«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Элвин Грей «Татнефть-Арена» ны ла тултырҙы!



03.12.2018 Элвин Грей «Татнефть-Арена» ны ла тултырҙы!


Радик Юлъяҡшин Ҡазанда үҙенең шәхси лейблын презентацияланы.

Йырсы был юлы үҙ рекордын үҙе үк уҙҙырып ебәрҙе - 8,5 мең тамашасылыҡ аренаны йыйыу бәхетенә иреште! Егет былтыр тыуған ҡалаһындағы "Өфө - арена" ла 8 мең тамашасыға шәп шоу ойошторғайны. Быға тиклем, Юрий Шевчук һәм уның ДДТ төркөмөнән башҡа, бер кемдең дә аренаны яулай алғаны юҡ, милли йырсылар тураһында әйтеп тораһы ла түгел.

Йырсының лейблы хаҡында хәбәр күптән йөрөй. Проекттың маҡсаты - Elvin Grey исеме аҫтында яңы "йондоҙ" ҙарҙы асыҡлау, парфюм, кейем-һалым тегеү, ресторандар асыу һәм башҡаһы. Үҙе әйтеүенсә, киләһе йылдарҙа оло мәшәҡәттәр менән ҡайнаясаҡ Радик. Күптәр уны үҙ брендын булдырған Тимати менән сағыштыра, "Black Star" лейблы кеүек "Bash Star" ни эшләп булмаһын, ти?! Үҙебеҙҙең ҡурай, баян моңдары заманса яңғырап, Рәсәйҙе һәм төрки телле илдәрҙе яулап алһа, шәп бит!

Шуныһы ҡыҙыҡ, Ҡазанда концерт «Красивая&Хороший» йыры менән башланып китә. Белеүегеҙсә, уның арҡаһында Гүзәл Уразова менән талаш сыҡҡайны. Композицияға авторлыҡ хоҡуғын әлеге ваҡытта юристар асыҡлай. Концертта йырға ҡушылмаған бер генә тамашасы ла ҡалмаған.
8 декабрь көнө ошондай уҡ тамаша "Өфө - арена" һарайында ҡабатланасаҡ.





Автор: Л. Ғәлимйәнова.
Фото: "Бәйләнештә" селтәренән


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға