«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » «Юлдаш»та «Тамыр» һөйләй



20.12.2017 «Юлдаш»та «Тамыр» һөйләй

«Юлдаш»та «Тамыр» һөйләй
2000 йылда «Юлдаш» йыр-моң каналында «Тамыр» студияһына аҙнаһына бер тапҡыр тура эфирҙа эшләү мөмкинлеге бирелгәс, мөхәррир апай-ағайҙар тәүге тапҡыр балалар менән бергәләп тура эфирға сыға башланы. Был ул саҡта беҙҙең өсөн ҙур яңылыҡ булып торһа, хәҙер инде ғәҙәти күренешкә әйләнеп бара. Әлеге ваҡытта радиолағы ете тапшырыуҙың өсәүһе тура эфирҙа сыға.
Һәр дүшәмбелә әҙерләнгән «Тау-тау хәбәр» тапшырыуына «Юлдаш»ты тың­лаусы ҡыҙҙар, малайҙар шылтыратып, үҙҙәренең яңылыҡтарын һөйләй, шатлыҡтары менән уртаҡлаша. Әлеге ваҡытта хәбәрҙәр тауын штаттан тыш хәбәрсебеҙ Айзилә Мөлөкова, мөхәррир Марсель Мөхәмәтйәнов, балалар Азалия Сәғитова менән Салауат Абдулвәлиев өйә.
Шишәмбелә эфирға сыҡҡан «Зирәк» радиоуйынын ҡыҙҙар-малайҙар бигерәк тә ярата, беҙҙең даими тыңлаусыларыбыҙ ҙа бар. Улар аҙна һайын ҡатнашып, үҙҙәренең зирәклеген күрһәтә, бүләктәр ота. Тапшыр
Ә 2000 йылда эфирға сыға башлаған тапшырыу хәҙер «Күпер» тип атала һәм һәр шаршамбыла киске сәғәт 8-се 15 минутта башлана. Уны мөхәррирҙәр Резеда Миндиярова, Рәзилә Салауатова әҙерләп алып бара. Баш ҡалабыҙҙың төрлө мәктәптәрендә, юғары уҡыу йорттарында уҡыусы ҡыҙҙар-малайҙар, йәш хәбәрсе булараҡ, уларға ярҙам итә. Тапшырыуҙа төрлө темаға һөйләшеү уҙғарыла, «Өләсәйҙәр мәктәбе», «Ояһында ни булһа, осҡанында шул булыр», «Атайҙар тәрбиәһе», «Йондоҙло ғаилә» кеүек рубрикалар бар. Психологтар, табиптар, төрлө һөнәр кешеләре менән осрашыуҙар һәм, әлбиттә, тиҫтерҙәренә өлгө булырҙай ҡыҙҙар-малайҙар менән әңгәмәләр әҙерләнә.
Һәр йомала киске сәғәт 8-се 15 минутта «Юлдаш» тулҡындарында «Тамыр» телеканалы әҙерләгән «Һөнәрсе менән Өйрәнсек» тапшырыуы эфирға сыға. Уның һөнәрҙәр тураһында икәнлеге исеменән үк күренеп тора. Студияла Һөнәрсе менән Өйрәнсек сәләмләй һәм төрлө һөнәр эйәләре менән таныштырып, үҙҙәренең ҡыҙыҡлы һорауҙарын бирә. Теге йәки был һөнәрҙең килеп сығыу тарихын, эштең ауыр һәм еңел яҡтарын, эйәһенә кәрәкле сифаттарҙы ла һанап сығалар. Баҡтиһәң, бөгөн үҫмергә донъялағы һөнәрҙәрҙе һанап сығырға ҡушһаң, ауырлыҡ менән 20 – 30 һөнәрҙе әйтә ала икән. Тикшереп ҡарағыҙ әле? Ә бит донъяла барлығы 400 мең самаһы һөнәр билдәле. Ана шул хеҙмәт эйәләре менән яҡынданыраҡ таныштырабыҙ, хатта ҡайһы бер һөнәр­ҙәргә тотош тапшырыуыбыҙҙы бағышлайбыҙ.
Дәрестән һуң бала нимә эшләй, ниндәй түңәрәктә шөғөлләнә, ҡайһы спорт секцияһына өҫтөнлөк бирә? Теге йәки был түңәрәккә йөрөү ни хаҡ, түңәрәк өсөн ҡағыҙ-елемде ата-әсә алырға тейешме, махсус спорт кейемен ҡайҙан табырға һәм башҡа күп һорауға яуап биреүсе тапшырыу «Кластан тыш» тип атала. Унда төрлө түңәрәктәр хаҡында бәйән ителә. Ә йәкшәмбе көндө иртәнге 9 сәғәт 35 минутта «Йырлы кәрәҙ» тигән күңелле һәм дәртле йырҙарҙан торған тапшырыу радио тыңлаусыларҙың кәйефен күтәрә, шулай уҡ кескәй балаларҙың кистәре «Иләү»һеҙ үтмәй.
Сатнатып башҡортса һөйләшкән, матур итеп үҙ телендә йырлаған ҡыҙҙар-малайҙарҙы ишетеп, үҫеп килеүсе тыңлаусыларыбыҙ ҙа үҙ теленә иғтибарлы, ихтирамлы була бара.
Бына шулай, үҙ эшен яратҡан, бер ниндәй көрсөк, матди етешһеҙлеккә лә ҡарамай, янып-көйөп эшләп йөрөүсе «Тамыр» мөхәррирҙәре, режиссерҙары «Юл­даш»тың йырлы тулҡындары аша ла Башҡортостаныбыҙҙың киләсәк бы­уы­уынын тәрбиәләүгә үҙ өлөшөн индерә.

Зөлфиә ДАЯНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға