НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » “Еңеүҙәрҙән бигерәк, тәжрибә мөһим”

“Еңеүҙәрҙән бигерәк, тәжрибә мөһим”


“Еңеүҙәрҙән бигерәк, тәжрибә мөһим”Шулай тип иҫәпләй бер юлы ике вузда белем алыусы Сибай ҡыҙы Руфина Исхаҡова
Руфина менән та­ныш­тыр­ғанда, ғәҙәттә, хоҡуҡ һаҡлау өлкәһендә республика һәм Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты, бал бейеүҙәре буйынса республика турнирҙары призеры, волейбол бу­йынса Сибай ҡалаһы чем­пионы булыуын өҫтәп ҡуялар. Әйтерһең дә, башҡа ғәжәпләнерлек нәмә юҡ инде был һылыу ҡыҙҙа: ул ике юғары уҡыу йортонда уҡый. Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалында юрист һөнәрен үҙләштереп, быйыл диплом алһа, Силәбе дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһын ике йылдан тамамлап, профессиональ бейеүсе буласаҡ.

Тынғыһыҙ ҡыҙҙы ата-әсәһе алты йәшенән бейеү түңәрәгенә биргән. Бына шулай сәнғәт донъяһы менән яҡындан таныша башлаған. Сибай ҡалаһының 1-се мәктәбендә уҡығанда балалар сәнғәт мәктәбенең хореография бүлеген тамамлай, шулай уҡ гитарала уйнарға өйрәнә. Ғәҙәттә, ата-әсәләр, музыка мәктәбендә шөғөлләнгән балаларҙың мәктәптә белем алыу­ға ваҡыты етмәй, тип борсола. Руфина иһә мәктәптә лә тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшә.
– Бейеүҙе бик ныҡ яратһам да, мәктәптә уҡығанда, етди һөнәр һайларға кәрәк, тип ҡарар иттем. Тарих, йәмғиәтте өйрәнеү фәндәрен ярата торғайным, бәләкәй синыфтарҙан олимпиадаларҙа ҡатнаштым. Шуны иҫәпкә алып, СиБДУ-ның юридик факультетына уҡыр­ға индем, – ти ул.
Әлбиттә, башҡа йүнәлеште һайлаһа ла, ярат­ҡан бейеүҙәрен ташламай, университет, ҡала кимәлендәге төрлө конкурстарҙа ҡатнашыуын дауам итә. Икенсе курсты тамамлағас, күңелендә шик ярала: “Бәлки, буласаҡ һөнәремде икенсе өлкәлә һайлап, яңылышамдыр?” Ҡыҙ, уйланғандан һуң, бейеү буйынса яңынан уҡырға инергә ҡарар итә. Шулай Силәбе дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһына барып юлыға. Бында, Руфинаның бер юғары белем алыу йортонда уҡыуын иҫәпкә алып, ситтән тороп уҡыу бүлеген тәҡдим итәләр. Бындай боролошҡа әҙер булмаһа ла, ҡыҙ, әсәһе менән кәңәшләшкәндән һуң, тәҡдимгә ризалаша.
– Юрист һәм бейеүсе, ысынлап та, төрлө донъя кешеләре. Миңә ике өлкәне әлегә тиклем берләштерергә тура килгәне юҡ. Әммә икеһе лә берҙәй оҡшай һәм киләсәктә, бәлки, ике өлкәлә лә хәҙерге кеүек эшләй алырмын, тип ышанам. Әлбиттә, әлеге ваҡытта бейеү ваҡытымды күберәк биләй. Алты йәштән сәхнәгә сығып, тамашасыларға шатлыҡ өләшеү, аҙаҡ уларҙың алҡыштарын ишетеп һөйөнөү – бик татлы, бәхетле кисерештәрҙең береһе ул. Мин был тойғоһоҙ йәшәй алмайым, – ти ҡыҙ, кисерештәре менән бүлешеп.
Алдынғы һәм өлгөр студент еңеүҙәре, ҡаҙаныштары менән туҡталып ҡалмай, һәр ваҡыт алға ынтыла. Ғөмүмән, конкурстарҙа, олимпиада­лар­ҙа ҡатнашыу – уның өсөн үҙ-үҙен һынау, яңы мөмкинлектәрен асыу рәүеше. “Еңеүҙәрҙән бигерәк, туп­лан­ған тәжрибә ҡиммәт”, – ти ул. Әлеге ваҡытта Руфина Исхаҡова “Сибай йондоҙҙар ҡабыҙа” тип атал­ған вокал-хореография конкурсының икенсе этабына әҙерләнә. Ҡыҙ өсөн был ҙур һынау булмаҡсы, сөнки үҙ сығышында ҡатмарлы хореографик элементтарҙы ҡулланырға те­ләй. Бер рәттән, юридик фа­культеттың дипломын алырға әҙерләнә.
Өлгөр кешеләргә хас ты­рышлығы, сәмлелеге менән алдырған Руфинаның ал­ҡыштарға күмелер көндәре алда әле. Ҡайһы юлды һайлаһа ла, унан уңышлы барырына тамсы ла шик юҡ.

М. АСҠАРОВА.

Сығыу ваҡыты 14-11-2014, 05:06 | Ҡаранылар: 1554
|
  • “Уҡытыусым һөнәр һайларға ярҙам итте” йәки Табип булырға теләгән ҡыҙ бөгөн мәктәптә эшләй
  • Өлгөр Ләйсән
  • Мин – башҡорт ҡыҙы!
  • Студенттар ҙа театр ярата
  • “Башҡорт йыры”ның йәш таланттары
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM