«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Мырҙалар тарихы



17.08.2010 Мырҙалар тарихы

Ете ырыуҙан торған Әйлеләрҙең бер тармағы – Мырҙа­лар ырыуы. Уның иҫ киткес боронғо тарихы тарихсылар тарафынан һаман да ныҡлап өйрәнелмәгән. Иң тәүҙә «мырҙа» һүҙенең килеп сығышын, нимә аңлатҡанын ҡарайыҡ.
Мыр – тамыр һүҙ, ҙа – ялғау. Мырҙа һүҙе фарсы, ғәрәп халҡында мирза рәүешендә әйтелеп, батша мәғәнәһен бирә. Ғәрәптәрҙең батшаһы – әмир. Ошо һүҙҙең тамырында ла «мир», беҙҙеңсә «мыр» тамыры ята булыр. «Мырҙа» атамаһының тәүге боронғо мәғәнәһе, тимәк, батша тигәнде аңлата.
Күренекле башҡорт уҡымышлыһы һәм ғалим Тажетдин Ялсығолов ХVIII быуат аҙағында – ХIХ быуат башында яҙылған «Тәуарихи Болғариә» тигән китабында Әйле ырыуы шәжәрәһен килтергән. Шәжәрәгә ҡарағанда, башҡорт һәм болғар хандарының Әйле ырыуы башҡорттары булыуы раҫлана. Тимәк, тағы ла аныҡлабыраҡ әйтһәк, башҡорт һәм болғар батшалары булып Мырҙалар ырыуынан һайланған кешеләр торған.
Мәсетле ауылын Мырҙалар мәсетлеһе, тиҙәр. Ләкин ул ауылдың боронғо исеме «Мырҙалар» булырға тейеш. Беренсенән, ауылдың боронғо зыяратын хәҙер ҙә «мырҙалар зыяраты» тиҙәр. Икенсенән, Ислам тарала башлаған дәүерҙә мәсет иң тәүҙә халыҡ күп йәшәгән үҙәктәрҙә һа­лынған. Хәҙерге Мәсетле ауылында ла булған ул. Тимәк, бөгөнгө Мәсетле ауылы Мырҙалар ырыуының үҙәге булған һәм «Мырҙалар – мәсетле ауыл» исеме менән йөрөтөлгән.
Мырҙа һүҙе әкренләп онотола барған һәм ауыл Мәсетле тип кенә йөрөтөлә башлаған. Тик элек мәсетле булып та, хәҙер унда йортоноң булмауы ғына эсте бошора.
Мырҙалар ырыуы атамаһының «батшалар» мәғәнәһен биреүсе һүҙ икәнлегенә шик ҡалмаһын өсөн тағы ла бер дәлилгә – «ҡала мэры» – тигән һүҙгә ҡараһаҡ, мэр батша уҡ булмаһа ла ҡаланың беренсе кешеһе, түрәһе, был инглиз һүҙе менән тамырҙаш. Ошо бәләкәй генә миҫал да ҡасандыр телдәрҙең берәү генә булыуын, бер тамырҙан таралыуын күрһәтә. Мырҙалар тарихын әйлеләр тарихынан айырып ҡарау мөмкин түгел.
ҡөрьән аяттарынан күреүебеҙсә, бөтә нәмәнең башы, башланғысы булып һыу тора («Һуд» сүрәһе, 7-се аят, «Нур» сүрәһе, 45-се аят). Аллаһы Тәғәлә бер аятында: «Мин бөтә нәмәне юҡтан бар иттем», – ти. ҡөрьәндән һығымта яһаһаҡ, Аллаһ донъяны юҡтан һәм шул уҡ ваҡытта һыуҙан бар иткән. Быны нисек аңларға?
Фән телендә күрһәтеп әйтһәк, бөтә нәмәнең башы, башланғысы булып ноль тора. Әлбиттә, ноль эсенә ҡарауы мөмкин түгел, ләкин ошо юҡ – ноль эсендә Аллаһы Тәғәлә һалған һыу – орлоҡ ята, тип фаразлай ғына алабыҙ. Ошо ноль эсендәге һыу – орлоҡтоң бер исеме – Әй. «Әй – боронғо шумер телен­дә орлоҡ, тамсы, һыу тигәнде аңлата», – ти Салауат Ғәлләмов. Иран телендәге Әй һүҙе «ҡәҙерле» тип тәржемә ителә. Ошолай математика фәненә ярашлы, борон­ғолар фәлсәфәһе буйынса Әйле ырыу­ҙары тыуған. Борон һыуҙы аңлатыусы һүҙ, ҡағиҙә булараҡ, ике генә хәрефтән торған Әй – шумер – башҡорт, мә – ғәрәп, аб – иран, су – төрки телдәрендә һыу исеме. Башҡорттағы һыу һүҙе бер аҙ үҙгәргән. Тәүге әйтелеше – су, һуңынан һу булған. Мәҫәлән: һулыш, һуҙылыу һүҙҙәре нигеҙендә һу тамыры ята.
«Урал батыр» эпосында «мыр» һүҙенә «һыу ҡорто» тип аңлатма бирелә. Башҡорт – «баш» һәм «ҡорт» һүҙенән тора. ҡорт һүҙен мырға алмаштырһаҡ, баш – мыр, икенсе төрлө батша – мыр, батша – мырҙа тигән мәғәнәле һүҙҙе күрәбеҙ.
Тамыр һүҙендә лә мыр бар. «Та» – борон­ғо һүҙ, һыуҙы аңлата. Та-т, та-м, та-мсы һүҙендә та ижеген күрәбеҙ. Ошо бәләкәй генә һүҙгә ни тиклем ҙур мәғәнә һалынған, фәлсәфә йәшерелгән. Йыһан, йыһандағы бөтә тереклек ошолай юҡтан, ҡөрьән әйткәнсә барлыҡҡа килмәйме ни?

М. ХӨРМӘТУЛЛИН.
Мәсетле районы,
Көҫәпәй ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға