НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Таңсулпан ИБРАҺИМОВА.
Конкурстар / Йәшлек гүзәле // Вчера, 12:38


Таңсулпан ИБРАҺИМОВА.“Хаталар ҙа булыр тормошоңда, тик тормошоң хата булмаһын!”
Бөйөк шағир Рәми Ғариповтың был һүҙҙәре тормош девизыма әүерелгән. Миңә 21 йәш. Йәмле Бөрйән районының Аҫҡар ауылында тыуғанмын. БДУ-ның Бөрө филиалында 5-се курста белем алам. Шулай уҡ вуздың өҫтәмә белем биреү бүлегендә туризм эшмәкәрлеге һөнәрен үҙләштерәм.
Бала саҡтан шиғырҙар ижад итәм, китап уҡырға яратам, ғөмүмән, әҙәбиәткә мөкиббән ғашиҡмын. Мәктәп йылдарында әүҙем яҙышҡаным өсөн “Йәншишмә” гәзитенең йәш хәбәрсеһе” исеменә лайыҡ булдым. Яратҡан гәзитемә һөнәр һайлағанда этәргес көс булғаны өсөн ҙур рәхмәт. Ғилми-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашам, тормош уртаһында ҡайнап йәшәргә тырышам.
Хәҙерге ваҡытта мине бигерәк тә тел мәсьәләһе борсой. Халҡыбыҙға: “Ғәзиз телебеҙҙе һаҡлайыҡ, рухыбыҙға саң ҡундырмайыҡ”, – тип әйткем килә. Ярты юлда туҡтап ҡалмаған, маҡсатҡа ынтылыусан кешеләр минең өсөн һәр саҡ өлгө булып тора....

Розалина ИБРАҺИМОВА.
Конкурстар / Йәшлек гүзәле // 18-10-2017, 13:11


Розалина ИБРАҺИМОВА.Көйөргәҙе районының йәмле Ҡотлоюл ауылында тыуып үҫтем. Бәләкәй саҡтан башҡортса әкиәттәр уҡырға, йырҙар тыңларға, бейергә яраттым. Милли рухта тәрбиәләгәндәре өсөн атай-әсәйемә рәхмәтлемен.
Әлеге көндә миңә 16 йәш. Күмертау ҡалаһының 3-сө башҡорт республика гимназия-интернатының 10-сы класында белем алам. Ғилми эҙләнеү эштәрендә һәм олимпиадаларҙа ҡатнашам, шуның өсөн яңыраҡ Ҡара диңгеҙ буйындағы “Артек” лагерына ял итеүгә юллама бүләк иттеләр.
Гимназияның “Аҡсарлаҡ” ансамблендә бейейем, ҡыҙҙар командаһында волейбол уйнайым. Көйөргәҙе районы һәм Күмертау ҡалаһының “Юшатыр” гәзитенә яҙышам, унда шиғыр-мәҡәләләрем сығып тора. Быйыл район кимәлендә үткән “Һылыуҡай” конкурсында гран-при яуланым.
Киләсәктә үҙ халҡыма, республикама кәрәкле кеше булырға, матур ғаилә ҡорорға хыялланам....

Ләйсән Әбүзәрова.
Конкурстар / Йәшлек гүзәле // 6-10-2017, 11:07


Ләйсән Әбүзәрова.Фотоһүрәттәге һылыу – Ғафури районының Ташаҫты ауылы ҡыҙы. Бала сағын сылтырап аҡҡан Еҙем буйҙарында үткәргән.
Ләйсән тәбиғәткә ғашиҡ, уны һаҡлау һәм яҡлау өсөн барыһын да эшләй. Бәләкәйҙән дуҫ-иптәштәрен йыйып, һыу буйҙарын, урман-ҡырҙарҙы сүп-сарҙан таҙартырға алып сыҡҡан. Был изге эште әле булһа ла дауам итә. «Тәбиғәт – ул беҙҙең икенсе йортобоҙ, күңел көҙгөбөҙ. Һин уға ҡарата ниндәй мөнәсәбәттә булһаң, ул да һиңә шулай яуап ҡайтара», – ти Ләйсән.
Изге йөрәкле, кешелекле, күңелендә кер йөрөтмәгән ҡыҙ һәр яҡлап та камил. Әле Ләйсән, әсәһенән күреп, дин менән ҡыҙыҡһына, хәҙистәр ятлай.
Буласаҡ һөнәрен дә кешегә ярҙам итеү, изгелек ҡылыу маҡсаты менән һайлаған. Әлеге көндә Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы медицина колледжының 2-се курсында белем ала.

Алина ӘБҮЗӘРОВА....

Айгөл РАХМАНҒОЛОВА
Конкурстар / Йәшлек гүзәле // 25-09-2017, 10:59


Айгөл РАХМАНҒОЛОВА20 йәштә. Баймаҡ районының Үрге Яйыҡбай ауылында тыуып үҫкән.
Әле Магнитогорск дәүләт техник университетында дүртенсе курста уҡый, буласаҡ һөнәре – химик-технолог. Шулай уҡ инглиз телен өйрәнә, һүрәт төшөрөргә ярата.
Киләсәктә бәхетле булырға, матур ғаилә ҡорорға теләй....

Әлиә РӘХМӘТУЛЛИНА
Конкурстар / Йәшлек гүзәле // 18-09-2017, 10:59


Әлиә РӘХМӘТУЛЛИНА
16 йәштә. Ишембай районының Этҡол ауылынан.
Бейергә ярата, ауылдағы «Емеш» ансамблендә сығыш яһай. Киләсәктә ата-әсәһенә терәк булырға, бар уй-хыялын тормошҡа ашырырға ниәтләй....

Айгөл Ғафарова
Конкурстар / Йәшлек гүзәле // 8-09-2017, 12:36


Айгөл Ғафарова 22 йәштә. Архангел районы ҡыҙы. Быйыл БДУ-ның «документар менән эшләү һәм архив эштәрен алып барыу» бүлеген тамамлаған, әле Архангел районы хакимиәтендә эшләй.
Тыныс холоҡло, аҡыллы. Музыка тыңларға, тәмле итеп ашарға бешерергә ярата....

Нурзилә САФИУЛЛИНА
Конкурстар / Йәшлек гүзәле // 25-08-2017, 12:39


Нурзилә САФИУЛЛИНА22 йәштә. Баймаҡ районының Ниғәмәт ауылында тыуып үҫкән. Быйыл Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлап, химия һәм иҡтисад буйынса уҡытыусы һөнәрен үҙләштергән.
Буш ваҡытында ҡыҙҙарға төрлө прическа, макияж эшләргә, беләҙектәр яһарға ярата. Хыялы – бәхетле ғаилә ҡороу....

Гөлфинә ӘМИНЕВА
Конкурстар / Йәшлек гүзәле // 21-08-2017, 14:50


Гөлфинә ӘМИНЕВА26 йыл элек Магнитогорск ҡалаһында тыуғанмын, шунда үҫкәнмен. Үҙемде барыбер Әбйәлил ҡыҙы итеп хис итәм, сөнки атай-әсәйемдең сығышы шунан.
Мәктәпте тамамлағас, Магнитогорск дәүләт университетында документовед һөнәрен алдым, аҙаҡ техник университеттың юриспруденция бүлеген тамамланым. Тормошта төрлө хәл була, кәрәге тейер әле тип, массажсы, медицина шәфҡәт туташы курстарын тамамланым. Ысынлап та, алған белемемдең кәрәге тейеп кенә тора.
Интернет заманы булғас, өйҙә лә, эштә лә компьютер артында күп ултырырға тура килә, арыуҙы баҫыр өсөн көнсығыш бейеүҙәре менән шөғөлләнәм. Иң яратҡан шөғөлөм – фото төшөрөү һәм сәйәхәт итеү, тәбиғәттең матурлығын күрә белеү.
...

Ләйсән Мусина. 22 йәш.
Конкурстар / Йәшлек гүзәле // 11-08-2017, 11:29


Ләйсән Мусина. 22 йәш.
Ләйсән Мусина. 22 йәш. Баймаҡ ҡалаһында тыуып үҫкән.
Быйыл Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлап, балалар табибы һөнәрен алған.
...

“Үҙегеҙ өсөн ваҡыт табығыҙ”
Конкурстар / Йәшлек гүзәле // 3-07-2017, 15:32


“Үҙегеҙ өсөн ваҡыт табығыҙ”“Исемең – сәскә, фамилияң – батыр.
Ямаҡай ауылында тыуһаң да,
Үҙең бигерәк матур!” – тип яҙғайны миңә шағирә Зөһрә Ҡотлогилдина.
Эйе, минең исемем – Роза, фамилиям – Батыраева. 1992 йылдың 24 мартында Благовар районында донъяға ауаз һал­ғанмын. Мин дә, яҙ миҙгеле кеүек, төрлө яҡтан үҙемде һынап ҡарарға яратам.
Татыу, матур ғаиләлә апайҙарымдың “ҡояшыбыҙ” тип иркәләүенә, атай-әсәйемдең наҙына төрөнөп үҫтем....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM