«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Конкурстар » “Башҡорт йыры”ның йәш таланттары



21.11.2014 “Башҡорт йыры”ның йәш таланттары

Башҡорт йыр сәнғәтенең профессиональ кимәлен үҫтереү, башҡорт музыкаһын пропагандалау маҡсатында ойошторолған “Башҡорт йыры” телевизион проекты тамамланыуға табан бара. Йыл дауамында “зәңгәр экран” аша һәр тамашасы башҡорт йырҙарын тыңлап кинәнде. 35 йәшкә тиклемге йырсылар проект сиктәрендә үҙенең башҡарыу кимәлен, оҫталығын күрһәтте. Ҡатнашыусылар өсөн тулҡынландырғыс, борсолоу, шатлыҡ, хатта ҡайһылыр осраҡта күҙ йәштәре менән һуғарылған көтөү мәле тамамланыу алдында. Йыр сәнғәтебеҙҙең маһирҙары һәм оҫталары булған күренекле артистар менән бер рәттән, телепроекттың ете финалсыһы 4 декабрҙә Ҡала мәҙәниәт һарайында үтәсәк “Башҡорт йыры – 2014” фестиваленең гала-концертында ҡатнашыу хоҡуғын алды. Бөгөн уҡыусыларыбыҙҙы финалсылар менән таныштырып үтәбеҙ.

Илнур МИҒМАНОВ

“Башҡорт йыры”ның  йәш таланттарыӘбйәлил районының Таштимер ауылынан, 30 йәш. Өфө дәүләт сәнғәт училищеһын тамамлап, әлеге көндә Өфө районы Алексеевка мәҙәниәт йортонда башҡорт фоль­клор коллективы етәксеһе булып эшләй. Тауышында – моң, күңелендә – дәрт, йәнендә һаулыҡ булғанда халыҡ һөйөүен яулауҙы маҡсат итеп ҡуйған. Һирәк яңғыраған халыҡ йырҙарын өйрәнеп, концерт программаһы әҙерләргә хыяллана. “Ирәндек моңдары” конкурсында лауреат булыуы һәм “Аҡмулла йыйыны”, “Патриотик йырҙар” бәйгеләрендә еңеп сығыуы юғары кимәлдә үткән “Башҡорт йыры” конкурсында ҡатнашырға этәргес көс булған. Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университетында белем ала, Илүзә исемле Ҡырмыҫҡалы һылыуына өйләнеп, матур тормош көтәләр.


Рифмир ХӨСНӨТДИНОВ

“Башҡорт йыры”ның  йәш таланттарыӘбйәлил районының Дәүләт ауылынан. Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһында белем ала. Төрлө жанрҙағы йырҙарҙы башҡара. “Ҡош юлы” бард фестивале лауреаты. Башҡорт халыҡ йырҙарын өйрәнеү маҡсатында “Башҡорт йыры” проектында ҡатнашырға була. Ҡурайҙа ла, гитарала ла берҙәй оҫта уйнай, йырҙар ижад итә. Өйләнеп, матур бәхетле ғаилә ҡорорға хыяллана. Сер генә итеп әйтәбеҙ, ул буласаҡ кәләшен күптән күҙләп тә ҡуйған инде.

Алина ДӘҮЛӘТХАНОВА

“Башҡорт йыры”ның  йәш таланттарыСығышы менән Ейәнсура райо­нының Байдәүләт ауылынан. Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы студенты. Бөтә хыялдары ижад менән бәйле. Халыҡ һәм ретро йырҙарға өҫтөнлөк бирә. “Башҡорт йыры” конкурсына тиклем “Яҙғы тамсылар”, “Оҙон көй”, “Ирәндек моңдары”, “Гәлсәр һандуғас” конкурстарында еңеү яулап, байтаҡ тәжрибә туплаған.

Айтуған Ғәйзуллин

“Башҡорт йыры”ның  йәш таланттарыӨфө егете, 23 йәш. Дүрт йыл Мәскәү ҡалаһында музыкаль белем алғандан һуң Өфө сәнғәт училищеһын тамамлай. Хеҙмәт юлын Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында башлаған. Ижади мөхиттә тәрбиәләнеп, бала саҡтан төрлө сараларҙа ҡатнаша, халыҡ-ара конкурстарҙа еңеү яулай. Халыҡ музыка ҡоралдарының һәр төрлөһөндә юғары кимәлдә уйнай. Сыңғыҙ Юнысов һәм Светлана Насирова-Сөләймәнова шиғырҙарына йырҙар ижад итә.

Сөмбөл МОРАТОВА

“Башҡорт йыры”ның  йәш таланттарыБөрйән райо­нының Иҫке Мо­насип ауылында тыуып үҫкән, Өфө дәүләт сәнғәт училищеһын тамамлаған. Үҙен төрлө йыр жанрҙарында һы­най. Сибай концерт-театр берләшмәһе солисы. Буш ваҡытында гөлдәр тәрбиәләргә, китап уҡырға ярата. Тормошон Йылайыр егете Ғәйсәр менән бәйләгән. Киләсәктә үҙ программаһы менән Өфө сәхнәһендә сығыш яһарға хыяллана. “Оҙон көй”, “Уралым” конкурстары лауреаты, “Ирәндек моңо – 2006” еңеүсеһе. Мөҙәрис Ғизетдинов, Ғәзиз Дәүләтбирҙиндың яңы йырҙары өҫтөндә эшләй.

Сәйет БИЛАЛОВ

“Башҡорт йыры”ның  йәш таланттарыХәйбулла районының Ғәлиәхмәт ауылынан. Концерт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә. Йыл һайын яңы йырҙар менән концерт программаһы төҙөп, тамашасылар­ҙы ҡыуандырып то­рорға ниәтләй. Юғары башҡарыу кимәле һәм халыҡсан йырҙар талантты үҫтерә, тип иҫәпләй. Сибай сәнғәт колледжын тамамлап, әлеге ваҡытта Өфө дәүләт сәнғәт академияһында белем ала. “Ирәндек моңдары – 2008” кон­курсында еңеүе уға күр­һәтелгән ышанысҡа тап тө­шөрмәйенсә, ты­рышып эшләргә ҡанат ҡуйған.

Рәүеф ИҪӘНСУРИН

“Башҡорт йыры”ның  йәш таланттарыЕйәнсура районының Ибрай ауылы егете, 24 йәш. Ижади ғаиләлә тыуып үҫкән кеше булараҡ, сәнғәтте бала саҡтан уҡ үҙ итә. Әммә сәхнәгә тәүге тапҡыр 11-се класта уҡығанда ғына сыға. Тәүҙә – Өфө дәүләт сәнғәт училищеһында, әрме хеҙмәтенән һуң Өфө дәүләт сәнғәт академияһында белем ала. Ижад юлын “Өфө егеттәре” вокаль ансамблендә башлаған. Башҡорт халыҡ йырҙарын үҙ итә. Әлеге мәлдә репертуарын байытыу өҫтөндә эшләй, яңы йырҙар өйрәнә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға