«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Хәсән менән Зилә һеҙгә ҡунаҡҡа килә



02.04.2011 Хәсән менән Зилә һеҙгә ҡунаҡҡа килә

Хәсән менән Зилә һеҙгә  ҡунаҡҡа киләЭстрадабыҙҙың танылған йырсыһы, Ш. Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы, халыҡ-ара конкурстар лауреаты Хәсән Усманов, моңло тауышлы тормош юлдашы Зилә һәм ижадташ дуҫтары менән яңы шоу-концерт әҙерләп, ҙур сәфәргә сыға.

«2003 йылда студиямды астым һәм, Аллаға шөкөр, уңышлы эшләйбеҙ – яңы альбомдар сығарабыҙ, концерттар ҡуябыҙ. Мәскәү, Санкт-Петербург кеүек ҡалаларҙа, Себер тарафтарында, күп кенә өлкәләрҙә булдыҡ. Хәҙер алда тағы ла оҙон юлдар, – тип ниәттәре менән уртаҡлашты Хәсән Усманов. – Башҡортостанда, унан ситтә 20-ләгән концерт уҙасаҡ. Һеҙ яратып тыңлаған һәм яңы йырҙарҙан, дуэттарҙан, дәртле бейеүҙәрҙән торған, заманса яҡтыртҡыстар, лазер менән биҙәлгән шоу-тамашала популяр юмор оҫтаһы Марс Сәйетғәлин­дың ҡатнашыуы үҙе бер бүләк буласаҡ».
Концерттар 4 апрелдә Архангелда (19.00 сәғәттә) башлана. Артабан 5-ндә – Раевкала, 6-нда – Асҡында, 7-ндә – ҡари­ҙелдә, 8-ндә – Уфимский ҡасабаһында (Хәйбулла райо­ны), 9-нда – Матрайҙа (16.00 сәғ.) һәм Юлдыбайҙа (21.00 сәғәттә, Йылайыр районы), 10-нда – Орск ҡалаһында (18.00 сәғ., Ырымбур өлкәһе), 11-ндә – Аҡъярҙа, 12-ндә – Дәүләттә (Әбйәлил райо­ны), 13-ндә – Ташбулатта (Әбйәлил районы), 14-ндә – Учалы ҡасабаһында, 15-ндә – Балаҡатайҙа, 16-нда – Яуышта (16.00 сәғ.) һәм Ләмәҙҙә (20.00 сәғ., Мәсетле районы), 17-ндә – Йосопта (16.00 сәғ.) һәм Туғыҙлыла (20.00 сәғ., ҡыйғы районы), 18-н­дә – Малаяҙҙа, 19-нда – Дәү­ләкәндә, 20-ндә – Стәр­лебашта, 21-ндә Миәкәлә концерттарға рәхим итегеҙ!

А. АҡБУЛАТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға