«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » “Йәшлегемдең иң матур мәлдәре “Сулпан” менән бәйле”



28.08.2018 “Йәшлегемдең иң матур мәлдәре “Сулпан” менән бәйле”

“Йәшлегемдең иң матур мәлдәре “Сулпан” менән бәйле”
йәки Балалар театрында эшләү ауырмы?

Балалар театрында эшләү өсөн төп сифаттарҙың береһе – ихласлыҡ, икенсеһе – эскерһеҙлек, өсөнсөһө – талант, тиҙәр. Тормош мәшәҡәтенә сумған, һәр саҡ иртәгәһе көнөн ҡайғыртып йәшәгән ололарҙан айырмалы рәүештә, балалар үҙенә оҡшаған тамашаны тып-тын ҡалып ҡарай, күңеле менән актер янында бергә йәшәй. Сибай ҡалаһының “Сулпан” балалар театрында эшләүсе Гөлназ ИСЛАМҒОЛОВА тап ошо сифаттарға эйә булып, кескәй тамашасылар өсөн арымай-талмай хеҙмәт итә. Йөрәккә ут ҡабыҙыр осҡон ҡарашлы, сибәр һәм һығылмалыҡҡа эйә булған нәфис кәүҙәле актриса ниндәй генә театрҙа эшләһә лә, үҙен “йондоҙ” итеп танытыр ине, моғайын. Ә ул балалар донъяһын үҙ иткән.
Гөлназ Рәйес ҡыҙы менән ошо хаҡта һәм, ғөмүмән, ижад тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Гөлназ, әңгәмәне һинең тыуған яҡтарың, театр тигән сәнғәт менән тәүге осрашыуың тураһында һөйләшеүҙән башлайыҡ.

– Мин Баймаҡ районының Күсей ауылында тыуһам да, ике йәштән Әбйәлил районының Хәлил ауылында үҫтем. Ауылға элек спектаклдәр, концерттар менән артистар йыш килә торғайны, шуға күрә сәнғәт донъяһына бала саҡтан ғашиҡмын. Тәүге уҡытыусыбыҙ Зәйтүнә Әхмәт ҡыҙы беҙҙең менән 4-се класта уҡығанда “Кейеҙ­ҡорһаҡ менән Мүкһаҡал” тигән әкиәтте сәхнәләштергәйне, унда мин әбей роле менән тәүге тапҡыр сәхнәгә сыҡтым. Мәктәп уҡыусылары уны бик яратып ҡараны. Ҡыҙыҡ, эйеме, тәүге тамашасыларым да балалар булған. Бәлки, балалар театрында эшләүем юҡҡа түгелдер...
Шулай ҙа мәктәп йылдарында бейеүсе булырға теләнем. Мәктәп ансамбле менән һәр концерт һайын бейеү сығара торғайныҡ. Мәктәпте тамамлағас, ошо йүнәлеш буйынса белем алырға уйлағайным. Әммә ғүмере буйы һауынсы булып эшләгән әсәйем ҡыҙының артист булыуын теләмәне. Магнитогорск ҡалаһындағы педагогия институтына имтихандар биреп ҡараным, конкурстан үтеп булманы. Бәхетемде төҙөлөш техникумында һынап ҡарарға тип йөрөгәндә класташтарым бергәләшеп Йылайыр районының Юлдыбай һөнәрселек училищеһына барырға тәҡдим итте. Шулай итеп, бер йыл буйы умартасы һәм хисапсы һөнәрен үҙләштерҙем.
– Шулай ҙа һин Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумын тамам­лағанһың бит...
– Училищены тамамлап ҡайтыуыма, әсәйем сәнғәт юлынан китергә фатихаһын бирҙе. “Уҡытыусылар, мәҙәниәт хеҙмәткәре мине, ҡыҙыңдың талантын әрәм итәһең, тип әрләй. Бейеүсе булһаң да, артист булһаң да, ризамын, балам”, – тине ул аҙаҡ. Бейеүсенең хеҙмәт юлы ҡыҫҡа ғына бит, етмәһә, минең бер йылым үтеп китте. Шуға күрә, уйланым-уйланым да, Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумының режис­сер­ҙар әҙерләү бүлегенә килдем. Беҙ, студенттар, бик көслө уҡытыу­сыларҙа уҡып, режиссер ҙа, актер ҙа булып эшләрлек багаж алдыҡ. Флүрә Мотаһар ҡыҙы Хөсәйенова, Кинйәбикә Бастай ҡыҙы Ислам­ғолова, Нәйлә Тимербай ҡыҙы һәм Рафаэль Сәлих улы Смиковтар, Ниса Миңлевәли ҡыҙы Бакирова, Светлана Насибулла ҡыҙы Фәйзуллиналарға рәхмәт һүҙҙәремде еткергем килә. Бөгөн мин театрҙа эшләп йөрөйөм икән, тимәк, уларҙың хеҙмәте бушҡа булмаған. Ышаныстарын аҡлай алһам, бәхетлемен.
– Диплом алыу менән “Сулпан” театрына эшкә килдеңме?
– Юҡ, тәүҙә юллама менән Мәсетле районына эшкә ебәрҙеләр. Бер танышым, бер туғаным булмаған ерҙә эшләйем, тыуған яҡҡа ярты йылға бер ҡунаҡҡа ҡайтып китәм. Һиҙҙермәҫкә тырыш­һам да, һағыныуымды белеп, әсәйем йәлләп киткәндер инде. “Ҡуй, ҡыҙым, сит яҡта йөрөмә, үҙебеҙҙең яҡҡа ҡайт!” – тигәс, эш белешеп, “Сулпан” театрына килдем. Тәүҙә, ҡыҙҙар күп, тип баш тартырға уйланылар. Ә мин бер аҙ батырлыҡ күрһәтеп алдым. Мәсетле халыҡ театрында “Һөйәркәңде шкафҡа йәшер” тигән комедияны сәхнәләштергәйнем, шуның видеояҙмаһын, туғандарыма күрһәтергә тип, үҙем менән алып ҡайтҡайным. Театр директорына: “Ошо яҙманы ҡарағыҙ инде”, – тип, кассетаны ҡалдырып сығып киттем. Икенсе көндө шылтыратып, эшкә алыныуым тураһында әйттеләр.
– Артист күңелендә тәүге роль ғүмерлеккә уйылып ҡала, тиҙәр. Һинең менән дә шулай булдымы?
– Тәүге эш көнө үк онотолмаҫлыҡ булды. Бөгөнгөләй хәтеремдә, 2001 йылдың 24 сентябре ине. Иртәнге сәғәт 9-ҙа эшкә килгәйнем, 11-ҙә Сосновка ауылына гастролгә сығып киттек. Юлда ғына күмәк сәхнәлә ҡатнашыуымды белдем. “Беҙ нимә эшләйбеҙ, һин дә шуны ҡыланырһың”, – тип аңлаттылар ҙа, эшкә тотондоҡ. Шулай итеп, “Итексе Ирмәк” әкиәтендә ҡыҙ ролен уйнап сыҡтым. Аптыранып, бер аҙ ҡурҡып, ығы-зығы менән театр тормошона инеп киткәйнем, 17 йыл ғүмер үтеп тә киткән. Тәүге көндәрҙә төштәге кеүек хис иттем үҙемде: уянһам, ҡабат Мәсетле районында эшләп йөрөрмөн кеүек булды.
– Ә ундай ығы-зығы күңелеңдәге театр донъяһына, хыялдарыңа тап килмәй, үкенеү тойғолары уятманымы?
– Юҡ, тормош бит гел генә шыма бармай. Шундай ығы-зығылары менән матур. Мәлендә аптыранып, нимә эшләргә белмәй йөрөһәк тә, аҙаҡ күңелле итеп иҫкә алабыҙ. Етмәһә, минең менән бер осорҙа, Өфө дәүләт сәнғәт институтының махсус курсын тамамлап, күп кенә йәш артист эш башланы. Дуҫ, татыу, берҙәм булдыҡ, күңелле эшләнек. Ауырлыҡтар булһа ла, йәшлек менән иғтибарһыҙ ғына үткәреп ебәрә торғайныҡ.
Яҙмышымды театр менән бәйләүемә һис кенә лә үкенмәйем. Тәүҙән үк Фәрдүнә Ҡасимова, Илнур Муллабаев, Искәндәр Сакаев кеүек көслө режиссерҙар менән эшләү бәхете тейҙе. Аллаға шөкөр, режиссерҙар мине ролһеҙ ултыртманы. Актер өсөн был – оло бәхет.
– Яратмаған роль булмай, тиһәләр ҙә, күңелеңдә тәрән эҙ ҡалдыр­ған берәйһен билдәләп үтә алаһыңмы?
– Мәскәү режиссеры Нәркәс Искәндәрова “Яҡты киләсәк” әҫәрен сәхнәләштергәйне, мин унда һүҙһеҙ генә аҡ күлдәкле ҡатын ролен уйнаным. Партнерҙарың менән ым-ишара, ҡараштар аша ғына “һөйләшеү” тәүҙә шул тиклем ауыр булды. Тамашасыларға ла еткерер фекер була бит инде. Әммә шулай уйнау аҙаҡ ныҡ оҡшап китте. Минең өсөн актер булараҡ үҫеш ине. Ә Гөлнара Вәлитова сәхнәләштергән “Эҫе ҡар”ҙағы Ирмәк ролем йөкмәткеһе буйынса миңә ныҡ яҡын. Үҙем атайһыҙ үҫкәс, атаһын һағынып, көн дә хат яҙған малайҙы шул тиклем йәлләнем. Шуға ла сәхнәгә сыҡҡан һайын тетрәнеү кисерә инем.
– Һин һөнәрең буйынса – халыҡ театры режиссеры. Ошо йүнәлештә белем алырға, әкиәттәр ҡуйырға теләгең булманымы?

– Юҡ, булманы. Режиссер булыу өсөн тәжрибә кәрәк. Ә миңә шул тиклем сәхнәлә уйнау оҡшай, режиссерлыҡ онотолдо.
– Балалар өсөн уйнауы ауырмы?
– Әлбиттә. Беҙ уларҙың күңелен дә асырға тейешбеҙ, тәрбиәләргә лә, үҫтерергә лә. Киләсәк быуында театрға һөйөүҙе беҙ тәрбиәләйбеҙ. Илке-һалҡы уйнарға хаҡыбыҙ юҡ. Күңеле ҡалып, артабан баланың сәнғәттән бөтөнләй алыҫлашыуы бар. Икенсенән, интернеттан, “зәңгәр экран”да барған сит ил йәнһүрәттәренән айырып, тере аралашыуға алып килергә тейешбеҙ. Ә айырыуы ныҡ ауыр.
Ҡайһы саҡта, театрҙан матур саҡта китергә кәрәк, тигән уйҙар килә башҡа. 40 йәшкә етеп килгәндә 10 йәшлек балаларҙы йәки һикерәңләп йәнлектәрҙе уйнау ауырғараҡ тура килә.
– Ғәҙилә апай ҡыҙының артист булыуына хәҙер үкенмәйме?
– Юҡ шикелле. Һәр хәлдә, эшләү дәүерендә бер генә тапҡыр ҙа ҡәнәғәтһеҙлек белдермәне. Эш хаҡың аҙ, йәки, ғаилә тормошоң килеп сыҡманы, тип тә әйткәне юҡ. Ышаныслы таянысым, ярҙамсым, серҙәшем һәм кәңәшсем. Улым Айтуғанды ете йәшкә тиклем башлыса ул ҡараны. Гастролдәрең оҙаҡ, тип тә зарланмай. Әгәр ул булмаһа, мин артист булып эшләй алмаҫ инем. Фатихаһы өсөн рәхмәтлемен. Бар уңышым, ҡаҙанышым – уныҡы.
Улымды үҫтерергә ярҙам иткән Йылайыр районының Юлдыбай ауылында йәшәүсе ҡәйнәм Ғәлимә Тимербулат ҡыҙына рәхмәтлемен. Гастролгә китһәм, Сибайға килеп, ейәнен ҡараша. Йәйге ялдарҙа ла Айбулат унда барып, ял итеп, һыу инеп, ялан ҡыҙырып ҡайта. Шулай уҡ Гөлфиә һеңлем менән Наил кейәү ҙә һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер. Ошондай яҡын, ярҙамсыл кешеләр булғанда тормош ауырлыҡтары һиҙелмәй үтә.
– Ә Айтуғандың сәнғәткә ынтылышы бармы?
– Театрға ҡыҙыҡһыныуы бөтөнләй юҡ тиерлек. Яңы спектакль булһа, килеп ҡарай, оҡшай-оҡшамай, тип фекерен әйтә лә, шуның менән тамам. Әммә ағас һырлау буйынса үтә лә талантлы. Үҙе лә был шөғөлдө ярата. Конкурстарҙа ҡатнаша, һөҙөмтәләр ҙә бар. Ә киләсәктә ниндәй һөнәр һайларын аныҡ ҡына әйтмәй. Бәләкәйҙән үҙ аллы булып үҫте, өйҙә булмаһам, бешереп ашай, өҫтөн йыуа. Ҡулымдан килгәнсә ысын ир-егет итеп тәрбиәләргә тырышам: кәңәш һорайым, фекерен тыңлайым. Киләсәктә минең таянысым, терәгем булыуын теләйем. Уйлап эшләй, күп һөйләмәй, интуицияһы көслө.
– Ижад кешеһенә тормош көтөүе ҡыйынмы?
– Ҡыйынлыҡтар һәр кемдең тормошонда булып тора. Ижад кешеһенең күп осраҡта яңғыҙ булыуын аңланым. Был хәҙер минең өсөн трагедия түгел. Әлбиттә, эшемде аңлаған, улымды үҙ иткән иманлы бәндә осраһа, яҙмышымды бәйләр инем.
Проблемалар килеп тыуһа, элек ауыр кисерә инем. Улар хаҡында уйланып, төндәр буйы йоҡлай алмай ятҡан саҡтар ҙа булды. Бер көн шулай ауырып киткәс кенә үҙемде үҙем бөтөргәнемде аңланым. Тынысланыр өсөн: “Был осраҡты Аллаһы Тәғәләгә тапшырам, ул нисек яҙһа, шулай булыр!” – тип уйланым. Ышанаһығыҙмы, юҡмы: иртәгәһенә үк проблемалар хәл ителде. Шунан бирле барлыҡ хәлде Аллаһы Тәғәләнең ризалығына бағышлайым, унан ярҙам һорайым. Мин гел йылмайып йөрөгәс, күңелһеҙләнә башлаһам, хеҙмәттәштәрем дә, туғандарым да аптырай. Бергә ҡайғыра баш­лайҙар. Шуға күрә миңә күңелһеҙләнергә ярамай.
– “Сулпан” һинең өсөн нимә ул?
– Йәшлегемдең иң матур йылдары ошо театрҙа үтте. Шуға ла ул – минең өсөн ҡәҙерле ер, яратҡан эш. Хеҙмәттәштәремдең һәр бе­реһен яратам. Бер туғандар кеүек булып бөттөк. Ә туғандар бит, әрләшһә лә, төрлө характерҙа булһа ла, ҡайғы-шатлыҡта ла бергә булырға тейеш. Беҙ ҙә шулай. Һәр береһе характеры менән труппаға биҙәк өҫтәй. Гастролдәр ваҡытында, әлбиттә, бер-беребеҙҙе ялҡытып бөтәбеҙ ҙә, ялдарҙа һағыныша башлайбыҙ.
Улымды ла үҙ итәләр. Юлда булһам, ул ҡараулы, борсолма, тип кенә торалар.
– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Гөлназ!

Гөлнур ҠЫУАТОВА әңгәмәләш







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға