«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Заманса бейеүселәр Өфөгә йыйылды



20.11.2010 Заманса бейеүселәр Өфөгә йыйылды

Алтынсы төбәк-ара эстрада һәм заманса хореография фестиваленә Мари Иленән, Свердловск, Силәбе, Ырымбур, Ярославль өлкәләренән 40-тан ашыу йәштәр коллективы килде. Бейеүселәрҙе һынау өс көн буйы барҙы. Бөгөн ул тамамланып, еңеүселәр билдәләнергә тейеш. Фестиваль номинациялары заманса (джаз, модерн, контемппори, ирекле пластика), эстрада (шоу, диско һ.б.), бал бейеүенә (латино, үҙенсәлекле номер) бүленгән.
Әйткәндәй, конкурс барышында бейеү коллективтары етәкселәре өсөн ижади лаборатория эшләне, шулай уҡ оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде.

Т. АМАНОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға