«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Dan balan?.. түгел – “далан”



24.10.2014 Dan balan?.. түгел – “далан”

Dan balan?..  түгел – “далан”1999 йылда төҙөлгән «Далан» фольклор-эстрада төркөмө бөгөн филармонияның сағыу, үҙенсәлекле коллективтарының береһе һанала. Ул тиҙ арала үҙенең рухлы һәм халыҡсан йырҙары менән тамашасыларҙың һөйөүен яуланы. Ансамблдең художество етәксеһе – ижад ҡомары менән янып йәшәүсе, Башҡортостандың халыҡ артисы Артур Туҡтағолов. Ул музыка донъяһында бик күп популяр эстрада йырҙарының авторы булараҡ та билдәле. Уның йырҙарын исемдәре ҙур танылыу яулаған сәхнә оҫталары – Иҙрис Ғәзиев, Нәзифә Ҡадирова, Фәрит Бикбулатов, Фәдис Ғәниев, Миңзифа Исҡужина, Зөлфиә Шакирова, «Каруанһарай» эстрада-фольклор төркөмө һәм башҡорт эстрадаһының башҡа йырсылары яратып башҡара.

Төркөм составына килгәндә, йырсыларҙан Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Миңзифа Исҡужина, халыҡ-ара конкурстар лауреаты Искәндәр Ғәзизов, нәфис һүҙ оҫтаһы Редик Сәғитов, дәртле бейеүҙәре менән тамашасыны әсир иткән йәш бейеүсе Элина Урманшина, ҡурайсы Илнур Һибәтуллин ижад итә.
Башҡортостанда, сит илдәргә күп йөрөй төркөм. Сит өлкәләргә сыҡҡанда «Далан»дар, милләттәштәребеҙҙең өмөтө, рухы һүнмәһен тип, күберәк патриотик йырҙарҙы алып сыға.

Быйылғы ижад миҙгелендә төркөм тамашасыларға өр-яңы шоу-программа әҙерләне. Уны 26 октябрҙә филармонияның Ҙур залында киске сәғәт 7-лә тамаша ҡыла алаһығыҙ, хөрмәтле дуҫтар! Программала башҡорт халыҡ йырҙары, башҡорт, татар композиторҙарының әҫәрҙәре яңғыраясаҡ. Шулай уҡ заманса сит ил хиттары эшкәртелеп, “башҡортсалап” башҡарыласаҡ.

Йырлы-моңло тамашаға рәхим итегеҙ.

Наҙлыгөл АҘНАБАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға