НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Уңыш – тәүәккәлдәр ҡулында

Уңыш – тәүәккәлдәр ҡулында


Уңыш – тәүәккәлдәр ҡулындаТөркиәлә үткән «Маленькая мисс мира – 2015» конкурсында ҡатнашып, «Донъя­ның иң йәш фотомоделе» һәм «Тамашасы һөйөүе» номинацияларын яулаусы Балтас районы һылыуы Юлиана Әмирйәнова дуҫтары араһында тәүәккәллеге, үҙ-үҙенә ышанысы менән айырылып тора. Уның уңышҡа илткән юлдары хаҡында әңгәмә ҡорҙоҡ.

– «ANGEL models» матурлыҡ һәм мода мәктәбенә нисек барып эләктең?
– Бәләкәй саҡтан модель булырға тигән хыялым булды. Мин гел дә йырлап-бейеп, сәхнәлә үҙен оҫта тотҡан ағай-апайҙарға ҡарап һоҡлана инем. Һәр ҡыҙҙың матур, сибәр булып күренгеһе, кеше алдында үҙен дөрөҫ тота белгеһе килә, минең дә айырылып торғом килмәне – шуға ошо мәктәпкә килдем дә инде. Былтыр Өфөгә күсеп килеп, Өфө финанс-иҡтисад колледжына уҡырға индем. Апайым шул уҡ мәлдә минең өсөн матурлыҡ һәм мода мәктәбен эҙләй башланы. Башҡорт эстрадаһы «йондоҙо» Анжелика Якусеваның үҙенең моделдәр мәктәбен асасағы хаҡында ишеткәс, асылған көндө үк шунда юл тоттоҡ. Модель булыу миңә шул тиклем оҡшар тип уйламағайным да: дәрестәр башланыуы менән фотоға төшөргә, подиумда йөрөргә, биткә макияж һалырға өйрәндек. Хатта актер һөнәре нескәлектәренә төшөндөм, һығылмалылыҡҡа йүнәлтелгән бейеүҙәр өйрәндек, психик тренингтар үткәрелде. Әгәр һин яҡшыраҡ булырға теләй­һең икән, һиңә бер нәмә лә ҡамасаулай алмай, алдыңда бөтә донъя мәшәҡәттәре юҡҡа сыға икәнлеген тап ошо мәктәптә белдем.
– Тағы ла ниндәй шөғөлдәрең бар? Буш ваҡытыңды нимә менән үткәрәһең?
– Бала саҡтан ваҡытымды фортепианола уйнау, йырлау, бейеү оҫталыҡтарына өйрәнеп үткәрә инем. Мәктәптә тик «бишле»гә генә уҡыным. Башҡорт әҙәбиәте, рус һәм инглиз телен яратып өйрәндем. Ғаиләбеҙҙә музыка менән дуҫ кешеләр йәшәй. Мәҫәлән, атайымдың гитарала матур уйнағанын ишетеп ҡалғас, үҙемдең дә уйнарға өйрәнеү теләгем тыуҙы. Хәҙер буш ваҡытымды гитарала һәм пианинола уйнап үткәрәм.Тағы ла сит телдәрҙе өйрәнеү оҡшай – ваҡытым булғанда испан телен өйрәнәм. Киләһе хыялым – Испанияға барып, кешеләре менән аралашып, танышып ҡайтыу. Сөнки, Төркиәгә барып, еңеү яулап ҡайтырға, тигән хыялым, ниһайәт, тормошҡа ашты!
– Төркиәлә үткән халыҡ-ара матурлыҡ конкурсына үҙең барҙыңмы? Атай-әсәйең, туғандарың һәм яҡташтарыңдан ниндәйҙер рухи ярҙам булдымы?
– Әлбиттә, үҙем теләп барҙым. Шундай осраҡ килеп сыҡҡас, ни өсөн уны файҙаланмаҫҡа? Бигерәк тә әсәйем, атайым һәм Анжелика Якусеванан миңә ҙур ярҙам булды. Конкурсҡа тип, бергәләп рус күлдәген, тарихи персонаж – Клеопатраның костюмын һәм башҡа бихисап күлдәк таптыҡ. Туғандарым, дуҫтарым рухи көс өҫтәп, ҡанатландырып торҙо. Бергә уҡыған ҡыҙҙарымдан ярҙам күп булды: кемдер видео-презентация әҙерләргә, кемдер Рәсәй флагын табырға ярҙам итте, ә кемдер, спорт сығышына тип, матур итеп шпагатҡа ултырырға өйрәтте. Мин оло еңеүемде тик үҙемдеке генә тип һанамайым. Сөнки был еңеүгә бөтәһе лә үҙ өлөшөн индерҙе.
– Еңеүсе исемен яулауы ауыр булдымы? Был еңеүең беренсеһеме? Конкурс мәлендә тағы ла нимә эшләп өлгөрҙөң?
– Конкурста ҡатнашыуы ауыр булды, тип әйтә алам: репетициялар, дефиле сығыштары беренсегә булғас, күп көс китте. Ләкин был эш миңә оҡшағас, барыһы ла ҡулымдан килде. Конкурс үткән мәлдә төрлө милләт ҡыҙҙары менән аралаштым, уларҙың йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре менән таныштым. Буш ваҡытта яхтала йөрөнөк, экскурсиялар­ға барҙыҡ. Төркиәлә үткән ун көнөм мәңгелеккә яҡты хәтирә булып иҫемдә ҡаласаҡ.
– Матурлыҡ ерҙе ҡотҡарырмы? «Йәшлек» уҡыусыларына теләктәрең...
– Матурлыҡтың ике төрө була. Әгәр ҙә эске һәм тышҡы матурлыҡ бергә ҡушыла икән, кеше икеләтә матур булып күренә. Ерҙе ҡотҡарыу өсөн шундай матурлыҡ кәрәк тә инде.
Үҙегеҙҙең хыялығыҙҙан бер ҡасан да ҡурҡмағыҙ. Эште эшләп яңылышҡаның эшләмәй үкенеүеңдән яҡшы, тип уйлайым.

Сығыу ваҡыты 9-10-2015, 13:09 | Ҡаранылар: 866
|
  • Банк белгесе, йырсы, гимнаст, сибәр ҡыҙ йәки Милена Зарипованың ниндәй һөнәрҙәре бар?
  • Айгөлдөң йырлы иле
  • Һылыу ҙа, һәләтле лә беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары!
  • Матурлыҡ һәм яҙ байрамы
  • Башҡорт ҡыҙы донъя яулай
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Мүк өҫтөндә бөрлөгән (Хикәйә)
  • Дилүзә БАЙСУРИНА
  • Изгелек ерҙә ятып ҡалмай
  • «Шундай матур, шундай йылы Уйлап сығарған донъям…»
  • Балаларығыҙ хаҡына үҙегеҙҙә ҡайғығыҙҙы еңерлек көс табығыҙ
  • 10 июнь – Ҡәҙер кисе
  • Билдәле актер Азамат Хәлилов вафат булды
  • Тырыштар уңышҡа өлгәште
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (8.06.2018)
  • Бала ҡуйындағы йыланға әйләнмәһен



  • Радио Юлдаш FM