«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » “Йәшәү йәме”



11.07.2018 “Йәшәү йәме”

“Йәшәү йәме”
Башҡортостан халҡының дүрттән бер өлөшөн йәштәр тәшкил итә. Улар араһында алдынғы ҡарашлы, тырыш, бар яҡлап та килгән ҡыҙҙар һәм егеттәрҙең күп булыуы ҡыуандыра. Әйтергә кәрәк, һуңғы йылдарҙа айырыуса һәләтле, матур йәш быуын үҫеп килә. "Юлдаш" радиоһы эфирына сыҡҡан "Йәшәү йәме" тапшырыуы тап ана шундай булдыҡлы йәш замандаштарыбыҙға ла иғтибар бүлә.
Йәйге сығарылыштарҙа тыңлаусыларыбыҙҙы төрлө өлкәлә уңыштарға өлгәшкән, халҡыбыҙ йолаларын тергеҙеп, үҙ эшен асҡан, борон­ғолоғобоҙҙо юллаған һәм алдынғы технологиялар өлкәһендә лә һынатмай эшләгәндәр тураһында һөйләмәксебеҙ. Өфөнән Сәлимә Усма­нова, мәҫәлән, милли кейем өлкәһендә эҙләнеүҙәр менән шөғөлләнә. "Ҡасандыр өләсәйҙәребеҙ кейгән күлдәктәрҙә бер генә лә артыҡ деталдең юҡлығына инандым", – ти ҡыҙ. Сәлимә киләсәктә эҙләнеү эштәрен етди ғилми хеҙмәткә туплап, башҡорт этнографияһын өйрәнеүселәр өсөн ярҙам булырлыҡ баҫма әҙерләргә хыяллана. Ул боронғо кейемдәр өлгөһөндә заманса матур коллекциялар ҙа ижад итә. Эштәре төрлө конкурста юғары баһа ала. Учалынан Альбина Ғәлиева иһә боронғо биҙәүестәр менән ҡыҙыҡһына. Ҡорама ҡороу, сигеү, туҡыу һәм башҡа ҡул эштәренә лә маһир.
Күгәрсен егете Илфат Байна­заров нефть эшкәртеү сәнәғәтендә физик-технологик процестарҙы математик моделләү менән шөғөлләнә. Башҡорт дәүләт университетының физика факультетында һәм Өфө дәүләт нефть-техник университетында алған физика һәм химия буйынса белемдәрен ул бөгөнгө эшмәкәрлегендә ҡуллана. 3Д технологияларын үҫтереү, сәнәғәт дрондарын етештереү буйынса ла эш алып бара. "Өйрәнәм, ҡыҙыҡһынам, алға ҡарап, оло маҡсаттар ҡуям", – ти Илфат.
Хәйер, "Йәшәү йәме" тапшырыуының йәш геройҙарының һәр береһе – маҡсатлы, тырыш. Улар менән танышыу тыңлаусыларыбыҙға ла ҡыҙыҡ буласағына ышанабыҙ. Тапшырыуҙы эфирҙа һәр шәмбе 11.15 һәм 20.15 сәғәттә тыңлағыҙ.
Гүзәл ЗАРИПОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға