«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Сит яҡтар ҙа уны үҙ итә



18.09.2015 Сит яҡтар ҙа уны үҙ итә

Филүзә Байғаҙаҡованы Ауырғазы таланты тип иҫәпләйҙәр.

Сит яҡтар ҙа уны  үҙ итәАуырғазы һылыуы тип әйттеләр. Бары тик “Бәйләнештә” сайты аша үҙе менән танышҡас ҡына тамырҙарының таланттарға бай Күгәрсен яҡтарынан булыуын белдем. Үҙе Мәләүез районында тыуып үҫкән, тәүҙә Аптраҡ ауылы мәктәбендә, аҙаҡ бик күп йәш шәхесте тәрбиәләгән Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы Мәләүез башҡорт гимназияһында белем алған. Балалар баҡсаһында уҡыған саҡта уҡ йыр менән барлыҡ концерттарҙа, кисәләрҙә сығыш яһай башлай. “Өс егет” йырына клип төшөргән мәлен Филүзә һаман да йылмайып иҫкә ала. Ауыл мәктәбендә уҡыған саҡта талантлы, әүҙем йәштәр менән бергәләп райондың төрлө ауылдарында концерт ҡуя, төрлө бәйгелә үҙен һынап ҡарай. Яҙмышын сәхнә менән бәйләргә теләһә лә, киләсәккә һөнәр һайлау алдында торған ҡыҙға әсәһе Гөлъямал апай: “Йыр – ул Аллаһы Тәғәләнән бирелгән талант, яратҡан шөғөл, ә тормош өсөн етди һөнәр һайла”, – тип кәңәш бирә. Әсәһенең кәңәшенә таянып, Филүзә уҡытыусы һөнәрен һайлай һәм Күмертау педагогия колледжына уҡырға инә.

Бында ла яратҡан сәхнәһенән айырылмай: ҡаланың “Дуҫлыҡ” мәҙәниәт йорто янындағы студияға йөрөй, Динә Йосопова етәкселегендәге ҡатын-ҡыҙҙар ансамблендә шөғөлләнә, сығыш яһай. Тап ошо уҡыу йортонда уҡыған саҡта йәш ҡыҙ үҙендә йыр яҙыу һәләтен дә аса. “Мәңгелек мөхәббәт” исемле тәүге йырын студенттар араһында үткәрелгән дискотекаларҙа йырлап, сәхнә йондоҙона әүерелә. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыу­сыһы Римма Арыҫланова уның йыр текстарын тикшереп, кәңәштәрен, тәҡдимдәрен еткерә. Был ярҙам уны талапсанлыҡҡа, йырҙың мәғәнәһенә иғтибарлы булырға өйрәтә.
Педагогия колледжын тамамлағас, Филүзә ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының Стәрле­тамаҡ филиалына уҡырға инә. Китап магазинына эшкә урынлашҡан ҡыҙ, әгәр ҙә әсәһе Ауырғазы районы үҙәгенән йорт һатып алмаһа, бәлки һаман да һирәкләп кенә сәхнәгә сығыр ине. Филүзәнең таланты хаҡында хәбәрҙар булған мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Риф Вәлиев район мәҙәниәт йортона эшкә саҡыра. Әсәһенең янында булырға теләгән ҡыҙ был тәҡдимгә ҡуш ҡуллап риза була. Яҙмышының был боролошона һис кенә лә үкенмәй ул. Мәҙәниәт бүлеге етәкселәре һәм хеҙмәттәштәре йәш белгескә белем алыр­ға, тәжрибә тупларға бар яҡтан да ярҙам итергә тырыша. Һәм тағы ла ул бында йырсы булараҡ камиллашырға ярҙам иткән Рәшиҙә Хөрмәтуллина менән таныша.
– Рәшиҙә Шәрифулла ҡыҙы ваҡытында Иҙрис Ғәзиев, Нәзифә Ҡадирова менән бергә уҡыған кеше. Үҙ эшенең оҫтаһы, әммә оялсанлығы һәм баҫалҡылығы арҡаһында эшен әллә ни күрһәтеп бармай. Уның ярҙамы менән халыҡ йырҙарын башҡарырға өйрәндем, тауышымды асты, дөрөҫ тын алырға өйрәтте. Репертуар һайлаған саҡта ла кәңәш биреп тора. Йыр сәнғәтенә ныҡлап тотоноуым – тап уның хеҙмәте. Хаҡлы ялға киткән саҡта ул үҙе етәкләгән “Умырзая” вокаль ансамблен дә миңә ышанып тапшырҙы. Уның ышанысын аҡларға тырышып, бар оҫталығымды һалып, “Хыял”ансамбленә үҙгәртеп эшләйем. Бөгөн бында төрлө йәштәге һәм төрлө һөнәр эйәһе булған ете ҡатын-ҡыҙ йырлай.
Әлеге ваҡытта Филүзә 30-ҙан ашыу йыр ижад иткән, тик уларҙың барыһын да халыҡ иғтибарына сығарыу мөмкинлегенән мәхрүм. Район мәҙәниәт йортонда һәйбәт ҡорамалдар, студия булһа ла, тауыш яҙҙырыу оҫтаһы юҡ. Шуға күрә ул йырҙарын яҙҙырыу өсөн Урал Иҙелбаев, Айҙар Хәмзин менән таныша. Йырсы Гүзәл Ғәбитова менән аралашыу ҙа Филүзәнең ижадына ҙур этәргес була.
Йәш хеҙмәткәр үҙе генә йырлап ҡалмай, Ауыр­ғазының йәш таланттарын да сәхнәгә сығара. “Ассоль” вокаль ансамблендә биш йәштән алып ун биш йәштәге балалар шөғөлләнә. Тәүге уңыштарын да татый башлаған Филүзә: ансамблдә шөғөлләнеүсе Юлиана Ғафарова “Алтын сапсан” Бөтә Рәсәй конкурсында өсөнсө дәрәжә дипломға лайыҡ булған.
– Тормошта миңә әсәйем һәр саҡ өлгө булып тора. Ул бик күп ауырлыҡтарҙы татыны. Беҙҙе, ике ҡыҙын, яңғыҙы үҫтер­ҙе, белем бирҙе. Һөнәре буйынса ашнаҡсы, әммә аҡса еткерә алмаған саҡта тәүәккәлләп, шәхси магазин асты. Өсәр эштә эшләп, фатир һатып алды. Һылыуым табип һөнәрен һайланы, әлеге ваҡытта Стәрлетамаҡ ҡала поликлиникаһында эшләй. Әсәйемә һоҡланыуым һәм рәхмәтем сикһеҙ. Киләсәктә уның кеүек хәстәрлекле, киң күңелле әсәй булырға хыялланам, – тип ҡәҙерле кешеһенә рәхмәт һүҙҙәрен дә еткерҙе Филүзә.
Ауырғазы, Байғаҙаҡовтарға сит булһа ла, үҙ итеп ҡаршы алған. Кәрәк йөрәккә бойора, тигәндәй, Филүзәгә район мәҙәниәт йортонда эш башлағас, төрлө байрамға, конкурсҡа сценарий яҙырға тура килә. Ауырғазы – күп милләтле район. Шуға ла мәҙәниәт йортонда барлыҡ саралар ҙа башҡорт, рус, татар һәм сыуаш телдәрендә үтә. Хеҙмәткәрҙәр ҙә, төрлө милләт вәкилдәре булһа ла, үҙ-ара татыу йәшәй. Башҡорт телен, әҙәбиәтен, йолаларын һәйбәт белгән ҡыҙға алып барыу­сы, ойоштороусы бурыстарын да йөкмәтәләр. Райондың ЗАГС бүлеге менән бергә башҡорт телендә никах теркәү тантаналарын да алып бара ул. Ҡыҫҡаһы, сит төбәктең үҙ итеүенә ҡыуанып, шатланып, тулы тормош менән йәшәй йырсы.

Гөлнур ҠЫУАТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға