«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » «Гәлсәр һандуғас»тар моң һуҙҙы



30.10.2010 «Гәлсәр һандуғас»тар моң һуҙҙы

– Миңә айырыуса Баймаҡ ҡыҙы Розалия Иҙелбаеваның йырлауы оҡшаны, тауышы бигерәк тә моңло.
– Ян Лира ла матур йырлай.
– Финалға кемдәр үтер икән?
Концерт башланырға әле апаруҡ ваҡыт булһа ла, зал халыҡ менән шығырым тулы. Гөлләмәләр тотҡан кешеләр ҙә шаҡтай күп күренә. «Гәлсәр»ҙәр тиһәң, халыҡ зыҡ ҡуба шул. Үҙҙәренең халыҡсанлығы, моңло йырҙары менән сәнғәт һөйөүселәрҙең күңелен әсир итә улар.
Башҡортостан телевидениеһының бынан теүәл ун йыл элек ойошторолған «Гәлсәр һандуғас» продюсерлыҡ үҙәгенең офоҡтары йылдан-йыл киңәйә бара. Ошо осорҙа кемдәргә генә ҡанат бирмәгән дә, кемдәрҙе генә серле сәнғәт донъяһына осормаған ул! Рәүилә Мәсәлимова, Иҙел Нурғәлин, Марсель ҡотоев, Искәндәр Ғәзизов, Рөстәм Шаһыбалов...
Йыл буйы барған быйылғы конкурста илленән ашыу ҡыҙ һәм егет ҡатнашты. Тамашасыларҙан килгән СМС-хәбәрҙәрҙең һөҙөмтәһе буйынса егерме икеһе ярым финалда ҡатнашыу хоҡуғы алған. Декабрҙә уҙасаҡ гала-концертҡа шуларҙың тап унауһын һайлап алыу бурысы ҡуйылды. Бының өсөн республикабыҙҙың танылған сәнғәт әһеле Флүрә Килдейәрова рәйеслегендәге жюри составы билдәләнде. Унда билдәле йырсылар Нәзифә ҡадирова, Фәнүнә Сиражетдинова, Азамат Тимеров менән бергә, журналист Венер Исхаҡов та бар ине. Шулай уҡ тамашасылар араһынан бер кеше алынды.
Залдағылар йәштәрҙең йыр-моңон алҡыштар менән оҙатты. Ә жюриҙағылар һәр сығышҡа берҙән алып бишкә тиклем балл менән үҙ баһаһын бирҙе. Конкурстың иң йәш ҡатнашыусыһы, Әбйәлил егете Айрат Зиннәтов, әле ун беренсе синыфта ғына уҡыһа ла, үҙен иркен тотоуы, матур тауышы менән барыһының да күңелен әсир итте. «Тамашасы һөйөүе» призын залдағылар нәҡ уға биреүҙе хуп күрҙе. Бухгалтер булып эшләүсе Хәйбулла ҡыҙы Резеда Рәхмәтуллинаның да моңло тауышын әҫәрләнеп тыңланылар. Ян Лира, Айҙар Рәҡипов, Әлиә Хажиева, Эльмира һәм Эльвира Ғилмановалар, Динара Шакирова, Заһир Хызыров, Илнур Ғәбделхаҡов, Илнур Назаров, Тимур Рамаҙанов, Айҙар Хәмзин, Артур Насиров жюриҙың иң юғары билдәһенә лайыҡ булды.
Гала-концертҡа ун йырсы һайланып алынырға тейеш булһа ла, һөҙөмтәләр юғары булыу сәбәпле, әлегә ун биш кеше ҡалдырылды.
– Әммә СМС-тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса декабрҙә үтәсәк йомғаҡлау концертына ун йырсы ғына алынасаҡ. Шуға ла яратҡан йырсыларығыҙ өсөн тауыштарығыҙҙы бирегеҙ, – тине тамашаны алып барыусы Земфира Байбулдина.
В. АЙҘАРОВ.

Р.S. «Йәшлек» гәзитенең киләһе һандарында «Гәлсәр һандуғас»тың финалында ҡатнашасаҡ йырсылар менән яҡынданыраҡ таныштырырбыҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға