RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » Зарина Вәлиева һәр яҡтан да һәләтле: музыка, фото төшөрөү, бейеү менән шөғөлләнә

01.05.2015 Зарина Вәлиева һәр яҡтан да һәләтле: музыка, фото төшөрөү, бейеү менән шөғөлләнә

Зарина Вәлиева  һәр яҡтан да һәләтле:  музыка, фото төшөрөү, бейеү менән шөғөлләнәЗарина Вәлиева  һәр яҡтан да һәләтле:  музыка, фото төшөрөү, бейеү менән шөғөлләнәМәсетле һылыуы Зарина Вәлиева менән осрашҡандан һуң “Аҡыллы ҡартлыҡ бөтмәҫ уйҙарын уйлай, йәштәр иһә ғәмһеҙ – көлә лә уйнай” тигән фекер менән килешеп булмай. Уның кескәй йөрәгенә, әйтерһең дә, бар донъя һыйған.
– Кеше изге эштәре өсөн баһа аласағын хәҙерҙән аңлаған бала ул. “Һылыуҡай” конкурсында призлы урын алғандан һуң, район мәҙәниәт йорто сәхнәһенән:
“Эшләп тирләмәһә ҡулың,
Йыуҙың ни, йыуманың ни.
Тыуғас, табалмаһаң юлың,
Тыуҙың ни, тыуманың ни!” – тип Сәйфи ағай Ҡудаштың һүҙҙәрен ишеттергәйне. Хәҙерҙән ауырлыҡтарҙы еңә белеп, файҙалы эш менән шөғөлләнеүсе, яҡшыға, яҡтыға ынтылыусы ҡыҙ ул. Беҙҙең ғорурлығыбыҙ. Музыка мәктәбен дә ҡыҙыл дипломға тамамланы, “Байыҡ” конкурсында “Иң оҫта бейеүсе” номинацияһында еңеүсе дипломына лайыҡ булды, – тип ғорурланып һөйләй уҡыусыһы тураһында уҡытыусыһы, республикабыҙҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәсимә Жиянгир ҡыҙы.
– Заринаның Маҡтау ҡағыҙҙары, дипломдары бик күп. Ҡайһы бер хеҙмәт ветеранының да үҙ ғүмерендә, бәлки, шул тиклем Маҡтау ҡағыҙы юҡтыр әле. Зарина һәр яҡтан да һәләтле: матур итеп һүрәт төшөрә, фото төшөрөү менән мауыҡҡан ҡыҙ тыуған төйәгенең матурлығын фото аша сағылдыра, – тип әңгәмәне дауам итә класс етәксеһе Валерий Ризай улы.
Минең дә Заринаға һорауҙарым бар ине:
– Шатлығың – ялған, ашағаның – хәрәм, һөйөүең гонаһ булмаһын өсөн, һинеңсә, нисек йәшәргә кәрәк?
– Эш һөйөп, кешеләрҙе яратып.
– Ҡояштан ҡайнар, йондоҙҙарҙан бейек, диңгеҙҙән тәрән, һинеңсә, нимә ул?
– Хоҙай. Иман. Выждан.
Эске һәм тышҡы сибәрлегенә Ҡояш менән Ай үҙе көнләшерлек Зарина ҡатмарлы һорауҙарға ла аҡыллы яуаптар тапты.
– Ваҡытты бушҡа үткәрмәү маҡсатында һәр көнөмдө, сәғәтемде алдан планлаштырам. Төрлө һөнәрҙәргә ҡыҙыҡһыныуым көслө. Район сауҙа үҙәктәренең береһендә яҙғы һәм йәйге миҙгелдәргә мода күрһәтеү сараһы башлана. Мин унда төп моделдәр­ҙең береһе, – тип йылмая Зарина.
– Тағы бер һорау ҡыҙыҡһындыра: мәктәп менән хушлашырға һанаулы ғына көндәр ҡала, киләсәккә пландарың ниндәй, ниндәй һөнәр һайларға йыйынаһың?
– Беҙ затыбыҙ менән театр яратабыҙ. Сәнғәт юлынан киткем килә. Сәнғәткә һөйөү ҡандан да киләлер, бәлки. Шулай уҡ 20 йылдан ашыу ғүмерен мәҙәниәткә бағышлаған әсәйем дә ҡыҙыҡһыныу уятҡандыр, тип уйлайым. Өләсәйем дә бик матур йырлай, гармунда уйнай. Йәш сағында халыҡ театрында төп ролдәрҙе башҡарған. 14 йәшенән фронт өсөн урман ҡырҡҡан. Театр бүлегенә уҡырға инеү бәхетенә өлгәшһәм… Бөйөк Еңеүҙең юбилей миҙалына ҡушылған тағы бер бүләк булыр ине лә бит өләсәйемә.
Ерҙә кешенең ҡылған изге эштәре, хеҙмәте ҡала. Яҡшылығы бер быуындан икенсеһенә күсә барған мораты ҡала.
– Йәшел юл һиңә, Зарина. Хоҙай ярҙамынан ташламаһын. Исемең есемеңә тура килеп, таң нуры булып балҡы!..

Резеда ШӘМСЕТДИНОВА.
Мәсетле районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә

03.06.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә


Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

30.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Тотоп һөйөрлөк кенә!

30.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Тотоп һөйөрлөк кенә!


Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән  ҡотлайбыҙ!

Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам


Ололарҙы ололайыҡ,  кеселәрҙе кеселәйек!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Ололарҙы ололайыҡ, кеселәрҙе кеселәйек!


Башҡорт киноһы үҫешһен

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Башҡорт киноһы үҫешһен


Телебеҙҙән оялмайыҡ!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Телебеҙҙән оялмайыҡ!


“Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт “Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”


Мин сәләмәт тормош яҡлы!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин сәләмәт тормош яҡлы!


Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...


Үҙебеҙ һайлаған юл

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Үҙебеҙ һайлаған юл


Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Тамырҙарымда башҡорт ҡаны аҡҡаны менән ғорурланам

Улар алдында баш эйәбеҙ

13.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Улар алдында баш эйәбеҙ


Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Мин – россиянмын!

10.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин – россиянмын!


Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!

19.04.2016 - Конкурстар » Йәшлек гүзәле Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!


Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Кешеләрҙең тәнен генә түгел, күңелен дә дауалаясаҡ ҡыҙ

Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Һылыу ҙа, һәләтле лә беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары!