«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Дәрт-дарман, илһам һәм көс – бүләк итә «Юлдаш Plus»



27.12.2017 Дәрт-дарман, илһам һәм көс – бүләк итә «Юлдаш Plus»

Дәрт-дарман, илһам һәм көс – бүләк итә «Юлдаш Plus»
Бына нисәнсе йыл рәттән үткәрелеп, матур йолаға әйләнгән йәштәр интернет-радиоһы «Юлдаш Plus» хит–парады быйыл да шаулап-гөрләп үтеп китте. Концерт-дискотека «Өфө уттары» күңел асыу комплексында ойошторолдо.
Был сара йыл дауамында барған хит-парадҡа йомғаҡ яһап, һәр айҙың еңеүселәрен бер сәхнәгә тупланы. Еңеүселәр статуэткалар һәм махсус дипломдар менән бүләкләнде. Йәш йырсылар Гөлйемеш Ҡылысова, Илнур Рамазанов, RUZiT, Сабина Кучаева, Милена, Илзирә Ҡудашева, «Улар», «Аҡ йондоҙҙар», «Бирешмә» һәм «Тимур» төркөмдәре дәртле йырҙары менән ҡыуандырҙы. Сарала тамашасылар өсөн дә бик шәп бүләктәр әҙерләнгәйне. Төп приз – сноуборд. Шулай уҡ «Юлдаш Plus» символикаһы төшөрөлгән свитшоттар, футболкалар, фитнеc-клубҡа йыллыҡ абонемент, киноға саҡырыу билеттары һәм башҡа бүләктәр отоу мөмкинлеге бар ине. Сараның төп ойоштороусылары – «Юлдаш Plus» интернет-радиоһының алып барыусылары тамашасыларға төрлө ҡыҙыҡлы уйын әҙерләгәйне.
«Юлдаш Plus» йәштәр радиоһының төп маҡсаты – башҡорт йәштәрен берләштереү, саф башҡортса аралаштырыу һәм үҙ телебеҙҙә ижад ителгән йырҙарҙы популярлаштырыу. Шуға күрә унда эшләүселәр көн дә ҡыҙыҡлы темаларға тура эфир алып барып ҡына ҡалмай, ә ошондай күңелле сараларҙы даими үткәреп тора. Иң сағыу саралар­ға «Наҙ һәм яҙ байрамы», Ғашиҡтар көнөнә арналған «Мөхәббәт боҙҙо иретер», «Ҡымыҙ – break» форумы һәм башҡа концерт-дискотекаларҙы индерергә мөмкин.
«Юлдаш Plus» республикала йәштәр өсөн үткән һәр сараны яҡтыртып, һәр яңылыҡты тыңлаусыға ваҡытында еткереп, яңы сыҡҡан йырҙарҙы эфирҙа яңғыратып бара. Әлеге көндә интернет-радио хеҙмәткәрҙәре киләсәккә яңы уйҙар, пландар менән йәшәй. Киләсәктә уларға ҡуйған бар маҡсаттарының тормошҡа ашыуын һәм тоғро тыңлаусылар теләйбеҙ.

Нурзилә Усманова,
БДУ студенты.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға