«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Студия асыҡ!



15.05.2017 Студия асыҡ!

Студия асыҡ!
Йәмғиәттә йәшәп, унан азат булып булмай. Ошо идеология заманы үтһә лә, уны барыбер ҙә бөгөнгөгә ҡарата ла ҡулланыу хаҡтыр: йәғни үҙеңдең шәхси мәшәҡәттәрең менән генә йәшәмә, илдең ижтимағи-сәйәси тормошо менән дә яҡындан ҡыҙыҡһын. Һәм ҡыҙыҡһыныу һуңғы ваҡытта арта ла бара бит.
Ана шул күренештәр, бигерәк тә ҡатмарлы ижтимағи-сәйәси тормоштағы мәсьәләләр буйынса аңлатмалар кәрәк, ентеклерәк мәғлүмәт хәжәт, һығымталар фарыз. Тап сәйәси журналистиканы йәмғиәт менән дәүләт хакимлығы араһындағы бер тоташтыр­ғыс тип атау дөрөҫтөр – ике яҡ та тәҡдимдәр, фекерҙәргә мохтаж, шулар еткерелгәндә, иҫәпкә алынғанда ғына ил тормошонда ниндәйҙер камиллыҡ урынлашалыр. Әлеге тармаҡ билдәле бер дәрәжәлә йәмәғәт күҙәткеһе бурысын да атҡара – ҡарарҙар үтәлеше тикшерелә, уңыштар барлана, етеш­һеҙлектәр асыла, проблемалар күтәрелә, уларҙы бөтөрөү юлдары тәҡдим ителә. Мәсьәләләр буйынса фекер алышыу күпселектә киң мәғлүмәт сараларында башлана ла, аҙағыраҡ сәйәси фирҡәләр форумдарына, һайлау алды кампанияларына, парламентҡа, хөкүмәткә сығарыла.
Беҙҙең радионың "Асыҡ студия" проекты, ҙурҙан алғанда, ошоноң менән шөғөлләнә лә инде. Эш көндәрендә киске 6 сәғәт 15 минутта башлап тура эфирға сығабыҙ.
Һәр хәбәрсе үҙенең тапшырыуы менән аудиторияға ярҙам итеренә иҫәп тота, эфир ваҡыттарында телефондың йыш шылтырауы маҡсатҡа өлгәшелә килеүҙе лә раҫлай. Был тәңгәлдә тыңлаусының "Юлдаш" радиоһы аша әйтелгәндәргә ышаныу менән ҡарауы тураһында ла етди белдереп була. Бында аудиторияға ниндәйҙер ҡараштарҙы көсләп таҡмау ҙа – ҙур шарт.
Тыңлаусыларыбыҙға, әңгәмә­ләр­ҙә ҡатнашҡан белгестәргә ҙур рәхмәтлебеҙ, киләсәктә лә емешле хеҙмәттәшлеккә өмөтләнәбеҙ.

Рәсүл Сәғитов.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға