«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » «Беҙ ҡабыҙған уттар һүнмәһен...»



16.11.2010 «Беҙ ҡабыҙған уттар һүнмәһен...»

20 ноябрҙә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы һәм Бөтә Рәсәй халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсы лауреаты Ғәли Хәмзиндың «Беҙ ҡабыҙған уттар һүнмәһен...» исемле хәтер кисәһе уҙа.
Ул – Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә, сит илдәрҙә лә тамашасы һөйөүен яулаған маһир артистарыбыҙҙың береһе. Халҡыбыҙ моңдары менән бер рәттән, классик, эстрада йырҙарын да берҙәй оҫта, юғары кимәлдә башҡарған киң диапазонлы профессионал. Хәтер кисәһендә йырсыны иҫкә алыр өсөн уның ижадташ дуҫтары – Тәнзилә Үҙәнбаева, Азат Айытҡолов, Радик Вәлмөхәмәтов, Римма Амангилдина, Венера Рәхмәтуллина, Азамат Тимеров, Сәйҙә Ильясова, Илшат Ишморатов, Урал Мортазин, Нәсимә Тимерова, Сибәғәт Яруллин, Рим Гәрәев һәм башҡалар сығыш яһаясаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға