«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Хыялдарын маяҡ итеп



19.09.2014 Хыялдарын маяҡ итеп

Хыялдарын маяҡ итепГөлназ Ҡәҙер­бир­ҙина Мәсетле ра­йонының Тайыш ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә тыуып үҫкән. Ата-әсәһенең мәктәп эше менән янып йөрөгәнен күреп йөрөгән ҡыҙ бала саҡтан уларҙың юлын дауам итергә хыяллана.
Әлеге мәлдә Гөлназ Сипайлово биҫтәһендә эшләүсе “Битлек” йәш тамашасылар театрында шөғөлләнеүсе балаларға вокал серҙәрен өйрәтә. Балалар өсөн спектаклдәр ҡуялар, тамашалар менән сығыш яһайҙар. Эш менән бер рәттән, Гөлназ матур ғаилә лә ҡора. Ире Марс менән Асҡар исемле малай үҫтерәләр. Тормош тотҡаһы ҡатын-ҡыҙ икәнен яҡшы белгән Гөлназ ғаиләһен тәмле аштар, йылы ҡараш һәм иғтибары менән йәмләй, иренә ышаныслы тормош иптәше, улына яҡшы әсәй булырға тырышып донъя көтә.
Әммә бала саҡта күңеленә төшкән хыял орлоғо йылдар үтеү менән морон төртә, баш ҡалҡыта. Күңеле йырға тартылған Гөлназ яңынан-яңы йырҙар яҙҙыра. Шағирҙар Радик Хәкимйәнов, Гөлфиә Шакирова, Нурлан Ғәниев, композиторҙар Риф Арыҫлан, Урал Рәшитов, Зифа Нагаева, Татарстандан Сәйҙәш Хәсәнйәнов менән ижади бәйләнеш барлыҡҡа килә. Шулай уҡ Гөлназ үҙе лә йырҙар яҙа. Йылдан-йыл уның моңло тауышына һоҡланыусылар арта. 2007 йылда үткән тәүге концертын да тамашасылары һағынып иҫләй. “Бәйләнештә” сайтындағы ижадын үҙ итеүсе дуҫтары унан: “Яңы концерт программаһы ҡуймай­һыңмы? Килер инек. Йыр­ҙарыңды, моңло тауышыңды һағындыҡ”, – тип хат яҙа башлағас, Гөлназ үҙенең яңы концерт программаһын ҡуйырға була. Быйыл йәй үк әҙерлек эштәренә тотона.
Хыялдарын маяҡ итеп26 сентябрҙә Башҡорт дәүләт филармонияһының ҙур залында Гөлназ Ҡәҙербирҙина “Йырлап йәшәйек бергә” концерт программаһын тәҡдим итә. Сценарий авторы һәм режиссеры Франгизә Илбәкова йырсының матур ғаиләһенә һоҡланыуын ошо тамаша аша еткерә. Концертта ғаилә, балалар һәм мөхәббәт темаһына өҫтөнлөк биреләсәк. Шулай уҡ уйын-көлкө, бейеүҙәр менән үрелеп барасаҡ матур тамашала Гөлназдың уҡыусыһы, йәш йырсы Гөлфиә Моталова һәм ижадташ дуҫтары Венер Камалов, Зилә һәм Хәсән Усмановтар, Заһир Ишкин, “Ант” төркөмө, Руслан Мөхәмәҙиев, Гүзәл һәм Иҙрис Кәлимуллиндар ҡатнашасаҡ. Ә концертты журналист булараҡ та, һүҙ оҫтаһы булараҡ та киң танылыу яулаған Наил Юнысов алып барасаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға