«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Экранда – «Елғыуар»!



09.10.2010 Экранда – «Елғыуар»!

Экранда – «Елғыуар»!Республика көнө алдынан кино сәнғәтен һөйөүсе тамашасылар оло ҡыуаныс кисерҙе. Ниһайәт, талантлы режиссер Айсыуаҡ Йомағоловтың «Елғыуар» тип исемләнгән нәфис фильмы экранға сыҡты. Төп ролде Рәсәй тамашасыһына яҡшы таныш актер Марат Бәшәровтың уйнауы – фильмдың айырым бер үҙенсәлеге. Билдәле актер «Елғыуар»ҙа Руслан исемле һигеҙ йәшлек улы өсөн ваҡыт таба алмаған банкир ролен башҡара.
Баш ҡалала үткән премьераға Марат Бәшәров килә, имеш, тигән һүҙ аҡланманы. Әммә был байрам кәйефен бер ҙә генә боҙманы. Кино һөйөүселәр режиссер Айсыуаҡ Йомағолов, сценарий авторҙары Айҙар Аҡманов, Андрей Чернышев, төп ролдәрҙе башҡарыусы Мәүлетбай Ғәйнетдинов, Илнур Ғәниевтар менән ихлас аралашты.
Бюджеты егерме алты миллион һумға барып баҫҡан картина башҡорт кинематографияһы тарихында иң ҙур проект иҫәпләнә. Финанслауға бәйле уны төшөрөү алты йылға һуҙылған. «Башҡортостан» киностудияһының нәфис фильмы республикабыҙҙың ҡала-райондарында ла күрһәтеләсәк. Киностудияның директор урынбаҫары Фәнил Ғәлимов әйтеүенсә, ошо көндәрҙә генә, Өфөнән тыш, Ок­тябрь­ский, Стәрлета­маҡ, Нефтекама, Бәләбәй, Ишембай, Туймазы, Салауат, Мәләүез ҡалаларында премьералар үт­кән. Бөгөн фильм­­ды баш ҡаланың «Родина», «Кинопростор», «Искра», «Мегаполис», «Кино донъяһы» кинотеатрҙарында ҡарарға мөмкин. Яҡын киләсәктә фильм Ырымбур, Свердловск өлкәләрендә йәшәүселәргә лә барып етәсәк. Әле картинаны Бөтә Рәсәй прокатына сығарыу мөмкинлеге тураһында һөйләшеүҙәр бара.

Р. КҮСЕМХАНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға