«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » "Ҡатын-ҡыҙ - үл үтә серле зат"



12.04.2018 "Ҡатын-ҡыҙ - үл үтә серле зат"

"Ҡатын-ҡыҙ - үл үтә серле зат"
йәки Хәсән Усманов һәр яҙ һайын ғашиҡ буламы?

Башҡорт эстрадаһының матур ғаилә пары улар. Ғаилә ҡороу менән Усмановтарҙы тамашасылар бик һынап күҙәтте: был мөхәббәт ғүмерлекме әллә һөйөү уты тәү осорҙа ғына ҡыҙыу янамы? Ә Зилә менән Хәсән бына инде 15 йыл тормошта ла, сәхнәлә лә бергә. Йорт һалынған, ағас­тар ултыртылған, балалар үҫә. Ә шулай ҙа ике сәхнә кешеһенә бергә йәшәү ауыр түгелме икән? Хәсән УСМАНОВ менән ошо хаҡта һәм, әлбиттә, 8 Март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан гүзәл зат тураһындә әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Бүрене аяҡтары туйҙыра, тигән әйтемде үҙгәртеп, бөгөн артисты таланты туйҙырамы, тип һорайым әле...

– Эшләй белһәң, туйҙыра, тип яуап бирер инем. Беҙ Зилә менән, концерттарҙа сығыш яһауҙан тыш, тамада булараҡ та кешеләрҙең байрамдарын ойошторабыҙ. Республика буйлап арымай-талмай сабабыҙ ҙа сабабыҙ.

– Һәр ғаиләлә ығы-зығы, бер аҙ тауыш та булып тора бит инде. Концерт алдынан шундай хәл булһа, сәхнәгә йылмайып сығып, бер-береңә яғымлы ҡарашып йырлауы ауыр түгелме?
– Ҡатын-ҡыҙҙы юҡҡа ғына, үтә лә серле зат, тип атамағандар бит ул. Бер ҡараһаң, йылмайып тора, икенсегә инде күҙ йәштәрен түгә. Араһында бурандар ҙа сыҡҡылай. Яҙҙың март айында юҡҡа ғына уларҙың байрамы түгелдер ул, сөнки холоҡтарына шул тиклем ошо айҙың булмышы хас. Күп нәмә ир-егеттән тора. Кәрәк саҡта өндәшмәй ҡалырға, уңайлы урында һылап-һыйпап ебәрергә, телде лә тешләргә тура килә. Гүзәл зат ҡолағы менән ярата. Йылы һүҙҙәрҙе йәлләмәһәң, барыһы ла һәйбәт буласаҡ. Һәр хәлдә, Зилә асыу һаҡлап йөрөй торған кеше түгел, бындай осраҡтарҙа ғәфү итә лә, ғәфү үтенә лә белә.

– Артистар араһында матур-матур ҡатын-ҡыҙҙар бар, ә тамашасылар араһында улар өсләтә күберәк. Улар менән аралашып йәшәй­һегеҙ, ғашиҡ булып ҡуйыу ҡурҡынысы юҡмы? Айырыуса тышта яҙҙың йәмле, хистәргә тулы мәле башланырға тора...
– Ундай саҡтарҙа йөрәккә бойороп булмай­ҙыр ул. Аллаға шөкөр, миңә Зиләгә ҡарата булған кеүек ҙур хистәрҙе башҡаса кисерергә тура килмәне. Йырсылар, артистар беҙҙең өсөн дуҫ, сәхнә артында танышыу менән туғандарса аралашыу башлана, яҡын апайың йә һеңлең кеүек күрә башлайһың. Ә тамашасылар менән, киреһенсә, хистәр уянырлыҡ итеп яҡын аралашмайбыҙ.

– 15 йыл ғаилә тормошо, уға тиклем өс йыл дуҫлашып йөрөгәнһегеҙ. Ир кеше булараҡ, һин Зиләнең серҙәрен, булмышын өйрәнеп бөттөңмө?
– Һәр ҡатын-ҡыҙҙы уҡып бөтөрә алмаҫлыҡ китап менән сағыштыралар бит. Ҡатыным менән дә шулай уҡ. Өс йыл дуҫлашып йөрөгән арала уның тап минең буласаҡ кәләшем икәнен, тормош юлын бергә үтергә теләгәнемде аңлағайным инде. Ә бына ни өсөн шулай икәнен, уның мине нимә менән арбауын һаман да аңлап етә алмайым. Холҡон да, таланттарын да белеп бөтөп булмай. Сөнки тормош үҙенең күңелле һәм үтә күңелле булмаған көндәре менән төрлө ситуацияларға ҡуя, Зилә һәр саҡ яңыса асыла.

– Талантлы ғаиләләр бик күп, әммә ҡайһы бер йырсылар ҡатындарының үҙҙәре менән бергә “йондоҙ” булыуын теләмәй. Һинең дә юлдан ҡайтыуыңа ҡайнар аш менән көтөүен, балаларыңдың һәр ваҡыт ҡараулы булыуын теләп, Зиләне өйҙә ултыртып ҡуйғың килмәйме?

– Беҙҙе сәнғәт табыштырҙы, ҡауыштырҙы. Мин бит Зилә менән Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡығанда таныштым. Йырсы буласағын белдем, дуҫлашып йөрөгәндә үк бергә йырларға тип хыялландыҡ. Шуға күрә ҡатынымды өйҙә ултыртып ҡуйырға йәки икенсе эшкә сығарырға уйламайым. Элек гастролдәр ваҡытында өс туған һеңлем ярҙам итә ине, хәҙер, Аллаға шөкөр, ҡайтыуыбыҙға Шәүрә ҡайнар аш менән ҡаршы алырлыҡ булды. Оҙаҡҡа китһәк, балалар янына балдыҙҙарым килә.

– Ә концерттарға айырым саҡырыу булһа, бараһығыҙмы?

– Әлбиттә. Беҙҙең был яҡтан да ҡатмарлыҡ юҡ. Мәҫәлән, былтыр Зилә Әнүәр Нурғәлиев менән төньяҡ-көнсығыш райондарҙа концерттар ҡуйҙы. Әйткәндәй, беҙҙе бит Әнүәр таныштырҙы, ул ғаилә дуҫыбыҙ ҙа. Мин Резеда Әминева, Гөлсөм Бикбулатова, Зөлхизә Илбәкова менән дуэтта йырланым, Зиләгә лә тәҡдимдәр булды. Тик улар төрлө мәшәҡәт менән тормошҡа ашмай ҡалды.

– Сәхнә ҙур сығым ярата. Ә һеҙҙә ул икеләтә артыҡ килеп сыға...
– Өсләтә. Сөнки һәр беребеҙгә айырым репертуар кәрәк, тағы ла дуэттар бар. Сәхнә кейемдәрен дә ике кешегә тектерәбеҙ. Ысынлап та, сығымдар ҙур. Әммә был турала уйларға кәрәкмәй. Сифатһыҙ яҙма, зауыҡһыҙ кейем менән сәхнәгә сығырға ярамай. Аллаға шөкөр, сығымдарҙы ҡапларлыҡ, хатта килем алырлыҡ мөмкинлектәр булды һәм бар.

– Репертуар һайлағанда бәхәстәр буламы?

– Һуғышып китерҙәй булабыҙ (көлә). Зиләнең интуицияһы көслө, ҡайһы йырҙың хитҡа әйләнерен алдан белә. Эшләй-эшләй уның фекере менән күпселек ваҡытта ризалашырға кәрәк икәненә инандым. Ҡатыным йондоҙнамә буйынса Балыҡ, ә уларҙа һиҙемләү тойғоһо үҫешкән.

– Әсәйегеҙ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәрхүм булды. Икенсе әсәй – ҡәйнәгеҙ менән мөнәсәбәттәр нисек?
– Супер! Хәҙер кейәүҙәр менән ҡәйнәләр тураһында насар, хатта оятһыҙ көләмәстәр сығаралар бит инде. Был – сит милләт, сит дин кешеләренән килгән аламалыҡ. Беҙҙең башҡорт халҡында улай булмаған. Аллаға шөкөр, ҡәйнәм, кейәүем, тип өҙөлөп тора. Ҡайтыуға ҡоймаҡ ҡойоп, ит ризыҡтары бешереп көтә. Үҙем дә ең һыҙғанып йорт-тирәһендәге эштәрҙе башҡарып китәм. Ҡайным менән ҡәйнәмә изге күңелле, уңған, ғаилә усағын һаҡларҙай ҡыҙ үҫтергәндәре өсөн рәхмәтлемен. Өфөлә ҡаланан ситтә үҙ йортобоҙ, баҡсабыҙ, мунсабыҙ булһа ла, яндарына йышыраҡ ҡайтырға тырышабыҙ.

– Әсәйегеҙ менән Зиләнең характеры оҡшашмы?
– Ир-егеттәр, ғөмүмән, кәләште әсәһенә оҡшатып һайлай бит ул. Шуға күрә Зилә әсәйем менән ныҡ оҡшаш. Икеһе лә март айында тыуған. Сабырлыҡ, ихласлыҡ, хислелек, уңғанлыҡ – уртаҡлыҡтар бик күп.

– Шәүрә менән Урал инде буй еткерәлер инде?

– Икеһе лә 20-се гимназияла белем ала. Шәүрә заманса бейеү студияһында шөғөлләнә, Урал каратэ менән ҡыҙыҡһына. Алма ағасынан алыҫ төшмәй, тигәндәй, улар ҙа йыр-моңға һәләтле. Тик сәхнә һөнәрен һайламаһындар ине, тип теләп кенә йөрөйөм. Нисек кенә булмаһын, һау-сәләмәт, бәхетле булһындар!

– Илдәге демографик хәлде яҡшыртып, өсөнсө бәпәй алырға уйламайһығыҙмы?
– Өмөтләнәм, Зиләгә әле 36 ғына йәш бит әле. Голливуд артистары 50-гә еткәндә лә бала таба бит. Балалар ҙа һорай-һорай арыны инде. Был хыялдың тормошҡа ашыуы ҡатынымдан тора.

– 8 Март байрамында ғаиләләге ҡатын-ҡыҙҙарға бүләк бирәһеңме?

– 23 февраль – ул Халыҡ-ара нәски һәм шампунь байрамы (көлә). Ҡатындар бирһә, шатлана-шатлана һалып алабыҙ. Ә бына шулар­ҙы ҡатыныңа бүләк итеп ҡара әле, өйҙә буран ҡубыуы бар. Улар бит затлы зат, үҙенсәлекле бүләк эҙләп баш ватырға кәрәк. Етмәһә, 9 март – Зиләнең тыуған көнө. Миңә нисек ҡыйын икәнен аңлайһыңдыр (көлә). Бүләктәр мотлаҡ була, тик беҙ икебеҙ ҙә кәрәкле әйбер алыу яғында. Ҡупырынып, шашынып, аҡсаны юҡҡа түгергә яратмайбыҙ. Гөлләмәне һирәк бүләк итәм, сөнки артист халҡына уларҙы тамашасыларҙан алыу күңеллерәк. Әйткәндәй, концерттарҙа йыш ҡына төрлө бүләк бирәләр. Беҙ уларҙы иҫтәлек кеүек күреп, ҡәҙерләп тотонабыҙ. Һәр бүләк – иғтибар, хөрмәт бит ул.
– Кешеләр байрамда ял итеп кинәнә. Ә һеҙ, ең һыҙғанып, 15 мартта үтәсәк концертығыҙға әҙерләнәһегеҙ. Нисегерәк була, кемдәр ҡатнаша?
– Үҙебеҙ яратҡан, ихтирам иткән ижадташ дуҫтарыбыҙҙы саҡырҙыҡ. Бибисара апай Азаматова, Илшат Яппаров, Линар Белый (Вәлиев), Венер Ҡолдәүләтов менән бергә матур, күңелле ял бүләк итергә теләйбеҙ. Театрлаштырылған тамашала ғаиләләге ир менән ҡатын мөнәсәбәте сағыласаҡ. Тағы ла беҙҙең балалар – Шәүрә менән Урал да сығыш яһай. Яңы йырҙар, костюмдар, юмор – тамашасылар күңеленә хуш килер тип уйлайым.

– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт! Уңыштар һеҙгә!

– “Йәшлек” гәзитенең барлыҡ ҡатын-ҡыҙ хеҙмәткәрҙәрен һәм уҡыусыларын бөгөнгө матур байрам менән ҡайнар ҡотлайым. Һаулыҡ, бәхет, һөйөнөстәр менән матур тормошта йәшәүҙәрен теләйем. Һәр гүзәл заттың янында яҡлаусыһы, һаҡлаусыһы булһын.

Гөлнур ЮЛДАШЕВА әңгәмәләште.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға