«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Бәхет – үҙ илеңдә, үҙ ереңдә



13.11.2010 Бәхет – үҙ илеңдә, үҙ ереңдә

Әйтә торған һүҙем барыһына ла билдәле, әммә тағы ла ҡабатланмай булдыра алмайым. Сөнки һуңғы йылдарҙа милләттәштәребеҙҙең эшһеҙлектән күпләп ситкә сығып китеүе ҙур хафаға һала. Дөрөҫ булмаған сәйәсәт – мәктәптәрҙе ябыу, кешеләрҙе эштән ҡыҫҡартыу һ.б. кеүек күренештәр халҡыбыҙҙың тормошона кире тәьҫир итеп, ҡурҡыныс һөҙөмтәләргә килтерә. Эш эҙләп күпселектә ирҙәр сит тарафтарға юллана, ә ҡыҙҙар, егеттәр булмағанлыҡтан, башҡа милләт, сит ил вәкилдәренә кейәүгә сығып китә башланы. Һөҙөмтәлә ситкә китеүселәр ассимиляцияға бирелә, шулай итеп, Башҡортостанда башҡорттарҙың һаны кәмей. Был халыҡ иҫәбен алғандан һуң асыҡ күренәсәк. Әйтергә теләгәнем: милләттәштәрем, ситкә китмәгеҙ! Сөнки беҙ күмәк, бергә булғанда ғына көслөбөҙ. «Сит илдә солтан булғансы, үҙ ереңдә олтан бул», «Бүленгәнде бүре ашар, айырылғанды айыу ашар», – ти халҡыбыҙ мәҡәлдәре.
Ситкә киткән таныштарымдың яҙмышына ҡарайым да, уйға ҡалам. Уларҙың береһенең дә бәхете юҡ. Үкенес-һағышта, ата-әсәһенән, туған-тыумасаларынан, дуҫ-иштәренән алыҫта ғүмер кисерәләр. Яҡындары менән тере саҡтарында рәхәтләнеп аралаша ла, уларға ярҙам да итә алмайҙар. Ситтә булғас, үҙҙәренә лә тиҙ генә кәңәш биреп, ярҙам итеп булмай. Балалары телде, динде, милләтебеҙҙең рухи донъяһын белмәй үҫеп, ситтә ҡала. Үҙҙәре ҡайтҡан хәлдә лә, ғүмер буйы хәләл көстәре менән йыйған байлыҡтары (йорто, малы һ.б.) сит ерҙә тороп ҡала. Алыҫ йәшәгәс, ҡайһы берҙәре атай-әсәй­ҙәрен ерләргә лә ҡайтып өлгөрмәй, үҙҙәре лә мәрхүм булһа, һөйәктәре ете ят тупраҡта ятып ҡала...
Аллаһы Тәғәлә халҡыма был ерҙе, Урал тауын, башҡорт телен бушҡа ғына бирмәгән. Беҙ улар өсөн яуаплы. Шуға күрә үҙебеҙгә бирелгән ерҙә йәшәп, уны күҙ ҡараһындай һаҡларға тейешбеҙ. Әгәр ҙә милләтебеҙ көслө булһын тиһәк, үҙ еребеҙҙә татыу, берҙәм булып бергә йәшәргә тейешбеҙ. Әлбиттә, сит илдәргә барып уҡып ҡайтырға мөмкин. Әммә уныһы ла, ҡайтып, тыуған илдә хеҙмәт итер өсөн генә булырға тейеш.
Бурысыбыҙ шул: бер-береһенән айырылғыһыҙ иң ҡиммәт өс төшөнсәне – еребеҙҙе, телебеҙҙе, динебеҙҙе һаҡлау! Телебеҙҙе белһәк, милли рухыбыҙ булыр. Ә иманһыҙҙа милли рух булмай. Әҙәп-әхлаҡ булғанда ғына иман йәшәй. Иманлы ил генә көслө. Көслө ил генә ерен һаҡлай ала.

Ғ. Аматуллаһ.
Өфө ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға