«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Композиторға – Дуҫлыҡ ордены



19.10.2010 Композиторға – Дуҫлыҡ ордены

РФ Президенты Д. Медведев композитор Рафаил ҡасимовты Ватан мәҙәниәтен һәм сәнғәтен үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары һәм оҙайлы емешле эшмәкәрлеге өсөн Дуҫлыҡ ордены менән бүләкләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.
Рафаил Ғәбделхәй улы ҡасимов – БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, халыҡ-ара һәм республика конкурстары дипломанты. Ул Өфө дәүләт сәнғәт институтын «пианист» һәм «композитор» белгеслеге буйынса тамамлаған.
2004 йылда Рафаил ҡасимов Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды. Ул педагогик эшмәкәрлек менән дә әүҙем шөғөлләнә – Нариман Сабитов исемендәге 1-се балалар музыка мәктәбендә уҡыта.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға