06.12.2018 Актер булмаған йырсы

йәки Тимур Рамаҙан ни өсөн татар телен өйрәнгән?

Баймаҡ районының Басай ауылында тыуып үҫкән егеткә бөгөн 28 йәш. Әммә уның йырлаған йырҙары, яулаған еңеүҙәре, үткән юлдары ир уҙаманыныҡынан кәм түгел. Бөгөн беҙ Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы йырсыһы, “Каруан” эстрада төркөмө солисы Тимур РАМАҘАН менән ижадҡа килтергән юлдар, конкурстар, шулай уҡ уның 6 декабрҙә үтәсәк тәүге концерты тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ.


– Тимур, һине бәләкәй­ҙән халыҡ йырҙарын йырлаған, тиҙәр...
– Үтә бәләкәй түгел инем. 5-се класта уҡығанда Учалы ҡалаһында үткән “Башҡортостан ынйылары” конкурсында тәүге тапҡыр башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарып, 1-се урын алдым. Мәктәп директоры, математика уҡытыусыһы Ришат ағай Фәтхуллин – “Төйәләҫ”те, тағы ла ауылдашым Мәҙинә апай Сафина “Һандуғас” йырын өйрәткәйне. Шунан һуң башҡа конкурстарҙа ла ҡатнаша башланым. Бүләктәр ҙә бирәләр ине. Хәтеремдә, “Оҙон көй” конкурсында еңгәс, мине DVD менән бүләкләнеләр. Ул бөгөнгө айфонға тиң әйбер ине. Шуны алып ҡайтып килгәндә, буранға ҡалып, аҙашып йөрөгәйнек. Хатта МЧС хеҙмәткәрҙәре беҙҙе эҙләргә сыҡҡайны. Шун­дай мажаралы бүләк булды ул.

– 13 йәштә, Өфөнө яулау маҡсатында, уҡырға килгәнһең...
– Учалы ҡалаһында еңеү яулаған йылда “Ирәндек моңдары” конкурсында ла ҡатнашып ҡарарға булдым. Мине тыңлағас, жюри ағзалары Флүрә Килдейәрова, Тәнзилә Үҙән­баева, Азамат Тиме­ровтар Ғәзиз Әлмөхә­мәтов исемендәге гимназия-интернатына им­ти­хан­һыҙ уҡырға алһындар өсөн рәсми хат яҙҙы. Бер йыл ауылдан киткем килмәй, унда барыуҙы һуҙып йөрөнөм. Шуға күрә 7-се кластан ғына уҡып киттем. Һаулыҡ буйынса тынлы ҡоралдар бүлегенә алманылар. Һуҡма ҡоралдарҙы һайланым. Вокал дәрестәрен Ғәлиә апай Солтанова уҡытты. Халыҡ йырҙарын профессиональ кимәлдә башҡарырға, ғөмүмән, йырларға тап унан өйрәндем.

– Бик йәшләй ситкә китеүеңә ата-әсәйең ҡаршы булманымы? Улар ниндәй һөнәр кешеләре?
– Ябай ауыл ғаиләһендә тыуып үҫтем. Атайым оҙаҡ йылдар мал табибы булып эшләне, әлеге мәлдә йылҡы һәм һыйыр малы үрсетә. Әсәйем – ашнаҡсы. Улар сәхнәгә сығып, йырлап йөрөгән кешеләр түгел, әммә икеһе лә сәнғәтте ярата. Билдәле ҡурайсы Кәрим Дияров олатайым, ҡартайымдың бер туған ағаһы була. Атай менән әсәй беҙгә үҙебеҙ теләгән юлды һайлау мөмкинлеге бирҙе. Мин сәнғәт юлынан киттем, апайым табип һөнәрен һайланы.

– Ә ни өсөн һин һөнәр һайлағанда йырсы түгел, ә театр актеры булырға ниәтләнең?
– Гимназияны тамамлағас, Өфө дәүләт сәнғәт институтының вокал бүлегенә әҙерлек курстарына уҡырға индем. Училище белеме булмағас, мотлаҡ ике йыл курс үтергә кәрәк. Финанс ауырлыҡтары арҡаһында унан китергә тура килде. Сәнғәттән ситләшкем килмәй ине, шул уҡ уҡыу йортоноң театр факультетына имтихандар биреп ҡарарға булдым. Дүрт йыл Таңсулпан Бабичева курсында белем алдым. Талантым булғандыр, тим. Сөнки өҙөктәр ҡуйғанда гел төп ролдәрҙе миңә бирәләр ине. Диплом эше булған Чеховтың “Три сестры” спектаклендә Чебуты­кинды уйнаным.

– Шулай ҙа, яҙмыш һине сәхнәгә барыбер йырсы итеп сығарҙы. Филар­монияға нисек урынлаштың?
– Диплом алғас, һәр актерҙың хыялы булған Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театрында эшләргә теләнем. Тик унда мине бер кем дә ҡолас йәйеп көтөп тормай ине. Ҡайҙа барырға белмәй аптыранып йөрөгән саҡта, татар телен тиҙ арала өйрәнеү шарты менән, Ҡазан музыка драма театрына эшкә саҡырыу булды. Телде өйрәнә башланым, сумаҙан йыйылды. Юлға сығыр­ға йөрөгән­дә, Мәхмүт ағай Нәҙершин шылтыратып, филармонияға эшкә урынлашыу өсөн әңгәмәгә саҡырҙы. Шулай итеп, мин яңы асылған “Каруан” төркөмөндә эш башланым.
Филармонияла беҙҙең менән вокал уҡытыусыһы Нурия Басирова шөғөлләнә. Дүрт йыл буйы йөрөп, институт бөткәндәй булдым инде (көлә – авт.).

– Һин Мәхмүт Нәсим улы менән алдан таныш инеңме?
– Мин әлбиттә уның легендар “Каруанһарай” төркөмөндә йырлауынан белә инем. Ә ул мине– юҡ. Һәр студентының тормошо, ижады өсөн борсолоп йәшәгән уҡытыусыбыҙ Таңсулпан Даһи ҡыҙының ярҙамы менән таныштыҡ. Ул минең талантым һәм мөмкинлектәрем тураһында филармония етәкселәренә һөйләгән. Уҡытыусыма рәхмәтем һәм хөрмәтем сикһеҙ.

– Төркөмдә эшләү айырым йырсы булараҡ үҫергә ҡамасауламаймы?
– Әлбиттә, ҡайһы бер концерттарға булған саҡырыуҙарҙы ҡабул итеп булмай. Сөнки беҙ филармония графигы буйынса гастролдәргә сығабыҙ, үҙебеҙҙәге концерттарҙа ҡатнашабыҙ. Әммә айырым йырсы булараҡ үҫергә мөмкинлектәр күп. Конкурстарҙа ҡатнашам, бына әле тәүге концертыма әҙерлек эштәре бара. Уны мин филармония, ижадташ дуҫтарым һәм атай-әсәйемдең ярҙамы менән ойошторҙом.

– Ул концертта тамашасыларҙы ниндәй программа көтә?
– Төрлө йүнәлештәге йырҙарҙы туплап, матур тамаша эшләнек. Үҙем ижад иткән унлап йыр яңғыраясаҡ. “Каруан” төркөмө, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә Ишемйәрова, дуҫым Ай­ҙар Рәҡипов ҡатнаша. Режиссерҙар Сулпан Ас­ҡарова менән Илшат Ғәлимйәнов бергәләп эш­ләй. Был концерт менән Бөрйән, Әбйәлил яҡтарында йөрөп ҡайттым. Тамашасылар йылы ҡабул итте, интернет селтәре аша рәхмәт һүҙҙәрен еткереүселәр күп. Яңы йыл байрамдарынан һуң тыуған яғыма – Баймаҡҡа ҡайтып килергә уй бар. Улар алдында ла һынау тоторға кәрәк.
Яҡтыртыу ҡорамалдары ярҙамында башҡорт ха­лыҡ йырын 3D форматында башҡарам.

– 2018 йыл һинең өсөн бик уңышлы булды: төрлө конкурста байтаҡ еңеү яуланың. Уларҙы ишетеп беләһеңме, әллә тәҡдим менән үҙеңә сығалармы?
– Конкурстарҙа йөрө­һәң, шуныһы отошло: сығышыңды күреп, икенселәргә лә саҡыралар. Иң тәүҙә Нефтекама ҡала­һында үткән “Дуҫлыҡ моңо” фестивалендә ҡатнашып, 1-се урын яуланым. Шунда Хакасияла үтәсәк “Отыры” бәйгеһендә ҡатнашырға тәҡдим булды. Башҡорт халыҡ йыры “Азамат” менән сығыш яһап, унда ла 1-се урынға лайыҡ булдым. “Урал моңо” фестивале өсөн махсус йыр – “Тыуған ерҙең тауышы”н әҙерләнем. Әҙерлек эштәре оҙаҡ барҙы, вокалдан тыш, аранжировка эшләтеү, бейеү һалыу, костюмдар тектереү, видеооҙатыу яҙҙырыу кеүек эштәрҙе башҡарырға кәрәк ине. Байтаҡ аҡса түгергә лә тура килде. Тағы ла 1-се дәрәжә лауреаты исеме бирҙеләр. Шул фестивалдә Ҡаҙағстандың мәш­һүр композиторы Бейбет Оралулы ойошторған “Елiм менiн 2018” фестивале тураһында һөйләнеләр. Ул ижад иткән “Мин һине һағынамын” йырын ҡаҙаҡ телендә башҡарып, 2-се урын алдым. Унда ҡатнашҡан 50-ләп ижадсының 40-ҡа яҡыны опера йырсылары ине. Улар менән бер сәхнәлә сығыш яһау ҙа минең өсөн оло мәртәбә.

– Конкурстарҙа шулай уҡ тәнҡит һүҙҙәре лә яңғырай...
– Әлбиттә, тәнҡитһеҙ бер нисек тә булмай. Унһыҙ үҫеш юҡ. Уларҙы тыңлап, тағы ла нығыраҡ эшләй башлайһың. Жю­риҙа башлыса вокал уҡытыусылары була, улар тәнҡитте лә матур итеп еткерә белә.

– Ә конкурстарҙа ҡатнашыу өсөн һәйбәт аранжировка, сәхнә костюмы кәрәк. Кемдәр менән эшләйһең?
– Беҙҙә этно йүнәлешендә аранжировкаларҙы сифатлы итеп Урал Иҙелбаев ҡына эшләй. Сит илдә эшләтергә теләк бар ул, әммә финанс мөмкинлеге юҡ. Ә эстрада йырҙарын эшкәртеүселәр байтаҡ, төрлө музыкантҡа мөрәжәғәт итәм. Сәхнә костюмдарын ательеһында Сәймә Хәсәнованан һәм “Ағиҙел”дә Гәлүсә Ризванованан тектерәм.

– Һин – йәш булһаң да, сит тарафтарҙа күп сығыш яһаған кеше. Унда башҡорт йырына ысынлап та баһа ҙурмы?
– Башҡорт халыҡ йырҙарын ишетһә, сит ил тамашасыһы таң ҡала. Опера йырҙарынан да ҡатмарлыраҡ, драматизм менән һуғарылған, тик профессиональ йырсылар ғына башҡара алырлыҡ әҫәр, тиҙәр. Ә мин, үҙ сиратымда, театр факультетын тамамлаған кеше булараҡ, йырҙың тарихын өйрәнеп, уны тамашасыға ла еткерергә тырышам.

– Тәүге йырыңды ҡасан ижад иттең?
– 9-сы класта. Бер ҡыҙға үлеп ғашиҡ булғас ижад ителгәйне. Шиғырын клас­ташымдан яҙҙырып ал­дым. Уны хәҙер Айҙар Рәҡипов менән Гөлназ Шакирова дуэт итеп йырлай, клип төшөрҙөләр. Йырҙарым байтаҡ ҡына, әле тамашасылар иғтибарына сыҡмағандары ла бар. Киләсәктә уларҙы ижадташ дуҫтарыма тәҡдим итергә ниәтләйем.

– Күңелеңдә вокал бүлегендә уҡыһам, йәки театр­ҙа эшләһәм, тигән үкенестәр йәшәмәйме?
– Юҡ. Әгәр профессиональ белем алһам, тәбиғи тауышымды юғалтыр инем, моғайын. Бер кемгә лә сер түгел, академик тауыш ҡуйған саҡта, тәбиғи тембр, тауыш үҙенсәлектәре үҙгәрә. Ҡыҙ­ғанысҡа ҡаршы, ундай йырсылар күп. Ә театрға килгәндә, күптән уйнамағанғамы, ашҡыныу юҡ. Миңә йырлауы оҡшай.

– Ғаиләң менән дә таныштырып үт әле.
– Ҡатыным Гүзәлиә менән 2009 йылда таныш­ҡайныҡ, бер йылдан өйләнештек. Ул Башҡорт дәүләт университетының журналистика факультетын тамамланы. Алты йәшлек Алтынай һәм ике айлыҡ Айсулпан исемле ҡыҙҙарыбыҙ үҫә. Әйт­кәндәй, Алтынай минең концертымда “Стюардесса” тигән йыр менән сығыш яһаясаҡ.
– Бына бит, талантлы кешенең балаһы ла талантлы була! Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Тимур!

Нургөл ШӘРИПОВА
әңгәмәләште.



Автор: Н.Шәрипова
Фото: "Бәйләнештә" селтәренән