НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Ололарҙы ололайыҡ, кеселәрҙе кеселәйек!

Ололарҙы ололайыҡ, кеселәрҙе кеселәйек!


Әлеге көндә бөтә иғтибар йәштәргә, уларҙың белеменә, буш ваҡытына бүленә. Был, әлбиттә, яҡшы, ләкин, минең уйымса, бөтә нәмәне лә иғтибар үҙәгендә тотоп булмай. Йәштәргә ял итергә урыны ла, башка төр мөмкинлектәр ҙә бар. Ә өлкән йәштәге кешеләрҙең ундай уңайлы шарттары бармы һуң? Улар был йәһәттән нимәгә хоҡуҡлы?
Бигерәк тә бөгөнгө йәштәрҙең ололарға ҡарата мөнәсәбәте бик киҫкен. Урамда ауыр сумка күтәреп китеп барыусы әбей-бабайҙарға ярҙам итеүселәр һирәгәйҙе. Хатта ҡайһы берәүҙәре үтеп барғанда сыртлатып төкөрөп йәки тәмәке төтөнөн өрөп кенә үтеп китә. Дөрөҫөн генә әйткәндә, беҙ уларҙы 9 Майҙа ғына иҫкә төшөрәбеҙ. Ә бит, уйлап ҡараһаң, ошо әбей-бабай­ҙар беҙҙе тыуҙырған, кеше иткән түгелме? Тыуған илебеҙҙең азатлығы, беҙҙең киләсәгебеҙ өсөн аяуһыҙ көрәшкән түгелме ни улар? Әгәр ваҡытында илебеҙҙе һаҡлап ҡалмаһалар, беҙ ошондай тыныс тормошта йәшәр инекме?
"Заман башҡа – заң башҡа" тигән әйтемдәге кеүек, беҙ яңы технологиялар заманында йәшәйбеҙ: оло бы­уындан күберәк беләбеҙ, яҡшыраҡ уйлайбыҙ, уларҙың тәжрибәләре беҙ­гә ҡыҙыҡ та түгел кеүек. Бер яҡтан, шулай, ә икенсе яҡтан, әгәр ҙә тирә-яҡ­ҡа күҙ һалһаң, әле беҙҙә нимә бар: ҡалалар, төрлө биналар – былар бө­тәһе лә элекке быуындарҙан ҡалған. Ата-бабаларыбыҙ был яҡты донъяла йәшәгән, ижад иткән, эшләгән. Ошо дәлилдәрҙән сығып та, улар ихтирам һәм рәхмәткә лайыҡлы. Оло быуын кешеләре яңы технологияларҙы белеп бөтмәй, ләкин, шуға ҡарамаҫтан, улар­ға хөрмәт менән ҡарарға тейешбеҙ.
Беҙҙең дәүләт тарихында үткәнде кире ҡағыу миҫалдары бар. Бер нисә тапҡыр яңыны төҙөр өсөн элекке илде емерҙек. Шунан нимә булды? Бәлки, уйланырға ваҡыттыр?!
Минең уйлауымса, төп мәсьәлә – беҙҙең шәхси мөнәсәбәтебеҙҙә. Әгәр ҙә беҙҙең йөрәктәрҙә өлкән быуынға ҡарата хөрмәт барлыҡҡа килһә, тормошобоҙ ҙа еңелерәк булыр. Сөнки ололарҙың ярҙамын тойғанда, алға барыуы күпкә еңелерәк.
Беҙ, йәш быуын вәкилдәре, өлкән кешеләргә мең-мең рәхмәт, йылы һүҙ әйтергә, һәр ваҡыт ярҙам итергә тейешбеҙ.
"Йылы һүҙ – йән аҙығы", – тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр бит. Яғымлы итеп һүҙ ҡушһаҡ та, ололар ҡартлыҡ сирҙәренән терелеп киткәндәй булыр ине.
Дуҫтар, заңһыҙ, хисһеҙ, ғәмһеҙ булмайыҡ әле!
Беҙҙе лә бит ҡартлыҡ урап үтмәҫ. Киләсәкте уйлайыҡ. Ололарҙы ололайыҡ, кеселәрҙе кеселәйек!

Миләүшә МӨХӘММӘТОВА,
Талбазы башҡорт
гимназияһының
10-сы класс уҡыусыһы.
Ауырғазы районы.

Сығыу ваҡыты 26-05-2016, 14:13 | Ҡаранылар: 430
|
  • Телебеҙҙән оялмайыҡ!
  • Милли байлыҡты онотмайыҡ
  • Кеше ерҙе биҙәр өсөн тыуа
  • Йәшлек үҙенең киләсәге менән бәхетле
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM