«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Мәҙәниәтебеҙ республикабыҙҙың йөҙөн билдәләй



28.09.2010 Мәҙәниәтебеҙ республикабыҙҙың йөҙөн билдәләй

Сергей Тимофеевич Аксаковтың исеме Башҡортостанда һәм Рәсәйҙә генә түгел, донъя әҙәбиәтендә лә киң билдәле. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында уҙғарылған Аксаков балына Франция, Болгария, Белоруссиянан, Мәскәү, ҡаҙан, Екатеринбург, Санкт-Петербург ҡалаларынан ҡунаҡтар килеүе лә шуны раҫлай. Халыҡ-ара Аксаков байрамының юғары статус алыуы – Аксаковтың илебеҙ мәҙәниәтенә һалған ҙур өлөшөнә лайыҡлы баһа ул.
Байрамдың бал тип аталыуы юҡҡа түгел. Тупһанан атлап үткән һәр кемде тап шул байрам мөхите солғап ала. Сағыу, элек балға кейгәндәге кеүек матур кейемдәр кейгән ҡатын-ҡыҙҙар, елпеүестәр тотоп, боронғоса итеп төшөрөлгән кинолағы һымаҡ, ҡупшы ғына атлап йөрөй. Баштарына аҡ париктар кейгән ир-егеттәр һүрәттән төшкән ХVlll – ХlХ быуат кешеләренә оҡшап тора. Тик быларҙың барыһы ла ысынбарлыҡта бара, күңелгә үтеп инерҙәй музыка ла үҙеңде балда тип хис иттерә. Вальс иғлан ителгәс, зал буйлап парҙар өйрөлә башланы – улар бейеп түгел, осоп ҡына йөрөгән һымаҡ.
Байрам тантанаһы артабан тамашалар залына күсте. Килгән ҡунаҡтарҙы тәбрикләргә Башҡортостан Президенты Рөстәм Зәки улы Хәмитов та килгәйне. Уның үҙенә лә Аксаков исеме яҡын икән, сөнки бала сағында яҙыусының китаптарын уҡып үҫкән, аҙаҡ Аксаков фондының попечителлек советында ике рәйестең береһе булып торған.
– Сергей Тимофеевич Аксаковтың исеме Башҡортостаныбыҙҙың йөҙөн билдәләрҙәй шәхескә әйләнде. Нефть тә, ауыл хужалығы ла түгел, ә тап яҙыусының, мәҙәниәттең беҙҙе үҙ тамырҙарын, тарихын һәм мәҙәниәтен белгән халыҡ итеп тотоуы әһәмиәтле, – тине үҙ сығышында республика башлығы.
Тантана билдәле кешеләрҙе бүләкләү менән дауам итте. Михаил Чвановҡа Почет орденын Түбәнге Новгород ҡалаһында тапшырырға ниәтләгәндәр, әммә билдәле яҙыусы, Аксаков фонды рәйесе орденды Аксаковтың бала сағы үткән ерҙә, Рөстәм Хәмитов ҡулынан алыр өсөн Өфөгә килгән.
Аксаков исемендәге әҙәби премия драматург һәм шағир Константин Скворцовҡа тапшырылды. Уның һүҙҙәренә бик күп йыр яҙылған. Байрамда Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Татьяна Петрова шуларҙың береһен башҡарҙы.
Байрам барышында ҡунаҡтарҙы һәм байрамда ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп килгән ҡотлау һүҙҙәрен дә уҡып ишеттерҙеләр. Улар араһында Сергей Мироновтың, РФ мәҙәниәт министры Александр Авдеевтың да ҡотлауҙары бар ине.
Шулай уҡ фонд активистарын да билдәләп, Сергей Радонежский исемендәге миҙалдар тапшырылды. Миҙал алыу­сылар араһында Елена Евдокимова ла бар. Ул Башҡорт дәүләт университетының «Таусень» рус фольклор ансамблен етәкләй. Халыҡ ижадын тергеҙеү һәм пропагандалау буйынса күп эш башҡар­ған был тынғыһыҙ ханым.
Аксаков байрамының икенсе өлөшөндә «Рус классикаһы шедеврҙары» тип аталған концерт тәҡдим ителде. Тамашасылар алдында Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Владимир Суханов етәкселегендәге халыҡ музыка ҡоралдары ансамбле, халыҡ-ара музыкаль конкурстар лауреаты Любовь Басурманова һәм башҡа билдәле артистар сығыш яһаны.
Р. ДӘҮЛӘТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға