НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Һылыу ҙа, һәләтле лә беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары!

Һылыу ҙа, һәләтле лә беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары!


Һылыу ҙа, һәләтле лә беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары!Буласаҡ табибә, Салауат районы һылыуы Гөлшат Манапова бер минут ваҡытын да әрәм итмәй, үҙен шәхес булараҡ үҫтерергә ынтыла

Юғары уҡыу йортонда уңышлы уҡып йөрөп, бер үк ваҡытта эшләп, төрлө конкурстарҙа үҙ көсөн һынаған йәштәргә һоҡланып ҡарайһың. Эйе, тырыш, һәләтле ҡыҙҙар беҙҙең республикала етерлек. Шундай һылыуҙарҙың береһе – Салауат районынан Гөлшат Манапова.

Матур йөҙөнән ихласлыҡ бөркөлөп торған, күңелендә халҡыбыҙҙың рухи-мәҙәни хазинаһын йөрөткән ҡыҙ үҙендә аҡыл, зирәклек, тәүфиҡлылыҡ, иманлылыҡ, итәғәтлелек һәм әҙәплелек кеүек күркәм сифаттар туплаған. Ул Малаяҙ ауылында тыуып үҫеп, тыуған ауылында гимназияны тик "бишле" билдәләренә генә тамамлай. Гөлшат бәләкәйҙән йырларға, бейергә ярата. Беренсе тапҡыр сәхнәгә ни бары ике йәшендә сыға. Тырыш ҡыҙ уҡығанда уҡ әүҙем була, мәктәп тормошонда ҡайнап йәшәй. Яҡташыбыҙ ваҡытын әрәм-шәрәм итмәй, һәләттәрен үҫтереүгә, үҙен ысын шәхес итеп тәрбиәләүгә ҙур тырышлыҡ һала. Район кимәлендә үткән "Салауат һылыуы – 2013" конкурсында 1-cе урын алыу унда үҙ-үҙенә ышанысын арттыра, артабан матурлыҡ бәйгеләрендә ҡатнашырға дәрт өҫтәй. Башҡорт дәүләт медицина университетына белем алырға ингәс тә, һылыу ҙур ҡалала юғалып ҡалмай. Табип һөнәренә уҡыу күп көс һәм ваҡыт талап итеүгә ҡарамаҫтан, Гөлшат университет тормошонда әүҙем ҡатнаша, башҡа конкурстар­ҙа үҙен һынай. "Мисс химия факультеты" конкурсында – гран-приға, "Һылыуҡай – 2015" бәйгеһендә 2-cе урынға лайыҡ була. Ә күптән түгел Гөлшат "Мисс Урал аръяғы" конкурсында ҡатнашып, гран-при яулай.
31 мартта Өфөлә Актерҙар йортонда үткән сағыу конкурста Бөрйән, Балтас, Ауырғазы, Стәрлебаш, Мәләүез райондарынан килгән ете һылыу матурлыҡта, һомғоллоҡта, нәфислектә көс һынашты. Бәйге сибәркәйҙәрҙең үҙҙәре менән таныштырыуынан башланды, һәр береһенең сығышы үҙенсәлекле булыуы менән айырылып торҙо. Яҡташыбыҙ сығышын ҡумыҙ һәм ҡурай көйҙәре менән байытты. Артабан һылыуҡайҙар төрлө көй-моңға бейене. Жюри ағзалары был бәйгелә уларҙың һығылмалылығын, бейеүгә оҫталығын, үҙ-үҙен тотошон һынаны. Ижади конкурста ла Гөлшат һынатманы. Ул, "Һомай" театр-дефилеһында бейеү һәм дефиле дәрестәрен алып барғанлыҡтан, башҡорт бейеүен башҡарҙы. Һылыуҙарҙың Рәсәй киноһы йылына арналған һорауҙарға яуап биреүе лә, матур көйҙәргә заманса ҡупшы күлдәк­тәр­ҙә сәхнәгә сығыуы ла һоҡландырғыс булды. Барыһы ла еңеүгә лайыҡ булһа ла, яҡташыбыҙ Гөлшат сәхнәлә ҡояш булып балҡып, еңеүсе тажын кейҙе. Шулай уҡ уға "Башҡорт иле" турбазаһына путевка, сертификат тапшырылды.
– Бындай ҙур һәм әһәмиәтле конкурста еңеүемә бик шатмын. Минең өсөн көйгән, ярҙам иткән атай-әсәйемә, район мәҙәниәт йортона, йәштәр сәйәсәте комитетына һәм мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре Альбина Ғәйфуллинаға рәхмәт, – тип ҡыуанысын йәшермәне Гөлшат.

Лиана ВӘЛИУЛЛИНА.
Салауат районы.

Сығыу ваҡыты 8-04-2016, 13:45 | Ҡаранылар: 532
|
  • Сая ла, һәүәҫкәр ҙә, зирәк тә, һылыу ҙа
  • Оҙон көйҙә башҡорт рухы сағыла
  • Гөлшат Яубаҫарова: “Илемә кәрәкле шәхес булырға теләйем”
  • Башҡорт һылыуҡайҙары Мәскәүҙе яулай
  • «Белемле меңде йығыр»
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (6.10.2017)



  • Радио Юлдаш FM