«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » «Юлдаш» тәҡдим итә: «Тәүһын»



20.12.2018 «Юлдаш» тәҡдим итә: «Тәүһын»

"Кемдән көләһегеҙ? Үҙегеҙҙән көләһегеҙ!" Гоголдең "Ревизор"ы ижад ителеүгә ике быуатҡа яҡын ваҡыт уҙһа ла, был комедия Рәсәй сәхнәләренән төшмәй. Әҫәрҙең геройы – үҙен ҙур вазифалы кеше итеп күрһәтеп, аҡса, һый таптыра белгән оҫта ялғансы. Хлестаковтың прототиптары ул заманда осрап ҡына торған. Әйткәндәй, күҙ ҙә йоммай төп башына ултыртҡан йылғыр әҙәмде һәм уның тоҙағына эләккән ҡаҙна талаусы, ришүәтсе, бурҙарҙы фашлаған әҫәр ижад итеү ниәте тәүҙә Пушкинда тыуа. Пугачев болаһын һүрәтләү өсөн мәғлүмәт йыйғанда Түбәнге Новгород түрәләре, Пушкиндың үҙен дә ҙур чиновник менән бутап, айырым хөрмәт күрһәткән. Тик Александр Сергеевич ҡыҙыҡлы идеяһын Гоголгә тапшырған.

Быйыл йөҙ йыллығы билдәләнгән яугир яҙыусы Ибраһим Ғиззәтуллинды "башҡорт Корчагины" тип йөрөтәбеҙ. Фронтта дошманға ҡаршы аяуһыҙ алышҡан, һуғыштан һуңғы йылдар ауырлыҡтарын да ҡаһармандарса күтәргән геройҙарында иғтибарлы уҡыусы авторҙың үҙен дә таный.
Анатолий Калининдың хәтирәләре “Сиған” әҫәренең һәм аҙаҡтан шул уҡ исемдәге фильм һәм сериалдың тормошсан нигеҙҙәре булғанын раҫлай. Геройҙың образы яҙыусы күңелендә һуғыш ваҡытында уҡ бөрөләнгән. Бер госпиталдә разведчик Ищенкоға Ҡыҙыл Йондоҙ ордены тапшыралар. Ул батыр сиған булып сыға. Калининға фашист техникаһы иҙеп киткән сиған арбаһын да күрергә тура килгән. Имен ҡалған сабый баланы бер украин ҡатыны алған, тип һөйләйҙәр. Әҫәргә ул һоҡланғыс кешеләр – Будулай менән Клавдия булып килеп инә.

Балаларҙың яратып ҡараған йәнһүрәттәре геройҙарының да прототиптары була. Күңелсәк, ашамһаҡ, мығырҙап һөйләшкән Винни Пух, мәҫәлән, торғаны менән – яратҡан актерыбыҙ Евгений Леонов. Ул да тәмлетамаҡ булған, тиҙәр, йөҙө-күҙе лә һәр саҡ мөләйем. Студияға тауыш яҙҙырырға килгән Леоновтың баҫалҡы йылмайыуын күреү менән, барыһы ла: "Бына бит ул Пух!" – тип аһ итә. Шулай итеп, Винни Пух булып һөйләшеп кенә ҡалмай, актер геройына үҙ һын-килбәтен дә бүләк иткән булып сыға.

Ижадсыларҙы йәнле образдар, геройҙарын сағыу һүрәтләүгә этәргес биргән прототиптар галереяһы – үтә ҡыҙыҡлы тема. Әҙәбиәттә лә, төрлө сәнғәт өлкәһендә лә улар – әҫәрҙе яңы идея менән байытыусы, ҡыйыу фантазия менән һуғарыусы көс. Декабрь айында "Юлдаш"та "Тәүһын" тип аталған сығарылыш донъя күрә. "Прототип" һүҙен башҡортсаға шулай тәржемәләүҙе хуп күрҙек. Эфир һәр көн – 12 сәғәт 45 минутта. Интернеттағы адресыбыҙ юлдашфм.ру.





Автор: "Юлдаш" радиоһынан
Фото: "Юлдаш" радиоһынан


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға