«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Мәсеттәрҙә – китапхана



02.07.2011 Мәсеттәрҙә – китапхана

«Байтул Мал» мәрхәмәтлек фонды республикабыҙ ауылдарында Ислам китапханаларын асырға ниәтләй. Был эште бойомға ашырыу өсөн ойошмала китап фонды булдырылған.
Фонд директоры Артур Нәсибулов әйтеүенсә, планлаштырылған китапханаларҙа дини әҙәбиәт кенә түгел, башҡа китаптар ҙа буласаҡ. «ҡала кешеләренең китап кәштәләрендә байтаҡ китап саң йыйып ята. Ә ауылда йәшәүселәр уларҙы уҡый ҙа алмай, һатып алырға ла мөмкинлеге юҡ. Шуға беҙ ҡаланан китаптар йыйып алып, уларҙы ауыл мәсеттәренә тапшырырға уйлайбыҙ», – ти ул.
Әлеге көндә китапхана асыу тураһында Салауат районының Нәсибаш ауылы имамы менән һөйләшеп килешелгән. Фонд хеҙмәткәрҙәре киләсәктә башҡа ауылдар мәсеттәренең имамдары менән дә килешеү төҙөргә уйлай.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға