«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Эфирҙа – хит-парад



09.06.2016 Эфирҙа – хит-парад

Эфирҙа – хит-парадҺәр һөнәр эйәһенә яратҡан эшендә уңыш яулау шатлыҡ, ҡыуаныс килтерә. Сәхнә, сәнғәт кешеләренә иһә тамашасы һөйөүен яулау – бәхет. “Юлдаш” радиоһының хиттар парадында ҡатнашып, еңеү яулау ҙа йырсылар өсөн бик уңышлы мәл. Хит-парадта ошондай бәхетле минуттар өсөн ай һайын ете йырсы ижади бәйгегә сыға. Был проект ижад менән әүҙем шөғөлләнгән профессиональ йырсыларҙы, яҙмалары “Юлдаш” радиоһы фондына комиссия аша ҡабул ителгән һәләтле үҙешмәкәр башҡарыусыларҙың йырҙарын популярлаштырыуҙы маҡсат итеп ҡуя.
Тыңлаусылар даими тауыш бирә бара, һәр йома 22 сәғәттә аҙна һөҙөмтәләре иғлан ителә. Тауыш­тарҙы “Юлдаш” сайтына инеп юлларға мөмкин. Йыл аҙағында тәүге урындарҙа булған йырсыларҙы баш ҡалабыҙҙағы иң матур концерт залдарының береһенә йыйып, гала-концерт ойошторола, еңеүселәргә махсус статуэткалар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырыла. Быйыл февралдә тәүге урын­ға – Ришат Төхвәтуллин, мартта – Фәриҙә Ғаззалова, апрелдә – Альбина Килдейәрова һәм майҙа, 5 меңгә яҡын тауыш йыйып, популяр йырсы Радик Юлъяҡшин сыҡты. Киләһе айҙарҙа ла хит-парад ҡыҙыу булмаҡсы, уны һеҙ Юлдашфм.ру сайтында күҙәтеп бара алаһығыҙ һәм тауыш биреп баһаларға ла онотмағыҙ.
Әйткәндәй, хит-парадҡа креатив, үҙенсәлекле исем табыу мәсьәләһе һаман да асыҡ ҡала һәм шулай уҡ киләсәктә тауыш биреүҙең тағы ла уңайлыраҡ ысулдары уйланыла. Радио тыңлаусы­ларҙың һәм хит-парадта ҡатнашҡан йырсыларҙың иғтибарын тағы ла шуға йүнәлтке килә: тапшырыу эфирға яҙма килеш сыға, тауыштарҙы һәр йома 14 сәғәткә тиклем ҡабул итәбеҙ, ә инде 22 сәғәттә һөҙөмтәләр иғлан ителә.
Филүс ҠАСИМОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға