«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Пермь башҡорттары менән хеҙмәттәшлек нығый



02.04.2011 Пермь башҡорттары менән хеҙмәттәшлек нығый

Башҡортостанда Пермь өлкәһенең Барҙа районы делегацияһы булды. БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина менән Барҙа районы башлығы, урындағы башҡорттар ҡоролтайы рәйесе Сергей Ибраев хеҙмәттәшлек тураһында һөйләште.
Пермь өлкәһендә 40 меңдән ашыу башҡорт йәшәй, уларҙың 17 меңе – Барҙа районында. Был төбәк Башҡортостан менән тығыҙ бәйләнештә көн итә. Мәҙәниәт өлкәһендә, мәҫәлән, ошо иҫәпкә йыл һайын уҙғарылған «Барҙа йыйыны» байрамы инә. Быйыл да унда республика делегацияһын көтәләр.
Зөһрә Рәхмәтуллина белдереүенсә, ике төбәктең 1995 йылда төҙөгән милләт-ара, фәнни-техник, мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүен яңыртыу талап ителә. Осрашыуҙа шулай уҡ «Рәсәй Федерацияһы башҡорттары» дәүләт программаһын бойомға ашырыу сигендә хеҙмәттәшлек перспективалары хаҡында ла фекер алышынды.

«Башинформ».






Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға