«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » "Ҡурай даны" республика телевизион премияһы



01.03.2018 "Ҡурай даны" республика телевизион премияһы

 "Ҡурай даны" республика телевизион премияһы
«Ҡурай-ТВ» - башҡорт телен һаҡлау һәм пропагандалау, халыҡ традицияларын үҫтереү маҡсатында ойошторолған Башҡортостан юлдаш телевидениеһының берҙән-бер музыкаль һәм күңел асыу каналы. Эфирҙа тәүлек әйләнәһенә өр-яңы клиптар, сағыу тамашалар, тәрән йөкмәткеле тапшырыуҙар, телевидениеның алтын фондында һаҡланған ретро йырҙар, спектаклдәр һәм телесериалдар бара.

Рухты нығытҡан, йәшәү көсөн арттырған, дәрт-дарман өҫтәгән, милләт данына әүерелгән «Ҡурай» йыр-моң каналы 2018 йылдың 4 февралендә тарихта беренсе тапҡыр «Ҡурай даны» республика телепремияһын булдырҙы. Премияға «Ер кешеһе», «Һөнәр оҫтаһы», Эшлекле ханым», «Йыл меценаты», «Ҡул оҫтаһы», «Миһырбанлы ғаилә», «Ижади ғаилә», Ҡәләм оҫтаһы», «Йыл йырсыһы», «Иң шәп клип төшөрөүсе» тигән номинациялар индерелде. Номинаттарҙың исемдәрен жюри ағзалары ҡараусыларҙың заявкалары буйынса, шулай уҡ геройҙарҙың ҡаҙаныштарына һәм һөнәри уңыштарына ҡарап билдәләне. Дәғүә итеүселәрҙе концерт барышында презентация формаһында әйтеп үттеләр:

«ЕР КЕШЕҺЕ»

Дәмин Юланов (Ейәнсура р-ны)

Фәнис Кәримов (Этнотур «Ирәндек»)

Уразбай Юлдыбаев (Әбйәлил р-ны)

Рим Ғәйфуллин (Учалы р-ны)

Рәил Дәүләтбаев (Мәсетле р-ны)

Вәрисә Ғөзәйерова (Салауат р-ны)

Дамир Хәйбуллин (Көйөргәҙе р-ны)

«ҺӨНӘР ОҪТАҺЫ»

Әхәт Мортазин (Өфө)

Рәхилә Ғилемйәнова (Шишмә р-ны)

Клара Хәлиуллина (Илеш р-ны)

Наил Ғабдуллин (Әбйәлил р-ны)

Гөлсәсәк Алдаҡаева (Әлшәй р-ны)

Рәмил Шәмсетдинов (Стәрлетамаҡ р-ны)

«ЭШЛЕКЛЕ ХАНЫМ»

Эльвира Ишморатова (Өфө)

Зоя Хәкимова (Магнитогорск)

Александра Хисаметдинова (Өфө)

Оксана Ямурова (Өфө)

Лилиә Сабитова (Өфө)

Гөлсәсәк Әлибаева (Өфө)

Әлфиә Шәйнурова (Тәтешле р-ны)

«ЙЫЛ МЕЦЕНАТЫ»

Айҙар Ахунов (Уфа)

Дим Дәүләтов (Уфа)

Илһам Әбделғужин (Сибай)

Илсур Нәбиуллин (Баймак р-ны)

Ирек Мәҡсүтов (Ноябрьск)

Рәғит Сөләймәнов (Санкт-Петербург)

Минзәлә һәм Кадурий Фазлетдиновтар (Уфа)

«ҠУЛ ОҪТАҺЫ»

Айгөл Шәйәхмәтова (Өфө)

Әнүәр Игебаев (Сибай)

Гөлсиә Фәйзуллина (Учалы р-ны)

Ләлә Камалитдинова (Өфө)

Алик Степанов (Ғафури р-ны)

Зилә Лира (Әбйәлил р-ны)

Самат Мостафин (Салауат ҡалаһы)

«МИҺЫРБАНЛЫ ҒАИЛӘ»

Фәниә һәм Азамат Ҡарабаевтар (Баймаҡ р-ны)

Әлфинә һәм Кәрим Хәкимовтар (Балаҡатай р-ны)

Зөлфирә һәм Сабир Ҡоҙашевтар (Ауырғазы р-ны)

Гөлнара һәм Рәйес Тимербулатовтар (Ейәнсура р-ны)

Рәйхана һәм Ғәни Суриндар (Хәйбулла р-ны)

«ИЖАДИ ҒАИЛӘ»

Гөлфинә һәм Ғайсар Йомағужиндар (Учалы р-ны)

Луиза һәм Ғәлим Ҡунаҡбаевтар (Ейәнсура р-ны)

Зарифа һәм Фәттәх Аралбаевтар (Баймаҡ р-ны)

Гүзәл һәм Роберт Юлдашевтар (Өфө)

Айгөл һәм Илфат Такаловтар (Йылайыр р-ны)

Сәлимә һәм Салауат Юлдашбаевтар (Өфө)

Зөлфидә һәм Ғаяз Муллағәлиевтар (Бишбүләк р-ны)

«ҠӘЛӘМ ОҪТАҺЫ»

Миләүшә Ҡаһарманова (Өфө)

Фирүзә Абдуллина (Ҡырмыҫҡалы р-ны)

Лариса Абдуллина (Өфө)

Гөлнур Ҡыуатова (Өфө)

Айгиз Баймөхәмәтов (Өфө)

Мөнир Ҡунафин (Өфө)

Лира Яҡшыбаева (Өфө)

Әхмәр Үтәбаев (Өфө)

«ЙЫЛ ЙЫРСЫҺЫ»

Алмас Хөсәйенов (Өфө)

Айҙар Рәҡипов (Өфө)

Айгөл Муллагилдина (Өфө)

Зәлиә Нурлы (Сибай)

Айгизә Иҡсанова (Өфө)

Лев Ҡолошев (Нефтекама)

Илнур Рамазанов (Өфө)

Рәфис Ишбаев (Ишембай)

Айгөл Әминева (Өфө)

Гөлнара Вәлиева (Өфө)

«ИҢ ШӘП КЛИП ТӨШӨРӨҮСЕ»

Батыр Ғәлимов (Баймаҡ р-ны)

Тимур Сәфиуллин (Силәбе)

Тимур Ғәниев (Өфө)

Гөлсәсәк Игебаева (Хәйбулла р-ны)

Тәлғәт Сәфәров (Өфө)

Дамир Мөхәмәтйәров (Нуриман р-ны)

Альбина Ғәликәйева (Ейәнсура р-ны)

Проектың киләһе туры – телевизион тур. «Ҡурай-ТВ» каналы йыл дауамында номинанттар тураһында тапшырыу күрһәтәсәк. Еңеүселәрҙе тамашасы СМС-тауыштар ярҙамында билдәләйәсәк. Гала-концерт 2019 йылдың февралендә планлашыртырыла. Еңеүселәргә исемле миҙалдар, ҡиммәтле бүләктәр һәм аҡсалата премия тапшырыласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға