«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Талантлы ҡурайсы



22.02.2011 Талантлы ҡурайсы

Талантлы ҡурайсыЛицейҙың тамаша залы балалар менән тулы. Тып-тын… Бына танһыҡ ҡурай моңо таралып, күңелдәрҙе арбаны…Берсә сәңгелдәктә бәүелтә, бер­­сә һауаларҙа осороп йөрөтә, ҡайҙалыр ҡанатландыра, йөрәктәрҙе елкендерә, ил­һам­ландыра, рухландыра. ҡурай моңона сорналғанда, Башҡортостандың мәғрур тауҙары, ҡыйып үткеһеҙ ҡуйы урмандары, бормаланып-бормаланып аҡҡан мул һыулы йылғалары, йәйрәп ятҡан күлдәре, гөл-сәскәгә күмелгән яландары, тыныс күк йөҙөн иңләп осҡан ҡоштары, гүзәл илде төйәк иткән кейек-януарҙары – барыһы ла күҙ алдынан үтә.
Бына шулай уйландырҙы ла, моңландырҙы ла Өфө ҡалаһының М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейы уҡытыусыларын, уҡыусыларын ҡурай моңонда тирбәткән талантлы ҡурайсы Роберт Юлдашев. Ул осрашыуға үҙенең “ҡурайсы” төркөмө менән килгәйне. Үҙенсәлекле төркөм егеттәре бик оҫта итеп, ҡурай моңона ҡушылып, төрлө музыка ҡоралдарында уйнаны, өзләп тә ишеттерҙе. Балаларға бигерәк тә егеттәр­ҙең бирелеп китеп һуҡма инструменттарҙа уйнауы оҡшаны. Ә инде Роберт ағайҙың дәртле лә, моңло ла итеп ҡурайҙа төрлө көйҙәр башҡарыуын айырыуса яратып ҡабул иттеләр. Хатта “Афарин!”, “Бис!” һүҙҙәрен туҡтауһыҙ хуплап ҡысҡырып ултырҙылар, рәхәтләнеп алҡышланылар, бейеп тә алдылар. Роберт Юлдашев үҙе лә балалар менән алсаҡ, ысын күңелдән аралашты, фәһемле лә, кәрәкле лә фекерҙәрен әйтте. Роберт ағайҙың шулай яғымлы аралашыуы, бөтөн йөрәктән ҡурайҙа уйнауы һәр кемдең күңеленә үтеп инде, балалар бик ҡәнәғәт ҡалды.
Концерт-осрашыу тамамланһа ла, та­ра­лышырға ашыҡманылар. ҡурай­сы­ға ял да бирмәйенсә, олоһо ла, кесеһе лә уратып алды. ҡай­һыһы автограф ала, ҡайһыһы ҡурай тура­һында һораша, ҡай­һыһы Роберт ағайҙы яҡындан күреп һөйләшеп ҡалғыһы килә. Концерттан һуң ҡурайсының тағы бер һоҡланғыс сифаты асыҡланды. Ул сәғәттән ашыу һәр баланы тыңланы, көндәлектәренә матур һүҙҙәр яҙҙы, һәр береһенә иғтибар бүлеп әңгәмәләште, кәңәштәрен бирҙе. ҡыйыуыраҡтарына ҡурай буйынса ул алып барған өҫтәмә дәрестәргә йөрөү бәхете лә эләкте.
Һәләтле ҡурайсыға һоҡланғыс концерты, милли байлығыбыҙ ҡурайҙы, уның моңон халыҡҡа еткергәне, аҡыллы һүҙҙәре өсөн бөтә лицей уҡытыусылары, уҡыу­сылары исеменән оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Ошондай бай йөкмәткеле концерт-осрашыуҙы ойоштороп уҙғарғаны өсөн яратҡан уҡытыусыбыҙ Гөлсәсәк Әхәт ҡыҙы Ғәзизуллинаға ла ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.


Айгөл СӨЛӘЙМӘНОВА,
М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейының XI А синыфы уҡыусыһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға