«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » «Башҡортостан» киностудияһына Әмир Абдразаҡовтың исеме биреләсәк



27.11.2018 «Башҡортостан» киностудияһына Әмир Абдразаҡовтың исеме биреләсәк

БР Хөкүмәтендә «Башҡортостан» киностудияһына Әмир Абдразаҡовтың исемен биреү тураһында бойороҡ әҙерләнгән. Был хаҡта республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова белдерҙе.

«Бөгөн республиканың үҙенең киностудияһы, башҡорт киноһын төшөрөү өсөн шарттар һәм мөмкинлектәр булыуында Әмир Ғәбделмән улының өлөшө ҙур, — тине Әминә Ивний ҡыҙы. — Тап ул телевидениела эшләгән һәм фильмдар төшөргән йылдарҙа республика етәкселеген тулы метражлы нәфис фильмдар өсөн шарттар тыуҙырыу кәрәклегенә ышандыра. Бөгөн уның эшен дауам иткән кинематографистарҙың йәш быуыны киностудияға Әмир Абдразаҡовтың исемен биреү тәҡдимен индерҙе. Республика Башлығы ҡарамағындағы Мәңгеләштереү комиссияһы ла башланғысты бер тауыштан хупланы. Алдағы көндәрҙә «Башҡортостан» киностудияһына Әмир Абдразаҡовтың исемен биреү тураһында бойороҡ баҫылырға тейеш».





Автор: А.Ишназаров
Фото: "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға