НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...

Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...


Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...Матур көҙгө иртә ине. Мин әсәйемдең наҙлы тауышына уянып, тәҙрә- гә ҡараным. Көн ҡояштың көләс нурҙарына күмелгән. Уның яҡтылығына, матурлығына һоҡланып бөтөрлөк түгел! Тик репетицияға һуңға ҡалыу уйы ғына мине был гүзәллекте ташлап, Салауат Юлаев майҙанына барырға ашыҡтырҙы.

Мин икенсе курста уҡыйым. Иртәгә Салауат Юлаев тыуған көн. Батыр һәйкәле янындағы майҙанда беҙҙең драма түңәрәге ағзалары сығыш яһарға тейеш. Был эшкә мине етәксе итеп ҡуйҙылар. Йүгерә-атлай китеп барам. Эргәмдән үткән кешеләр ҙә минең кеүек ҡайҙалыр ашыға. Бындай тиҙлек менән майҙанға “һә” тигәнсе килеп еттем. Ни тиклем ашыҡһам да, иптәштәремдең береһе лә юҡ! Ярар, мин әйтәм, улар килгәнсе бер аҙ эскәм­йәлә ултырып, арыған аяҡтарымды ял иттереп алайым. Эскәмйәгә табан юлланам. Әммә шул ваҡыт ҡарашым Салауат Юлаев һәйкәле янында баҫып торған үҫмергә төшә. Уның ышаныс менән тулған һоро күҙҙәре бейеккә, батырҙың йөҙөнә, төбәлгән. Шул саҡ күңелем шомланып китте һәм, үҙем дә һиҙмәҫтән, малайға табан атланым.
Барғас та мин уға: “Һаумы”, – тип өндәштем. Ул моңһоу ҡарашын ташлап, яҡын кешеһен осратҡандай йылмайып: “Һаумыһығыҙ. Мин Ирек булам”, – тине. Уға ҡарап:
– Ни өсөн шул тиклем матур көндө кәйеф­һеҙ йөрөйһөң ул? – тип өндәштем.
– Эй, уйға сумдым әле... – тине.
– Оһо, һинең кеүек бәләкәс малайҙар ниндәй ҡаты уйҙарға бирелергә мөмкин һуң?
– Улар күп инде, – тине Ирек.
Беҙ эскәмйәгә яҡынлаштыҡ.
– Уйҙар күп, ләкин иң борсоғаны... – тип башлап ебәрҙе Ирек. – Күптән түгел икенсе мәктәпкә күстем. Унда уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа бик яҡшы. Уҡыу өсөн бөтә шарттар тыуҙырылған. Тик, башҡорт милли мәктәбе булһа ла, класташтар араһында башҡортса һөйләшкән бер кеше лә юҡ! Ғүмерҙең һәр татлы минутын тойоп, тик яҡшы эштәр менән генә мәшғүл булып, тырышып уҡып, туған телде, ерҙе ҡәҙерләп үҫергә кәрәклеген нисек еткерергә икән уларға? Шуға ла көн дә ошо һәйкәл янына килеп, был күренештән ҡотолоу юлдарын эҙләй-эҙләй, Салауат менән әңгәмәләшәм. Ошо яҡты киләсәк өсөн яуға күтәрелгән һәм шул уҡ юлда башын һалған батырыбыҙ алдында оят миңә, апай, йәштәштәрем өсөн! Их... Әгәр ҙә Салауат тере булһа...
Ҡапыл малайҙың күҙҙәрендә йәштәр күренде. Шул саҡ иптәштәремдең:
– Зәриә, әйҙә, тиҙерәк бул! – тигән һүҙҙәре ҡолағыма килеп бәрелде. Миңә китергә ваҡыт ине. Ләкин ошо минуттарҙа Иректе ташлап китергә мөмкин түгел кеүек тойолдо. Уға әйтәһе һүҙҙәр бер-бер артлы башта тыуа башланы, әммә, иртәгә буласаҡ көн алдында үҙемдең яуаплылығымды тойоп, дуҫтар яғына ашыҡтым һәм тик: “Ирек, һин яңылышаһың. Бына иртәгә сәғәт икелә ошонда кил, йәме? Әлегә хуш бул. Миңә китергә кәрәк”, – тигән һүҙҙәрҙе генә әйтеп өлгөрҙөм.
Иртәгәһенә майҙанға килеү менән, тирә-яҡҡа күҙ һалдым. Майҙанда кеше бик күп түгел, ләкин Ирек күренмәй ине. Бер ваҡыт, сараның башланыуы тураһында хәбәр итеп, музыка яңғыраны. Майҙан хужаһының шиғырҙарын һөйләүселәр бер-бер артлы сыға барҙы. Беҙҙең сират еткәс, сәхнәгә күтәрелдек һәм Степан Злобин романынан өҙөктө күрһәттек. Бөтә ҡатнашыусыларҙың да сығыштары тамашасыларҙы таң ҡалдырҙы. Тирә-яҡ алҡыштарға күмелде.
Шул ваҡыт һәйкәл янында кисәге малай­ҙы күреп, уға табан йүнәлдем. Ул да мине танып, яныма йүгереп килде.
– Апай, рәхмәт!
– Эй, һине килмәгәнһеңдер тип уйлағайным. Шунан, оҡшанымы?
– Эйе, ысынлап та, башҡорт рухлылар бар икән. Мин дөрөҫ уйламағанмын. Бөгөн бында килеп, үҙемә рух, дәрт алдым.
– Теләһәң, бөгөндән башлап драма түңәрәгенә йөрөй алаһың. Беҙ унда пьесаларҙы ғына сәхнәләштереп ҡалмайбыҙ, үҙебеҙҙең милли геройҙарыбыҙ, рухи ҡомартҡыларыбыҙ тураһында ла әңгәмәләшәбеҙ, туған телебеҙҙе үҫтереүгә көс һалабыҙ.
– Ярай, ярай. Әлбиттә, килермен. Хәҙер барыһын да аңланым. Салауат үҙе тере булмаһа ла, уның көслө рухын, бай күңел донъяһын, әҙәби мираҫын халҡыбыҙ мәңге күңелендә һаҡлаясаҡ, – тине лә мине ҡосаҡланы. Уның йәш йөрәге дөп-дөп тибә ине.
Сара аҙағына яҡынлашты. Кешеләр таралыша башланы. Беҙ ҙә, хушлашып, өйгә юл тоттоҡ. Шундай бәләкәй баланың ҙур йөрәкле булыуы минең күңелдә ҙур ҡыуаныс тыуҙырҙы. Уйлауымса, Ирек кеүек рухлы балалар булған саҡта, Салауат рухы мәңге тере булыр.

Зәриә МОРАТОВА,
Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатының 11-се класс уҡыусыһы.

Сығыу ваҡыты 26-05-2016, 13:30 | Ҡаранылар: 773
|
  • Кеше ерҙе биҙәр өсөн тыуа
  • “Ритайым”ға килегеҙ!
  • Балдай татлы… вазелин
  • Буласаҡ химия сәнәғәте белгесе
  • Уйлан, дуҫым
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)



  • Радио Юлдаш FM