрәк булғандыр, тип уйлай Гөлүрә. Ауыл советында эшләгән эштәр идарасыһы биргән документтар ғына етмәй, әлбиттә, өҫтәүенә, ҡайһылыр бер йылда янғын булып, байтаҡ ҡағыҙ янған икән. Ярай, Вазифа инәһе тыныс­ланғас, килеп һөйләп, аңлатыр әле Гөлүрә.
Нимәгә иланың, тип һораһаң, барыбер әйтмәйәсәк бөгөн был «партизан» әбей. Сәй эстеләр, юҡ-бар нәмәләр тураһында һөйләштеләр ҙә инәһенең әҙерләп ҡуйған бер-ике бөртөк керен алып, Гөлүрә ҡайтып китте. Вазифа әбей уның аҡылына, зирәклегенә бик риза булып ултырып ҡалды.
Тәҙрә эргәһенә килеп ултырҙы. Урамдан ара-тирә кешеләр үтә. Ҡайһыларын таный, ҡайһыларын танып өлгөрмәй ҡала. Үҙе лә һиҙмәҫтән тағы уйға сумды. Күҙҙәре – тәҙрәлә, күңеле – әллә ҡайҙарҙа.
Кешенең хәтерен тын ғына аҡҡан тәрән йылғаға оҡшата Вазифа әбей. Ағып китеп бара, китеп бара, юл ыңғайы уға шишмәләр, йылғасыҡтар килеп ҡушыла. Ҡайһылары таҙа, ҡайһылары буръяҡ һыуҙарын килтереп ҡоя, бәғзеләре иһә өҫтән шарлауыҡ булып, һикереп, тәкмәсләп килеп ҡушыла ла, йылғаның һыуын ҡайнатып, өйрөлтөп ебәрә. Иҫенә төшөрөргә яратмаған буръяҡ хәтирәләрҙән Вазифа әбей тиҙ ҡотолоу юлын тапҡан – «Үткән эшкә салауат», – ти ҙә, хәтер китабының ул битен баяғы шикелле шапылдата яба ла ҡуя. Йылдар үтеү менән күңелендә тик матур хәтирәләр генә һөҙөлөп ҡалып килә. Йәнде әсендергән, бәғер­ҙе телгән ваҡиғалар ҙа етерлек, хәтер иләгенән үтә төшөрөп булмай уларын. Нисек оноторһоң, кулактарҙы бөтөрәбеҙ, тип башланған анау афәтте? Атаһы Сәйетғәле, колхозлашыу башлан­ғас, кәзә көтөргә лә эшкинмәгән төҙ елкә Рәхмәй мал ҡәҙерен белер микән колхозсы булып, тигән. Мал биреп инәм кол­хозға, мәгәр үҙ аттарымды үҙем егәм, тигән. Колхозлашыуға ҡаршы, тип, собственник, тип, АСА-ның 58-се статьяһы буйынса хөкөм итеп, әллә ҡайҙарға ебәрҙеләр. Антисо­ветская агитация, тип аңлатты Гөлүрә АСА-ны. Ете йыл йөрөп ҡайтҡайны ғына, был һуғышы сыҡты. Тағы алдылар Шәрәфетдинов Сәйетғәлене хеҙмәт армияһына. Ошо Гөлүрәһенең әсәһе, Файза һеңлеһе, бахыр, бәләкәй саҡта атай, тип үҫмәне инде.
Анау бер йылы Гөлүрә менән Вилүрә ҡыҙҙары олаталарының исемен аҡлаған документтарҙы юллап таптырып алды, тартып алынған мөлкәт өсөн хатта һигеҙ мең һум аҡса ла сығарып бирҙеләр ҡайҙандыр. Ул аҡсаға Вазифа ҡул ғына һелтәне. «Һи… Һигеҙ мең… Пеш… Һа-а-а-й, беҙҙең байлыҡ… Зәрә бай булдыҡ бит ул беҙ. Дошман күҙе ҡыҙырлыҡ та булды шул…»
Китапты яңынан ҡулына алһа ла, асырға ашыҡманы Вазифа әбей, тағы хәтер йылғаһында йөҙөп китте. Һай, үткән дә генә ғүмер…
Үҙ балалары булманы Вазифаның. Бәпәй табып, күкрәгенең аҡ һөтөн имеҙеп ултырыу бәхетенән мәхрүм булды шул. Һуғыштан алда ла көттөләр бала булыр тип, өмөттәре аҡланманы. Ғилфан хеҙмәт армияһынан йөрөп ҡайтты, ауырлыҡтарға ҡарамай, һәүетемсә генә йәшәп алып киттеләр, тик Вазифа һаман да ниңәлер балаға уҙа алманы. Хоҙайҙың ҡушыуы шулдыр инде. Бала ла табырға эшкинмәгән киленгә ҡәйнәһе лә ҡырын-ярын ҡарай башланы. «Ғилфаным үҙе лә яңғыҙ, инде сәпсим тоҡомобоҙ өҙөлә икән…» – тип яйы сыҡҡан һайын меҫкенләнеп, зарланыр булып китте. Ғилфан трудауайҙа саҡта бөтмәҫ-төкәнмәҫ колхоз эшенән төн уртаһында арманһыҙ булып ҡайтып ингән килененә сәй ҡайнатып булһа ла ултыра торған ерҙә, ҡаҙан аҫтындағы көл араһында бер бөртөк тере ҡуҙ ҙа ҡалдырмай, самауырҙы ҡағып, түңкәреп ҡуйғанда Вазифа бер ҙә зарланманы, ҡәйнәһен берәүгә лә һөйләмәне. Туған-тыумасалы, бай киленде баштан уҡ һөйһөнмәне Фәрхизә, ҡәйнәлеген белдереп кенә торҙо.
Тамсы тама-тама таш тишә, тиҙәр бит. Тоҡомом ҡалһын, тинеме Ғилфаны, Вазифаның өҫтөнән йөрөй башланы. Хәйер, һуғыштан һуң күп ирҙәр шулай ҡыланып алып киткән булды. Тешен ҡыҫып түҙҙе ҡатын, эсе тулы зар ҙа ғәр булһа ла, кешегә белдермәҫкә тырышты. Ҡатыны өҫтөнән йөрөгән ирҙәр ниңәлер үҙ ҡатындарын ыҙалата, кәмһетә, хатта туҡмай ине. Вазифаға ла Ғилфан бер тапҡыр ынтылды йоҙроғон төйөп. «Тейеп кенә ҡара, түлкә тей ошонан да», – тине Вазифа, теш араһынан зәһәр ыҫылдап, күҙҙәрендә йәшен уты уйнатып. Бәләкәс кенә кәүҙәһе таш бағана кеүек ҡатты ошо минутта.
«Ҡата башындай бисәһен еңә алмай ошо Ғилфан, майырыҡ…» – ти торғайны ҡәйнәһе. «Еңдермәйем. Мин кемдән кәм? Буйым бәләкәй булһа ла, йәнем ҙур минең. Йөрөһөн, миңә тимәһә, ун бисә менән йөрөһөн, суҡынып ҡатһын, мәгәр туҡмалып йәшәмәйем», – тине Вазифа, һәм шул һүҙ етте ғүмер буйына, башҡаса ынтылманы Ғилфаны. «Бер һуғыр ерең юҡ», – ти ҙә сигенә ине Вазифаның утлы ҡарашынан. Суҡынып китһен, йөрөһөн, тиһә лә, йәр бирмәк – йән бирмәк бит инде, ире күрәләтә ҡайтмай йөрөгән саҡтағы төндәрҙең оҙонлоғон, күҙ йәштәренең әселеген ул ғына белә.
Стеналағы фотоға ҡарап: «Күрмәгәнде күрһәттең инде, һәптән», – тип һуҡранды ла, тороп китә башлаған еренән кире ултырҙы.
Һуғыш алдынан ҡайҙандыр алыҫтан бер татар бисә килеп юлыҡты ауылға. Бер малай эйәрткәйне. Ҡасып килеп сыҡҡан, тинеләр. Кешегә тамаҡ хаҡына ялланып, төрлө эштәр эшләп йөрөй торғас, ошонда төпләнеп ҡалды. Хатта иргә сыҡты. Ире ҡайтманы, яуҙа ҡалды. Ана шул Бәҙәргә әүрәп китте Ғилфан, йөрөй торғас. Уттай ҡыҙыу уйнаш уйынына әүрәне. Вазифа нимә эшләргә лә белмәне, тик бала табыр­ға ла хәленән килмәгән ҡатындың һүҙе һүҙ түгел шул.
Керпек тә ҡаҡмай ғәрлегенән илап үткәргән төндәре тағы иҫенә төшөп, Вазифа әбей баш сайҡап ҡуйҙы.
Тоҡом ҡалдыра алманы барыбер Ғилфан. Бәҙәр Ғилфандан бер ҡыҙ тапты-табыуын. Ә уныһының ҡыҙы, Ғилфандың ейәнсәре була инде, хәҙер ошо ауылға бер эйәрсән малайы менән килен булып төштө. Өҫтө-өҫтөнә бала табып, шул балалар аҡсаһына рәхәтләнеп типтереп көн итеп ятҡан булалар. Күреп йөрөй Вазифа әбей – көткән донъяларын ташҡа үлсәйем. Бабайына бер ере лә оҡшамаған алай ҙа.
Ә Вазифаға, бала таба алаһың, тигәйнеләр әллә ҡасан уҡ, әле йәш ине ул саҡта.
Былай булды. Һуғыш бөтөп, бер нисә йыл үткәйне. Йәй. Ауылға бер ҡатын килгән, үҙе килеп тороп им-томдо шәп белә, күрәҙәлек тә итә, тигән хәбәр бисәләр араһында шундуҡ таралды. Фал китабы ла бар икән, тинеләр. Ауыл бисәләре бөтәһе лә барып бөттө, Вазифаның ғына иҫе китмәне. Үҙенең хәҙерге хәленә күнгәйне инде ул, ә алдағыһын Алла ғына белә. Шулай ҙа уға ла яйы сыҡты. Бер көндө ҡәйнәһе бороп алып ингән теге ҡатынды. Ҡәйнәһенә нимә һөйләгәндер ул ҡатын, Вазифа тыңламаны, сәй әҙерләп йөрөнө. Сәй эсеп бөтөп, ашъяулыҡты йыйғас та сығып китергә ашыҡманы әле ул ҡатын. Фәрхизә әбейгә өндәште: «Апай, һин сығып тор әле, киленеңә лә әйтер һүҙем бар», – тине. Фәрхизә әбей, сығып китергә һис тә теләмәһә лә, күрәҙәсенең үткер ҡарашын күтәрә алманы, ауыҙ эсенән генә нимәлер бурылданы ла ишекте шарт ябып соланға сыҡты. «Ят әле, балаҡай. Оялма. Ҡана, эсеңде ҡарайым әле. Кендегеңдең инә тамыры һуға, тимәк, бәпәй таба алаһың. Тик ауыр нәмә күтәреп, эсең борлоҡҡан. Белгән генә кешенән эсеңде һылат. Балаң булыр, берәү ҙә түгел, өс улың булыр. Ана шунда ҡәйнәңдең ауыҙы шарт ябылыр». Вазифа илап ебәрҙе. «Илама, балаҡай. Бына фал китабы ни һөйләй, тыңла әле. Оҙон ғүмерле булырһың. Ҡәҙер-хөрмәт күреп йәшәрһең, яңғыҙ булмаҫһың бер ҡасан да. Бабайыңдан биш йыл да ике ай ҡалырһың». Фәрхизә тәки белә алманы күрәҙәсе ҡатындың килененә ниҙәр һөйләгәнен. Вазифа белде лә, әсәһе белде. Хәҙер бына Гөлүрә белә.
Ул ҡатындың устарының йылыһы тойолоп киткәндәй булды Вазифа әбейгә. Ҡулдарын кендеге тәңгәленә ҡаушырҙы ла тағы хәтирәләргә сумды.
Эйе, йәй ине ул саҡта. Бына бесән етте. Халыҡ ҡырға сыҡты. Колхозға бесәнде ҡырҙа ҡуна ятып эшләйҙәр ине. Йәйге йәмле төндәр­ҙә яңы ғына сабылған бесән еҫен күкрәк тултырып һулап, ҡыуыш эсендә йоҡлаған саҡтары иҫенә төшөп, әбейҙең йөҙө яҡтырып китте. Ғәмһеҙ үткән бала сағын, аталарының әллә нисә ат егеп, сыр-сыу, ығы-зығы килеп тейәлешеп ҡырға күсенгән мәлдәрен, ҡыуыштар ҡороп, ҡаҙандар аҫып бесән эшләгән матур йәйҙәрҙе яратып, әле лә һағынып иҫкә ала ул. Шул саҡтарҙан ҡалғандыр инде – йәйҙе лә, бесән мәлен дә һәр саҡ көтөп ала торғайны.
Бер көндө Вазифа иртәнге һыуһындан һуң ялға туҡтағас, Ғилфандан әсәләренә ҡайта һалып килергә рөхсәт һораны. Ире рөхсәт бирҙе, әлбиттә. Сөнки ҡатын әсәһенә ҡайтһа, көс еткеһеҙ ашанты тейәп килә. Имән ауылы яҡын, тау артылып әҙерәк атлаһаң, бара ла етәһең. Киске һыуһынға ла ҡайтып өлгөрә. Теге фалсы ҡатын, бер ҙә артыңа боролоп ҡарамай атлайһың икән, тигәйне. Шулайта шул. Ә бына бөгөн байтаҡ барғас, ҡапыл һиҫкәнде лә Вазифа артына әйләнеп ҡараны. Әсәкәйгенәм! Бүре! Әллә нисәү… Был мәлдә ниндәй бүре йөрөй икән? Улар балаларын көҙгөһөн өйрәтә лә баһа? Шунда ғына элек атаһы һөйләгән бүре һуҡмағына юлыҡҡанын аңланы Вазифа. Бөттө, үлемем ошонда икән, тип уйлап өлгөрҙө, шулай ҙа эйелеп таш алды, ҡулындағы таяғын йәтешләп тотто. Уның йәнасыҡҡа ҡысҡырған әсе тауышымы, әллә көтмәгәндә урман араһынан килеп сыҡҡан һыбайлы кешенең сыбыртҡы шартлатыуы мылтыҡ атылғандай булдымы, – бүреләр юртып урман эсенә инеп китте. Теге һыбайлы Имән ауылынан Әхмәтназар, Вазифаның ауылдашы, тиңдәше булып сыҡты. Колхоз малын көтөп йөрөгән ошо тирәлә генә. Шулай итеп, Хоҙай араланы Вазифаны бер хәтәрҙән.
Әхмәтназар ҙа бар хәҙер, хатта шәп йәшәп ята кинйә улында, туҡһанды тултырып килә. Тыл ҡаһармандары тураһындағы китапта ул яҙылған, исеме бар, Аллаға шөкөр. Әхмәтназарҙы ла яҙмаһалар…
Вазифа әсәһенә күрәҙәсе ҡатындың әйткәндәрен ҡыуанып һөйләп бирҙе. Әсәһенең ҡулы ипле, өшкөрөү-имләү кеүекте лә ярайһы ғына белә ине. Йәһәт кенә мунса тоҡандырып ебәрҙеләр, уны тиҙ генә өлгөртә һалып, мунса эләүкәһендә әсәһе Вазифаның эсен, билен һыланы. Тик кискә ҡарай ҡыҙын ҡайтарманы – мунсаға йәш ерек миндеге һындырып алырға төшкәндә Әхмәтназар бүре мажараһын һөйөнсөләп тә киткән, тишек ауыҙ.
Ана шул ҡайтмай ҡалған төн Вазифаның тыуыр балаларының юлын быуҙы ла инде. Арыу, ҡурҡыу ҙа үҙенекен иттеме, мунса ла килешкәндер – тиҙ генә йоҡлап китте Вазифа. Шул ыңғайы ғына төш күрҙе – ул бер үҙе һыуҙың был яғында, ә Ғилфан менән Бәҙәр икәүһе теге ярҙа. Вазифа теге ярға тиҙерәк сыға һалайым, тип маташып, сәбәләнеп ҡарай, Ғилфанына ҡысҡыра – тауышы сыҡмай… Уларҙың Вазифала эштәре лә юҡ, әйләнеп тә ҡарамайҙар. Вазифа уянды ла был төштөң тигенгә түгел икәнлеген аңланы. Йөрәге сәнсеп-сәнсеп ҡуйҙы. «Э-э-й, әсәйем ҡайтармаған булды…» Яңынан йоҡлай алманы. Иртәнсәк әсәһенә төшөн һөйләгәйне, һынсыл Бибиямал, бошоноп: «Әй әттәгенәһе, балаҡайым…» – тине. Ғилфан кейәүенең гүләйт итеүе, Вазифа һөйләмәһә лә, әллә ҡасан килеп ишетелде уға. Шулай ҙа аҙна һайын килергә тырыш, балам, мунса яғып, эсеңде тағы һылармын, тине. Таң менән ат ектереп, ҡыҙын оҙатты.
Салғысылар иртәнге һыуһынға китеп бөткән, Ғилфан да юҡ. Вазифа алып ҡайтҡан күстәнәстәрен ҡыуыш эсенә йыйнап-тыҡшырып ҡына тора ине, Фатима килеп инде. Ул кәшәүәр, ит һалырға ҡалған. Сәйер төштөң ниндәй хәтәрҙе иҫкәрткәнен ҡыуыштары йәнәшә генә булған Фатиманың шаҡ ҡатырғыс хәбәрен ишеткәс тулыһынса аңланы Вазифа. «Еңгәкәйем, нишләп кенә кисә ҡайтманың инде? Тегеләр бөгөн ҡушылды ошонда, һеҙҙең ҡыуышығыҙҙа. Ҡәнифә әбей никах ҡыйған булды, йәнәһе, хәләл итеп ҡуя. Ҡатын өҫтөнә ҡатын алыу электән килгән йола, тип ултырған була, йәлсемәгер… Төндә килеп тыңлап торҙоҡ Мәрүәрә менән. Ҡыландылар ғына… Уй, еңгәкәйем…» Ҡыҙ һүҙһеҙ шаҡ ҡатҡан еңгәһенең эргәһенән шым ғына китеп барҙы.
Эсендә нимәлер янып өҙөлгән кеүек булды Вазифаның. «Әйтәм, кисә әсәйҙәргә барып киләйемме, тигәндә хатта ҡыуанып киткән һымаҡ булғайны. Эш бына ниҙә икән...»
Башҡаса эсен һылатманы. «Тоҡомоң өҙөлһөн. Балаһыҙ итәм мин һине. Һиңә лә юҡ, миңә лә юҡ…» Ҡыуанып, өмөтләнеп ҡайтып килгән Вазифа шундай кире ҡаҡҡыһыҙ ҡарарға килде лә ҡуйҙы.
Нисек кенә түҙгәндер ул саҡтағы тауҙай ҡайғыға, үҙе лә аптырай. Эй, үткән ғүмер… Йәлсемәне Бәҙәр барыбер. Артынан эйәреп килгән берҙән-бер улынан, килененән, Ғилфандан булған ҡыҙынан да ҡәҙер күрә алмай китеп барҙы яҡты донъянан. Ә Вазифа Гөлүрәһенән ҡандай хөрмәт күреп йәшәй, үҙе әйтмәксе, һөт өҫтөндәге ҡаймаҡ һымаҡ. Гөлүр&#

Сығыу ваҡыты 8-01-2011, 14:32 | Ҡаранылар: 2093
|
  • Йәшлектәге саф мөхәббәт…
  • Йәшлектәге саф мөхәббәт…
  • Ҡәйнә
  • Тәғәйенләүҙәр
  • Район хакимиәттәрендә үҙгәрештәр
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM