«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Ә һеҙ ҡурайсылар тураһында беләһегеҙме?



24.01.2012 Ә һеҙ ҡурайсылар тураһында беләһегеҙме?

Викторина һорауҙарына дөрөҫ яуап ҡайтарыусыларҙы «Әйҙә, уйна, ҡурайсы!» концертына саҡырыу ҡағыҙы көтә.
1. Данлыҡлы ҡурайсы Азат Айытҡоловтың ҡаҙаныштары?
2. Билдәле йәш ҡурайсы Азат Биксуринға «Башҡортостандың атҡаҙанған артисы» исеме ҡасан бирелде?
3. Мәшһүр ҡурайсы Ишморат Илбәков үҙе уйлап тапҡан ҡурай нисек атала?
4. Билдәле ҡурайсы, Башҡор­тостандың атҡаҙанған артисы Рушан Биктимеров ҡайһы райондан?

25 ғинуарҙа киске сәғәт 7-лә Башҡорт дәүләт филармонияһында «Әйҙә, уйна, ҡурайсы!» исемле ҙур концерт уҙа. Программала башҡорт халыҡ көйҙәренән алып заманса көйҙәр, төрлө композиторҙарҙың әҫәрҙәре яңғыраясаҡ. Шулай уҡ ҡурай менән оркестр ҡушылып тыуҙырған көй-моңдарҙы ла ишетергә мөмкин. Тамашала Азат Айытҡолов, Рәсүл ҡарабулатов, Ишморат Илбәков, Рушан Биктимеров, Илшат Ишморатов, Марсель Сәйетов, Рөстәм Шәрипов, Азат Биксурин, Марсель Вәхитов, Рифат Йәмлихин һәм халҡыбыҙҙың милли уйын ҡоралдарын үҫтереүгә үҙ өлөштәрен индергән Башҡортостан Республикаһының халыҡ ҡоралдары милли оркестры (етәксеһе – Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡор­тостандың халыҡ артисы Рәмил Ғәйзуллин), Роберт Юлдашев һәм «ҡурайсы» төркөмөнөң сығыштары ла көтөлә.

Р. РИНАТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға