«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » «Яҙмыштарҙа – ил тарихы»



13.12.2018 «Яҙмыштарҙа – ил тарихы»

«Яҙмыштарҙа – ил тарихы» тапшырыуҙар шәлкеме Башҡортостан Республикаһының 100 йыллыҡ юбилейына бағышланып, халҡыбыҙҙың йәнә бер улы тураһында бәйән итә.

Ҡоролтайҙың «100 йыллыҡҡа – 100 шәхес» проекты нигеҙендә төньяҡ райондарҙың береһендә Башҡорт милли хәрәкәте етәксеһе Зәки Вәлиди менән иңгә-иң терәп, Башҡортостан мөхтәриәтен булдырыуҙа фиҙаҡәр хеҙмәт күрһәткән шәхесебеҙҙең исемен күтәрҙеләр. Ул – Уран ырыуынан, хәҙерге Яңауыл районы Уртауыл уҙаманы Хәлим Әмиров. Яҡты исеме нисәмә тиҫтә йыл дауамында онотолоуға дусар булып, хатта ауылдаштарының хәтирәһендә лә ҡалмаған. Сөнки ул да – сәйәси золом ҡорбаны. Шәхестең автономия осорондағы эшмәкәрлеге билдәле булһа ла, 1936 йылдан яҙмышы бөтөнләй билдәһеҙ. Тарихсылар әйтеүенсә уның исеме архив документтарында йыш осрай. Бигерәк тә ул 1919 – 1920 йылдарҙа башҡорт ғәскәрҙәренең сәйәси етәкселәренең береһе булараҡ танылыу ала. Был хаҡта һуңғы йылдарҙа төрлө баҫмала мәҡәләләр донъя күрҙе. Хәлим Әмировтың исемен мәңгеләштереү йәһәтенән яҡташтары – яңауылдар ҙа әүҙемлек күрһәтә. Улар был шәхестең иҫтәлегенә таҡтаташ асыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуына 100 йыл тулыуына арналған «түңәрәк өҫтәл» ултырышына, Яңауыл ҡалаһындағы Тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейына сәйәхәткә саҡырҙы. Сараның икенсе өлөшөндә мәктәптә Башҡортостан тарихына арналған асыҡ дәрестәр, клубта тантаналы йыйылыш үткәрелде. Яңауылдарҙың Хәлим Насретдин улының исемен мәңгеләштереүҙә башҡа эштәре лә байтаҡ әле. Сараны ойоштороу­сылар, ғалим фекере, туғандарының сығышын «Яҙмыштарҙа – ил тарихы» тапшырыуында тыңларға мөмкин. Ул 12 декабрҙә, 11 сәғәт 15 минутта эфирға сыға. Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улдары тураһында барған тапшырыу­ҙарҙы үҙ мәлендә тыңлап өлгөрмәгән радио тыңлаусыларыбыҙ өсөн улар «Юлдаш» радиоһының рәсми сайтына һалынып бара. Адресы – yuldashfm.ru

Венера СИТДИҠОВА.





Автор: "Юлдаш" радиоһынан
Фото: "Юлдаш" радиоһынан


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға