НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Киләсәктә республикамды һау-сәләмәт йәштәрҙең ҡулында күрергә теләйем

Киләсәктә республикамды һау-сәләмәт йәштәрҙең ҡулында күрергә теләйем


Киләсәктә  республикамды  һау-сәләмәт  йәштәрҙең ҡулында күрергә теләйемБаймаҡ районының Үрге Иҙрис ауылы hылыуы Ғәлиә Латипова булам. 1998 йылдың хозур август айында Арыҫлан йондоҙлоғонда донъяға килгәнмен.
Матурлыҡҡа, әҙәбиәткә, сәнғәткә һөйөү мине йыр-бейеү һуҡмағына алып килде. Төрлө ярыштарҙа, конкурстарҙа әүҙем ҡатнашам, концерт-театрҙарға ихлас йөрөйөм. Әлеге ваҡытта Сибай медицина колледжының беренсе курсында уҡыйым. Буласаҡ һөнәрем – шәфҡәт туташы.
«Донъяны матурлыҡ ҡотҡарыр» тигән һүҙҙәр менән тулыһынса килешәм. Быға өҫтәп: «Донъяны матурлыҡ һәм һау-сәләмәт шәхес ҡотҡарыр», – тип үҙ фекеремде әйтә алам. Шуға ла, колледжды тамамлағас, Башҡорт дәүләт медицина университетының педиатрия бүлегендә уҡыуымды дауам итергә уйлайым. Ни өсөн тиһегеҙме? Киләсәктә республикамды һау-сәләмәт, рухи һәм физик яҡтан көслө, камил, аҡыллы йәштәрҙең ҡулында күрергә теләйем.

Һылыуҡайҙар! «Бәйләнештә» селтәрендә «Йәшлек» гүзәле – 2014» конкурсы» төркөмө адресы – https://vk.com/ye02guzel
Гәзитебеҙҙең «Йәшлек» гәзите проекты» исемле рәсми төркөмө (https://vk.com/yeshlek_gazite) лә эшләй. Унда республика буйынса яңылыҡтарҙы белергә, аралашырға мөмкин.

Сығыу ваҡыты 13-02-2015, 04:42 | Ҡаранылар: 1946
|
  • Сулпан Саникина: «Барыһы ла яҡшы булыр!”
  • «Тормошта үҙ урынымды табырға һәм уңышлы кеше булырға!»
  • Тормошта дөрөҫ юлдан атларға теләйем
  • Мин ғашиҡмын донЪяға
  • Гөлшат Юнысова:«Халҡыбыҙҙың матур ғөрөф-ғәҙәттәрен онотмайыҡ!»
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM