«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Бөгөнгө театрҙың Шәүрәкәйе һәм Ғәлиәбаныуы



19.04.2013 Бөгөнгө театрҙың Шәүрәкәйе һәм Ғәлиәбаныуы

Бөгөнгө театрҙың Шәүрәкәйе һәм ҒәлиәбаныуыСтәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры 16 – 23 апрелдә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында үҙ гастролен уҙғара. Уның барышында 21 апрелдә Резеда Әмәкәсеваның ижад кисәһе үтәсәк
Стәрлетамаҡ театры актрисаһы, йәш булыуына ҡарамаҫтан, үҙен етди, ҙур сәхнә артисы тип танытып өлгөргән. Тиҫтәгә яҡын йыл эсендә сағыу ролдәр тупланған. Бынан тыш, Резеда Әмәкәсеваның йыр репертуары ла барлыҡҡа килгән.
Миәкә районының Илсеғол ауылы ҡыҙы Өфө дәүләт сәнғәт академияһын тамамлағас та «Башҡортостан» телерадиокомпанияһында режиссер ассистенты булып эш башлай. Әммә күңеле театрға тарта.
– 2004 йылда Стәрлетамаҡ театрына килдем. Коллектив мине бик йылы ҡабул итте. Ғөмүмән, беҙҙең театрҙа йәш, оло актер, тип бүлеп тороу юҡ, һәр кешегә тиң ҡарайҙар, – ти ул.
Стәрлетамаҡта шунда уҡ үҙ урынын таба Резеда. Ролдәр артынан ролдәр китә. Йәш актер­ҙарға классик спектаклдәрҙәге төп ролдәрҙе ышанып тапшыралар.
– Һабаҡташым Рафиҡ Хәсәнов менән «Шәүрәкәй» спектаклендә Шәүрәкәй менән Сураҡайҙы уйнаныҡ. Икебеҙҙең дә йырлағаныбыҙҙы белгәс, ошо образдарҙы тәҡдим иттеләр, – ти актриса.
Шәүрәкәй ролен уңышлы башҡарып, Резеда театрҙың ғына түгел, республиканың төп актрисаларының береһенә әүерелә. Уға ҙур ролдәрҙе тәҡдим итә башлайҙар. Резеда «Ғәлиәбаныу»ҙа ‒– Ғәлиәбаныу, «Ҡоҙаса»ла – Наза, «Аҫылйәр»ҙә Ләлә образдарын үҙенсә, яңыса һынландыра.
Резеда бала саҡтан артист булырға хыяллана. Сәхнәгә булған һөйөүҙе атаһы үҫтерә. Атаһының, ҡыҙым артист була, тип әйтеүе Резеданың хәтерендә тәрән уйылып ҡала. Оҙон көйҙәрҙе лә атаһынан өйрәнә.
– Бәләкәй саҡта халыҡ йырҙарын аңламаһам да, күңелгә һеңеп ҡалғандыр инде. Хәҙер оҙон көйҙө тыныс ҡына тыңлай ҙа, башҡара ла алмайым, – ти ҡыҙ.
Йыр сәнғәтенә һәләте, ысынлап та, нәҫелдән килә. Атаһының бер туған ағаһы заманында махсус белемһеҙ көйө филармонияла йырлап йөрөгән. Шулай ҙа Резеда актер һөнәрен тәүге урынға ҡуя, иң тәүҙә мин – актриса, һуңынан ғына – йырсы, ти. Йыр иһә һөнәрендә төп таяныс, ярҙамсы булып тора. Йырһыҙ бер спектакль дә үтмәй, ғөмүмән, йырсы актрисаға ижад итеүе еңелерәк, ти сәхнә оҫтаһы. Күп тамашасы Резеда Әмәкәсеваны йырсы булараҡ «Гәлсәр һандуғас» конкурсы аша белеп ҡалды. Был фестивалдән һуң Резеданың йыр репертуары шаҡтай байыны. Халыҡ йырҙары ла, заманса яңы йырҙар ҙа өҫтәлде. Композиторҙар менән бәйләнеш булдырылды, дуэттар барлыҡҡа килде.
– Риф Арыҫлан, Альберт Шаһиев кеүек шәхестәр менән эшләүемә шатмын. Татарстандың халыҡ артисы Рафаэль Ильясов менән гастролгә сығып, уның менән бергә «Ғәлиәбаныу» йырын башҡарыуым минең өсөн ҙур тәжрибә булды.
Әлбиттә, бөгөнгө актерҙар, театрҙан тыш, үҙҙәрен кино сәнғәтендә лә һынап ҡарарға теләй. Унһыҙ актерлыҡ оҫталығы тулыһынса асылып бөтмәгәндәй кеүек. Тамашасы ла бөгөн актерҙы кино аша таный һәм баһалай. Был йәһәттән республика артистары өсөн ҙур ижад майҙаны бар, тип әйтеп булмай. Туғандаш халыҡтарҙың кино сәнғәте ярайһы уҡ үҫешкәнгә күрә актерҙарына ижади яҡтан ғына түгел, матди йәһәттән дә мөмкинлектәр асыла.
Йыл һайын тиерлек Ҡаҙағстанға сығып торабыҙ. Ундағы актерҙарҙың, ысынлап та, кино арҡаһында яҡшы итеп аҡса эшләүен күрәбеҙ. Йәш кенә артистар ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә фатир алып өлгөрә, – ти актриса. – Шулай уҡ һәр актер репертуарын донъя классикаһы менән байытырға хыяллана. Әлбиттә, классик ролдәр актерҙы үҫтерә, әммә милли театрҙар ҡуйған донъя спектаклдәре сығымдарҙы аҡлаймы, юҡмы – иң тәүҙә ошо уйҙан сығып эш ителә. Мин килгәнгә тиклем Стәрлетамаҡ театрында Мольер, Шекспир әҫәрҙәрен ҡуйғандар. Аҡса, баҙар заманында иһә классик ролдәр эләгеп бармай. Уның ҡарауы, бөгөн үҙ классик спектаклдәребеҙ үтемле тип әйтә алабыҙ. Халыҡ бигерәк тә йырлы-бейеүле әҫәрҙәрҙе ярата. «Ғәлиәбаныу» инде нисәмә йыл аншлаг менән үтә.
Резеда Әмәкәсеваның ижад кисәһе лә аншлаг менән үтер, моғайын. Тамашасылар өсөн матур концерт әҙерләнгән. Унда спектаклдән өҙөктәр, яңы йырҙар ҙа буласаҡ. Актрисаның ижадташ дуҫтары ла сығыш яһаясаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға