НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » “Йәшлек” гүзәле – 2014” конкурсы тамамланды

“Йәшлек” гүзәле – 2014” конкурсы тамамланды


Аҫыл сәскәләрҙән сағыуыраҡ һылыулығы беҙҙең ҡыҙҙарҙың!

Декабрь аҙағында беҙҙең ре­дакция хеҙмәткәрҙәренә, Яңы йыл алды мәшәҡәттәре менән бергә, яуаплы һәм ҡыҙыҡлы эш өҫтәлә. Ул да булһа йыл әйләнәһенә алып барылған һылыуҡайҙар бәйгеһе – “Йәшлек” гүзәле” конкурсына йомғаҡ яһау.
Шуны әйтергә кәрәк, быйылғы ярыш ярайһы ғына әүҙем үтте. Унда бөтәһе 32 ҡыҙ ҡатнашты. “Йәшлек” гүзәле”н асыҡлау 2015 йылда ла дауам итәсәк, шарттарын да бер аҙ үҙгәртәсәкбеҙ.

Конкурс, ғәҙәттәгесә, “Бәйлә­нештә” селтәрендәге төркөмдә алып барылды. Теләүселәр унда үҙҙәренең фотоларын тәҡдим итте, беҙ уларҙы #Йашлек_гузале хэштегы менән ҡуйҙыҡ. Әйткәндәй, уның буйынса төркөмдөң элекке яҙмаларын табырға мөмкин. Артабан һылыуҡайҙар тураһындағы мәғлүмәт гәзиттә баҫылды.
Конкурста ҡатнашырға теләк белдергән ҡыҙҙар менән “Бәйләнештә” сайтында аралашҡандан һуң килеп тыуған ҡайһы бер кәңәштәрҙе лә яҙып үтергә кәрәк. Иң беренсе, шәхси хәбәр яҙыу мөмкинлеге (асыҡ “личка”) булһын. Унан һуң, төркөмгә һалғандарҙан тыш, башҡа фотоһүрәтле альбомдарҙы ла ҡарай алырлыҡ итегеҙ. Һөйгәнегеҙгә, дуҫ егетегеҙгә “Йәшлек” гүзәле”ндә ҡатнашыуығыҙ тураһында аңлатып бирегеҙ. Ни өсөн тигәндә, ошоға бәйле үҙ-ара аңлашылмаусанлыҡ, һүҙ көрәштереү осрағы ла булып алды.

Үҙегеҙ тураһында иғтибарлы, әйтелгән талаптарға яуап бирерлек итеп яҙығыҙ. Иң тәүҙә уй-хыял, тормош маҡсатығыҙ менән таныштырып үтергә кәрәк. Ҡайһы яҡта тыуғанһығыҙ, ҡайҙа белем алаһығыҙ, нимә менән шөғөлләнергә яратаһығыҙ, хыялдарығыҙ, тормош девизығыҙ – беҙҙе ошолар ҡыҙыҡһындыра. Тик уларҙы бик ҡабартмай ғына, ыҡсым итеп биреүегеҙ шарт.

Фотоға килгәндә, сифатлыһын ғына ебәрегеҙ. Үҙ-үҙеңде телефон камераһына төшөргән селфи фотолары бармай. Күмәкләп төшкән, унан ҡырҡып алырҙар әле, тигән һүрәттәр ҡабул ителмәне. Был мәсьәләгә яуаплы ҡарау талап ителә. Иң яҡшыһы – ҡояш яҡтыһында тәбиғәттә фотоға төшөү.
Түбәндә “иң-иң”дәрҙе тәҡдим итәбеҙ. Әйтергә кәрәк, номинанттарҙы һайлау еңелдән булманы. Бөтә ҡыҙҙар ҙа һылыу, уңған, ҙур маҡсаттар ҡороп йәшәй. Йәмәғәт тормошонда ҡайнап, башҡорт рухы менән һуғарылып, шул уҡ мәлдә сәләмәт йәшәүҙе лә үҙ итәләр. Аш-һыуға, ҡул эштәренә оҫта, мәктәптә уҡығанда район бәйгеләренән сит илдәрҙәге төрлө проекттарҙа еңгәндәре лә бар. Шулай ҙа ярыш булғас, еңеүсеһе лә билдәләнде. Уларҙы редакция коллективы һайланы, бер номинацияға интернет аша тауыш биреү ойошторолдо.

Әлиә Әбдрәшитова, “мисс нәзәҡәтлек”

“Йәшлек” гүзәле – 2014” конкурсы тамамландыБөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында тыуып үҫкән. Әлеге ваҡытта М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында белем ала. Буласаҡ һөнәре – башҡорт теле уҡытыусыһы.
Нимәһе ҡыҙыҡ – 2 декабрҙә Әлиәнең тыуған көнө булған, ә беҙ уға конкурста еңеүе тураһында иртәгәһенә әйттек. Үҙе әйтеүенсә, быны ишеткәс, икеләтә ҡыуанған.
Әлиә бик матур һөнәргә эйә – бейергә ярата. Алты йәштән бирле шөғөлләнә. Бейеү мәктәбен тамамлаған, төрлө кимәлдәге конкурстарҙа ҡатнашҡан. Әле лә университеттың “Ете ырыу” ансамблендә сығыш яһай. Тырыш ҡыҙ “Ҡорос” театр студияһы ҡуйған “Ауылға ҡыҙҙар килде” спектаклендә лә ҡатнашырға өлгөргән. Әлиә шулай уҡ әҙәбиәткә ғашиҡ, шиғыр яҙырға ла ярата, шуның өсөн дә башҡорт филологияһы факультетына уҡырға ингән. Модель, визаж мәктәптәрен тамамлаған, йырларға, төрлө бәйге-концерттарҙы алып бара.
Киләсәктә радио йәки телевидение өлкәһендә эшләргә, матур ғаилә ҡорорға хыяллана.

Нәркәс Мөхәммәтова, “мисс һөйкөмлөлөк”

“Йәшлек” гүзәле – 2014” конкурсы тамамландыӘбйәлил һылыуы Нәркәс Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетын тамамлаған. Әле ул БР ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығында бел­гес булып эшләй.
– Эшем бик оҡшай, шулай ҙа ғүмер буйы офиста ултырырға теләмәйем, сәнғәт өлкәһе ныҡ тарта, – тине ул әңгәмә барышында. Бала саҡтан әүҙем тормош алып барған уңған ҡыҙ әле лә Өфөлә үткән мәҙәни сараларҙы ҡалдырмай, башҡорт йәштәре донъяһында ҡайнап йәшәй. Йырларға ярата, төрлө кон­курстар­ҙа еңеүҙәр яулаған. Модель агентлығында ла шөғөлләнә, һылыуҡайҙар бәйгеләрендә лә күп ҡатнашҡан.
Киләсәктә матур ғаилә ҡорорға, кәмендә өс балаға өлгөлө әсәй булырға хыяллана.

Эльза Буранбаева, “мисс серлелек”

“Йәшлек” гүзәле – 2014” конкурсы тамамландыСпортҡа һәм тормошҡа ғашиҡ, сәләмәт йәшәүҙе үҙ иткән ҡыҙ сығышы менән Учалы районынан. Эльза Мәскәү иҡтисад университетының Өфө филиалында “Иҡ­тисад һәм кредит” факультетын тамамлаған. Әле ул “Росгосстрах Банк”та баш иҡтисадсы булып эшләй.
Йырларға, фотоға төшөргә, яңы кешеләр менән танышырға ярата. Киләсәктә сихри Таиланд иленә лә сәйәхәткә барырға, иң яҡшы ҡатын һәм әсәй булырға, банк өлкәһендә уңышлы карьера эшләргә хыяллана.
– Бөтәһен дә “Йәшлек” гәзитен алдырырға, уҡырға өндәйем, – тине Эльза. – Һәр кем уның биттәрендә үҙенә кәрәкле һәм файҙалы мәғлүмәтте таба ала. Мин дә гәзитте яратам. Конкурстарҙа ҡатнашығыҙ, төрлө ҡыҙыҡлы яңылыҡтарҙы хәбәр итегеҙ. Ҡыҫҡаһы, күңелле йәшәгеҙ һәм тормошоғоҙ ҙа сағыу буласаҡ.

“Бәйләнештә”ге “Йәшлек” гүзәле – 2014” конкурсы” төркөмөндә үткәрелгән тауыш биреүҙә Айгөл Ҡәйепҡолова еңде.

“Йәшлек” гүзәле – 2014” конкурсы тамамландыЕйәнсура районының Юлдаш ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ әлеге ваҡытта Башҡорт дәүләт аграр университетының технология бүлегендә белем ала.
Буш ваҡытында ҡул эше менән булышырға, ырғаҡ менән бәйләргә ярата. Уҡыу йортоноң бейеү ансамблендә һәм театр түңәрәгендә шөғөлләнә. Еңел атлетика буйынса республика чемпионы. Яҡшы уҡыуы, ғилми эштәре һәм университет сараларында әүҙем ҡатнашҡаны өсөн республикабыҙҙың иң яҡшы студенттары исемлегенә индерелгән. Киләсәктә ауыл хужалығы буйынса үҙ эшен асырға, илгә кәрәкле кеше булырға хыяллана.
– “Бәйләнештә”ге “Йәшлек” гүзәле – 2014” конкурсы” төркөмөндә минең өсөн тауыш биргән дуҫтарыма рәхмәт әйтке килә. Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын, тигәндәй, шөкөр, улар миндә күп. Айырыуса беҙ, Ейәнсура башҡорт гимназияһын тамамлаусылар, татыубыҙ, гел осрашып торабыҙ. Шулай уҡ ауылдаштарым, туғандарым да күп тауыш бирҙе.


Алина Ғәлиева, “мисс саялыҡ”

“Йәшлек” гүзәле – 2014” конкурсы тамамландыҺылыуҡай тәү күреүҙән үк үҙенең үткерлеге, саялығы менән иғ­тибар­ҙы йәлеп итте. Тап ошондай башҡорт ҡыҙҙары ир-егеттәр ме­нән ихтилалдарҙа ҡатнашҡан, яуҙарға күтәрелгән. Әйткәндәй, Алина 2013 йылда Ғафури районында үткән “Сая ҡыҙ” ярышында ҡатнашҡан. Үҙе әйтеүенсә, матурлыҡ конкурстарын ҡыҙҙарҙың бар нәмәгә лә маһир булыуынан сығып ойошторорға кәрәк.
Алина – Ишембай районы ҡыҙы. Башҡорт дәүләт университетында уҡый. Буласаҡ һөнәре – башҡорт һәм сит телдәр филологы. Спорт менән шөғөлләнергә ярата, мәктәптә уҡығанында спектаклдәрҙә ҡатнашҡан. Һылыуҡай Ләйсән Мәзитованың “Сулпан” фильмында уйнаған. Күңеле моң тулы ҡыҙҙың видеошиғырҙары интернет селтәрендә бик популяр.
Быйыл Алина “Гүзәллектең милли сығанаҡтары” (Les origines de la beautu) исемле художестволы-документаль һәм фәнни коммерция булмаған халыҡ-ара проектта ҡатнашҡан. ЮНЕСКО үткәргән сара кешелектең этник төрлөлөгөн ерҙә йәшәгән төрлө милләт ҡатын-ҡыҙҙарының матурлығы аша тикшереүҙе маҡсат иткән.
Сая ҡыҙ киләсәктә кейәүгә сығып, яҡшы ҡатын һәм әсә булырға хыяллана.

Сығыу ваҡыты 8-01-2015, 09:17 | Ҡаранылар: 2224
|
  • Башҡорт ҡыҙы, һинең гүзәллеккә күктәге ай-йондоҙҙар, ҡояш та көнләшер!
  • Әсәһе кеүек көслө рухлы булырға ынтыла
  • «Бейеүгә ғашиҡмын»
  • Һылыуҡайҙар, һеҙ ҡайҙа?
  • Һылыуҡайҙар, һеҙ ҡайҙа? “Йәшлек гүзәле – 2014” конкурсы старт алды
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM