«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » 91-се ижад миҙгеленә аяҡ баҫҡанда



18.09.2010 91-се ижад миҙгеленә аяҡ баҫҡанда

Театр, мәҙәниәт менән ҡыҙыҡһынған кешегә Борис Цейтлиндың исеме таныш булырға тейеш. Рәсәй сәхнәһен үҙ спектаклдәре менән гөрләткән режиссер ул. Әлеге мәлдә Санкт-Петербург ҡалаһынан килгән белгес М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында А. Чеховтың «Туй» пьесаһын сәхнәләштерә.
Театрҙың 91-се ижад миҙгеле асылыр алдынан театр рәйесе Рәис Исмәғилев журналистарҙы матбуғат конференцияһына йыйҙы. Унда киләсәккә пландар һәм Цейтлин менән берлектәге эшмәкәрлек менән таныштырҙылар. Борис Цейтлиндың Башҡортостанға беренсе тапҡыр килеүе. Телде аңлап бөтмәһә лә, актерҙар менән эшләүе ҡыйын түгел, ти ул. «Артистар үҙҙәре айырым бер милләт кеүек. Кеше бала сағында төрлө уйындар уйнап үҫә. Әммә, ғәҙәттә, ҙурайғас, уй­нарға теләү тойғоһо яйлап һүнә. Ә кемдәрҙер һаман да шундай уҡ сабый булып ҡала. Театр тап шундайҙар өсөн уйлап табылған да инде. Ә телгә килгәндә, һәр һүҙҙең мәғәнәһе уның яңғырашы аша ла бирелә. Ә текстың телен аңламау хатта бер яҡлап һәйбәтерәк тә, сөнки ул актерҙар­ҙың уйынын ҡапламай. Тамашасылар бит спектаклдең сюжетын түгел, ә тап шул актерҙың уйынын ҡарарға килә, сөнки күп осраҡта сюжетты үҙҙәре лә һәйбәт белеп тора», – тип, Борис Ильич журналистарға бер аҙ сәхнә серҙәрен дә асты. Пьесаны тәржемә итеүҙә ҡайһы бер ҡыйынлыҡтар килеп сыҡһа ла, премьера уңышлы үтер, тип уйлай. Әйткәндәй, Чеховтың «Туй»ы 5 октябрҙә сәхнәгә сығасаҡ.
Рәис Абдрахман улы театрҙың яңы ижад миҙгеленә пландары менән таныштырҙы. Миҙгел 29 сентябрҙә «Әхмәтзәки Вәлиди Туған» тарихи драмаһы менән асыласаҡ. Төркиәлә тамашасы һөйөүен яулаған пьеса артабан да сит илдәрҙә ҡуйылыуын дауам итәсәк. Баш ҡалабыҙҙа ла үҙ тамашасыһын табыр, тип ышанғы килә. Шулай уҡ Санкт-Петербург ҡалаһынан саҡы­рылған режиссер, Өфө егете Искәндәр Сакаев «Эдип батша» пьесаһын сәхнәләштерәсәк. Миҙгел дауамында 5 – 7 премьера планлаштырыла. Юбилей тамашалары ла буласаҡ. Театрҙа бер генә режиссер икәнен иҫәпкә алып, спектаклдәр төрлө йүнәлештә, төрлө ҡараштан башҡарылһын өсөн артабан да бүтән режиссерҙарҙы саҡырып, репертуарҙы байытыуға йәлеп итергә иҫәптәре бар. Әммә спектаклдең уңышы сит режиссерҙарҙы саҡырыуҙан ғына тормай. ҡайһы бер саҡта, әҫәр нисек кенә һәйбәт ҡуйылмаһын, тамашасы йыя алмай. «Үкенесле булһа ла, бындай пьесаны ҡуйыуҙан баш тартырға мәжбүрбеҙ. Кемдәрҙер, сәхнә әҫәрҙәре тамашасыны үҫтерергә тейеш, тигән фекерҙә. Әммә бының менән килешеп бөтөп булмай. Залда бит беҙҙең аҡһаҡалдарыбыҙ, аңлы, алдынғы ҡарашлы йәштәребеҙ ултыра. Әгәр ошондай тамашасы спектаклде ҡабул итмәй икән, тимәк, әҫәрҙе ҡуйыуҙан фәтүә булмаясаҡ», – ти Рәис Исмәғилев.
Яңы миҙгелдә «академ»дар Башҡортос­таныбыҙ ҡалаларына һәм Төркиәгә ба­рырға йыйына.

Руфина ДӘҮЛӘТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға