«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Мәңгелек бер көнгә торошло саҡта



12.05.2010 Мәңгелек бер көнгә торошло саҡта

Бер көн Парк гөрләй. Шарҙар, сәскәләр, еңеү ленталары, ихлас йөҙҙәр, түштәре орден-миҙалдар менән ҡапланған мылтыҡ урынына таяҡ тотҡан бабайҙар һәм, быныһы бигерәк мөһим, уларҙы ипле генә итеп етәкләгән йә ҡултыҡлаған ул-ҡыҙҙар, ейән-ейәнсәрҙәр... Прези­дент килергә әле сәғәткә яҡын ваҡыт бар. Ул Мәңгелек ут янына сәскәләр һалып, батырҙар рухы алдында баш эйәсәк, хөрмәт күрһәтәсәк.
Матур йөҙлө бабайҙар була. Ундайҙарҙы, йөҙҙәре нурҙай балҡый, тиҙәр. Парктың ауыҙын үтеү менән шундай нурлы, түбәтәйле ветеран күҙемә салынды. Нисектер нурлы кешегә күңел үҙе ылыға бит.
– Кәйефтәрегеҙ нисек, ветеран?
– Байрамса.
Танышабыҙ. Хәмит Хәбибулла улы Хәлитов, 1925 йыл­ғы. 18 йәшендә, йәғни 1943 йылда фронтҡа алынған. 44-тә ҡаты яралана. Еңеү хәбәрен Өфөлә хеҙмәт армияһында ишетә.
– Һуғыш төшөгөҙгә инәме? – тим, ҡыҙыҡһынып.
– Хәҙер юҡ. Ваҡыт үҙенекен итә. Яраланып, госпиталдә ятҡанда йыш инде, этләтте прәме. Өн менән төш буталып киткән саҡтар ҙа була торғайны.
– Һуғыш тиһәләр, нимә күҙ алдығыҙға баҫа һуң? – ветерандың яраларын ҡуҙғатырға батырсылыҡ итәм.
– Улай уҡ батырлыҡ та күрһәтмәгәнмендер, тик шулай ҙа һәр һалдат кисергәнде кисерҙем. Белоруссия ерендәге мейес мөрйәләре генә һерәйеп көл-күмергә ҡалған ауылдарҙы күреп, күҙемдән йәштәр сыҡты, дошманға нәфрәтем артты. «Ни шагу назад!» тигән бойороҡ бар ине, өмөтһөҙ саҡта ла, ҡотолғоһоҙ хәлдә лә, әжәл тырнағы менән боғаҙға килеп йәбешкәндә лә артҡа ҡараманыҡ. Шулай барҙыҡ Еңеүгә. Ышанып барҙыҡ.
– Бөгөнгө көнөгөҙ менән ҡәнәғәтһегеҙме? Еңеүҙең 65 йыллығын күрә алыу бәхет инде, – тим. Үҙемдең, бабайҙың йылмайыулы йөҙөнә ҡарап, ыңғай яуап ишетеүемә шигем дә юҡ. Ә ул:
– Сабыр ит әле, улым. Еңеүгә тағы бер көн бар. Бер көн... Беҙҙең йәштә, һуғыштағы кеүек, һәр көн, һәр сәғәт ҡәҙерле, – тип әйтте. Уфтанмайса әйтте. – Донъям менән ризамын, иғтибар күрәбеҙ. Тик шуныһы, минең йылғылар үлеп бөттө, әбейҙәр бар ҙа, ә һөйләшеп ултырырға ирҙәр юҡ.
Бер көн... Ваҡыт-хакимды һинән дә һәйбәтерәк аңлаған, һанлаған кеше юҡ бөгөн, Хәмит бабай. Бөгөн генәме?.. ҡабаланма, ветеран, еңеүле яҙҙарың күп булһын. Нурлы йөҙлө бабайҙар матур була ул. Борсолоу-һыҙланыу­ҙарын ана шул яҡты нур ҡаплап, яйлап торғанғамы?..

«Нишләп һине
үлтермәнеләр?»
Арыраҡ үтәм. Илгәҙәк кенә бер ҡарт эйелеп, ике кескәй генә ҡыҙға йылмайып ниҙер һөйләй. Самаһыҙ дәртле икәне бар кәүҙә тотошонда һиҙелгән кеүек.
– Ейәнсәрҙәрегеҙме? – тим, һүҙ бәйләнмәҫме тигән өмөт менән.
– Мәктәптәрҙә осрашыуҙарҙа йыш булам, уҡыусылар шулай танып, килеп хәлемде белешеп китә. Үҙең ҡайһы яҡ егете? – әйтәм бит бик дәртле бабайға оҡшаған.
– Ғафуриҙан.
– Бына һиңә, һуғыштан һуң 1948 – 51 йылдарҙа Краноусолда лесничий ярҙамсыһы, райком комсомолында секретарь булып эшләп киттем.
– Бер һуҡмаҡтан йөрөгәнбеҙ икән, – тигән булам, һүҙҙе дауам итеп. – Ә Еңеү көнөн ҡайҙа ҡаршы алдығыҙ һуң?
– Һуғышҡа мин ҡырҡ икенең авгусында Сталинград алышы ҡыҙған мәлдә алындым. Өсөнсө Украина фронтында булырға яҙҙы. Курск дуғаһында ҡатнаштым. Харьков, Донбасс, Днепр тарафтарында минең дә итек эҙҙәре бар.ҡырҡ өстә Кривой Рог эргәһендә ҡаты яраланып, оҙаҡ госпиталдә ятҡас, тыуған еремә, Татарстанға, Лениногорск районының Кәркәле ауылына ҡайтып төштөм. Еңеү таңы... Был көндөң шатлығын да, ғазабын да һөйләп кенә аңлатырлыҡ түгел. Һуғыштың һәр көнө – үлем. Еңеү ана шул үлемгә сик ҡуйыу ине беҙгә, барыбыҙға.
Иптәш егет менән, ул да яуҙан яраланып ҡайтты, төнө буйы эшләнек тә, таңға ҡарай уларға инеп яттыҡ. Иптәштең әсәһе, балалар тороғоҙ, Еңеү килде, тип беҙҙе уята. Ә беҙҙең үлеп йоҡо килә. Уның хәбәрен ишетмәйбеҙ ҙә. Беҙ еңгәнбеҙ, Еңеү, тип ҡабатлағас, икебеҙ ҙә атылып килеп торҙоҡ, бит йыуып тороу ҙа юҡ, силсәүит йортона йүгерҙек. Унда халыҡ шау-гөр килә, илаша ла, йырлаша ла. Кантурҙың ике өҫтәлен күтәреп килтереп сыҡтылар. Кемдер бешкән бәрәңге, кемдер һөт-ҡаймаҡ, кемдер йомортҡа... тиҙ генә табын әҙерләнек. Әсерәге лә табылғандыр. Ялҡынлы сығыштар ҙа, йөрәккә үтерлек йырҙар ҙа булды. Шуныһы хәтеремдә: оло шатлыҡ менән бергә эргәбеҙҙә һәр саҡ әсе һағыш, әрнеш өйрөлдө.
– Һуғышты онотоп булмайҙыр?
– Миңә хәҙер 86 йәш. Әҙ ғүмер түгел был. Беҙ, танковый десант, разведкаға киттек. Мин – командир. Засадаға эләктек. Тегеләрҙең тәүге атҡан пуляһы уҡ ҡорбанға килтерҙе. Бер һалдатым үлде, берәү яраланды. ҡайттыҡ. Отделение командиры мине һүгә: «Почему тебя не убили?» Аҡыра. Мөмкин булһа, үҙ күкрәгем менән ҡаплар инем дә, ундай мөмкинлек тә булманы. ҡапыл ғына килеп сыҡҡан хәл булды. Яҙмыш, тәҡдир шулай, тип аңлатып булмай бит инде. Шуға, улым, командирҙар һалдаттарҙы йәлләмәй үлемгә алып барған, тип яҙһалар, ышанма. Людей берегли как зеницу ока, күҙ ҡараһы кеүек һаҡланыҡ. Һәр һалдат ҡәҙерле булды. Шунһыҙ булмай ҙа. Беҙ үҙ-ара туған ғына түгел, йәндәштәр ҙә инек... – ҡаһарман яугир Илгиҙәр Ғариф улы Хәйеровты тыңлағанда, мин ҡапыл уның күҙҙәренә ҡарап алам. Унда тәрән һағыш менән бергә, остоҡ ҡына булһа баяғы үлгән һалдаттың йәнен дә күргәндәй булам.

Олатайым рухы
Батырҙар аллеяһына юлланам. Асыласаҡ бюстарҙы күрмәксе инем, улар әлеге аҡ сепрәккә уралған. Аҡ биләү ҙә, морон төртөр аҡ йомортҡа ла, аҡ кәфенлек... төрлө уйҙар бутала башта.
Геройҙар исемлеге яҙылған гранит таштар янында «Молодая гвардия» футболкаларында ҡыҙҙар-егеттәр, һәр береһе портрет тотоп, теҙелеп баҫҡан. Беренсе булып баҫып торған етди йөҙлө ҡыҙға өндәшәм.
– Кемдең портреты был?
– Олатайымдыҡы. Әхмәтхан Мәмбәтов, Хәйбулла районынан, – был етди йөҙлө ҡыҙ ил ағаһы, күренекле шәхесебеҙ Миҙхәт Мәмбәтовтың ҡыҙы Гөлназ булып сыҡты. БДУ-ның хоҡуҡ институты студенты икән.
– Хөрмәт күрһәтеү билдәһеме?– тип һорайым, сафҡа теҙелеп баҫҡан тиҫтер­ҙәренә ҡарашымды төбәп.
– Эйе. Беҙ үҙебеҙҙең ата-бабаларыбыҙҙы, уларҙың данлы үткәнен онотмайбыҙ. Уларҙың ни өсөн ҡорбан булғанын һәйбәт аңлайбыҙ. Йәл, лайыҡлы алмаш үҫеп еткәнен улар араһында күптәре белмәй. ҡорбандар, бөгөнгө көнгәсә етә алмаусылар... Етһәләр, ни өсөн һуғышҡандарын аңлап, күреп һөйөнөр­ҙәр ине.
– Ә һеҙҙең олатайығыҙ?
– 1941 йылдың ноябрендә һуғышҡа алына. Данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында дошманға ҡаршы ал-ял белмәй алышыуы күңелемдә ғорурлыҡ тойғоһо уята. Хаттары һаҡлан­ған. Унда ул балалары өсөн, ил өсөн борсола, тик һис кенә лә зар юҡ. Шуға хайран ҡалдым, үлеп ҡалһам, тигән һүҙҙәр юҡ. Ул иҫән-һау йөрөп, еңеп ҡайтырмын, тип ныҡ ышанған, буғай. Шулай оптимист булған олатай. 1942 йылдың ноябрендә Сталинград һуғышында батырҙарса һәләк була.
– Тимәк, атайың...
– Эйе, олатайым ил-йорт менән хушлашып яуға киткәндә атайыма ни бары өс ай ғына була. Ул да, беҙҙең кеүек, атаһының йөҙөн ошо һүрәт аша ғына белә. Ошо һүрәт аша ул атаһы менән һөйләшкән, серләшкән, кәңәшләшкән... Ул йәһәттән беҙ күпкә бәхетле, атайыбыҙ эргәлә.
Һөйөндөм был ҡыҙҙың һүҙҙәренә, тимәк, хәтер, изге хәтер йәшәйәсәк әле. Ярай ҙа, аҡыллы ир уҙаманы Миҙхәт ағай тыуып өлгөрөп ҡалған, тигән балаларса керһеҙ уй ҙа оялап ҡуйҙы күңелдә. Ә тыумай ҡалғандары... ҡорбан булған батыр ир-улдары менән бергә тыуасаҡ балалар, алға барасаҡ, илде күтәрәсәк быуын яуҙа ятып ҡалманымы? Улар ҙа – һуғыш ҡорбандары.


Яңы һәйкәлдәр
ҡапыл ғына халыҡ хәрәкәткә килде. Берҙәм генә оло юлға өймәкләшә башланы. Тимәк, республика етәкселеге килеп еткән.
– Рәхимовты күреп ҡалайым әле, – тип, кемдер алға ынтыла, кемдер аяҡ осона баҫып ымһына. Һаҡсылар ҡаты, артыҡ үткәрмәйҙәр. Баҫыуҙары ныҡлы, бәһлеүән кәүҙәһен еңел йөрөтә, шөкөр, ил етәксеһенең кәйефе лә көр. Президент халыҡҡа, ветерандарға ҡарап ҡул болғай, байрам менән, тип яуаплайбыҙ.
– Ул да һуғыш ауырлығын күргән инде, шуға халыҡ хәленә инә белә лә, – кемдер шулай тип ҡуйҙы. Ысынлап та, Мортаза Ғөбәйҙулла улы 45-тең 9 майын яҡшы хәтерләй торғандыр әле. Их, үҙенән һорағанда...
Матросов-Мөхәмәтйәнов менән Ғөбәйҙуллин һәйкәле ҡаршыһындағы Мәңгелек ут янына Президент күркәм венок ҡуйып, бөйөк яуҙа еңеп ҡайтҡан, иле өсөн утҡа ингән яугирҙар, уларға тылда ныҡлы терәк булған башҡалар рухы алдында баш эйә, бөтә Башҡортостан халҡы исеменән хөрмәт күрһәтә. Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев ҡәберенә зыярат ҡылына.
Геройҙар аллеяһына юлланабыҙ.
– Беҙ бөгөн хәтерҙә ҡалыр ваҡиғаға шаһитбыҙ. Башҡорт халҡының легендар ике улына Мәңгелек уттан алыҫ түгел ерҙә һәйкәл асыла. Батырҙарыбыҙҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү менән бергә, беҙҙең ғорурлығыбыҙ булған Волганан алып Эльбағаса барып еткән Башҡорт кавалерия дивизияһына, данлы ла, шанлы ла тарихыбыҙға хөрмәт тә күрһәтәбеҙ. 78 Советтар Союзы Геройы биргән данлыҡлы дивизиябыҙ кеүек батырлыҡтар күрһәткән хәрби берләшмәләр (соединение) юҡ һуғыш тарихында. Геройҙар аллеяһы башында легендар генералдар – Миңлеғәле Шайморатов менән Таһир Күсимовтарҙың һәйкәле урын алыуы тәбиғи ҙә. Улар һаман да яуҙаштарын әйҙәп алға барғандай, – Президенттың телмәрен халыҡ тын да алмай тыңланы.
ҡапыл залп менән автоматтан атҡан тауыш ҡолаҡты ярып үтте. Кешеләр терт итеп ҡалды. Был тертләү быуындарҙы йомшартты, йөрәкте тетрәндерҙе. Нишләйһең, таныш тауыш түгел шул... беҙгә. Ветерандарға ғына алыҫ йылдар ауазы булып яңғырамаһа. Улар араһында ла ҡыйшайып-ҡыйшайып киткәндәр булды.
Аҡ япмалар алына. Һәйкәлдәр ҡалҡа. ҡорос ҡарашы менән ғорур Шайморатов баға. Ә Күсимовтың йөҙөндә йылылыҡ менән бергә ышаныс балҡығандай. Һәйкәл авторҙары Владимир Дворник менән Дамир Мәғәфүров генералдарҙы хәрби кейемдә биргән.
– Геройҙарҙың йөҙөн, ҡиәфәтенән тыш, эске донъяһын белер, аңлар өсөн күп әҙәбиәт менән танышып сығырға яҙҙы, – тип һөйләй Владимир Дворник. – Икеһе лә – һоҡланғыс шәхестәр. Илдең ысын патриоттары, ысын генералдар. Хәтерләүҙәр менән бергә, Шайморатовтың һаҡланған фотоларына күберәк иғтибар бирҙек. Салауат Таһирович үҙе, йыш ҡына килеп, эш барышы менән танышып барҙы. Ул был ҡорос һында бигерәк тә атаһының эске донъяһын, ихласлығын, киң күңеллелеген, хәрбиҙәрсә сая булыуын күргеһе килде. Уларҙы беҙ ысын кавалерист итеп күрһәтергә ынтылдыҡ.
112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының ветерандар советы рәйесе, генерал Шайморатовтың ике туған ҡустыһы Әсхәт Ғәҙелшин, Президентҡа, һәйкәл ҡойоусыларға рәхмәт белдереп, геройҙарыбыҙҙың батырлығы ла, илгә тоғролоғо ла халыҡ күңелендә мәңге һаҡлана, тип билдәләне.
Генерал Күсимовтың улы, күренекле дәүләт эшмәкәре Салауат Таһир улы халыҡ араһында атаһына оҡшаған бәһлеүән кәүҙәһе менән былай ҙа айырылып торғанғамы, мин уға йыш ҡына иғтибар итә бирҙем. ҡулдары ҡалтыранғанын, йыш ҡына юҡтан ғына костюмын рәтләп, һыпырып алғанын шәйләнем. Тулҡынлана. Генерал улы булыуы ла еңел түгел.
– Тулҡынланыу менән бергә, күңел күтәренкелеге кисерәм, – тине ул. – Шөкөр, бына улар тағы ла икеһе бергә, ике генерал бер-береһенә иңдәш булып бергә ҡалҡынды, бергә саф алдына баҫты. Бәхетме был, яҙмышмы инде был.
Бәхетле яҙмыш, тип юрайыҡ беҙ. Шундай улдары булған халыҡ бәхетле – быныһы бәхәсһеҙ.

Иҫләйем! Онотмағыҙ!
Һәйкәлдәр янына кешеләр эркелешеп килеп етте. Оҙаҡ ҡына Шайморатовтың йөҙөнә бағып торған ветеранға өндәшәм.
– Оҡшағанмы генералға?
– Оҡшаған, бик тә оҡшаған. ҡарашын бик үткер бирһә лә, бик изге күңелле, һалдаттары өсөн йәнен бирергә әҙер командир булды. Үҙе әрһеҙ ине, өркәктәрҙән булманы. ҡылысын болғап, яуға әйҙәй торғайны.
– Кем булаһығыҙ үҙегеҙ?
– Төхфәт Ниғмәтулла улы Фәтҡуллин, Белореттан үҙем, хәҙер ҡариҙел райо­нының Муллаҡай ауылында торабыҙ.
Шул ваҡыт сал сәсле олпат ҡына апай һүҙгә ҡушылды.
– Демала дивизияға ҡыҙыл байраҡ биргәндә булдығыҙмы, иҫләйһегеҙме? – Төхфәт бабай насар ишеткәнгә тағы һорауҙы ҡабатлайбыҙ.
– Иҫләйем, Ибраһимов бирҙе Шайморатовҡа.
Апайҙың йөҙҙәре балҡып китте:
– Ана шул Ибраһимовтың ҡыҙы мин. Рәхмәт һеҙгә.
БАССР Юғары Советы Президиумы Рәйесе Рәхим Ибраһимов 1942 йылдың 23 мартында, Башҡортостандың тыуған көнөндә, дивизияға хәрби байраҡ тапшыра – был тарихи факт.
Мирра Рәхим ҡыҙынан атаһы, Еңеү көнө хаҡында һорашам.
– Атайым, дәүләт эшмәкәре булһа ла, бик ябай ине. Күсимов менән бик дуҫ булды, бик яратты үҙен. Һуғыштан һуң аралашып йәшәнеләр. Уны, молодой орел, тип кенә йөрөттө.
– Ә Шайморатовты?
– Бәләкәй булғас, бик иҫләмәйем. Уға бик ышаныс менән ҡарағанын беләм... ә... настоящий военный, ти торғайны уның тураһында.
– Еңеү көнө нисек хәтерегеҙҙә ҡалған?
– Был көндө көнбағыш һатманылар, ә услап-услап кеҫәгә һалғандары иҫтә ҡалған, бушлай. ҡыҙыҡ... Урам тулы халыҡ, илаусылар ҙа, йырлаусылар ҙа бөтәһе бергә. Өйҙә телефон тынманы был көндө. Атайым трубканы ала ла, һәр ҡотлаусыға рәхмәт әйтеп, килегеҙ, беҙгә килегеҙ, тип саҡыра. Шатлығы эсенә һыймай ине атаҡайымдың.
«Генералдар» янына килеп фотоға төшөүселәр күбәйҙе. Төхфәт бабай янына тағы ике ветеран килгән. Үҙ-ара аралашалар.
– Хәбиров полкында булдым, – ти Төхфәт бабай.
– Артиллерия инде, тимәк, ҡайҙарғаса барып еттең?
– Берлинда туҡтаттым һуғышты.
Мыйыҡлы берәүһе бик шаян да күренә.
– Бранденбург ҡапҡаһын туҡылдатып-нитеп тормай асҡан, Эльбала ат эсереп, эйәрҙә ҡайтып төшкән һалдат мин, – тип, мыйығын һыпырып ҡуя. Василий Теркин, Үлмәҫбайҙарҙы ошондай йор һүҙлеләр тыуҙырғандыр ҙа, тип уйлап алам.
– Әбей үлгәс, тормошҡа сыҡтым Өфөгә, – тигәс, бабайҙар ихлас көлә. Хатта үҙҙәрен арҡаларынан һөйөп яратҡы килә.
– Дивизиянан нисә кеше иҫән икән әле? – урта йәштәрҙәге ир килеп ҡушылды һөйләшкә.
Баяғы «мыйыҡ» та, ҡыҙыҡ та бабай – тамырҙары менән Мишкә районынан булған Ғәбделхәй Әхәт улы Зарипов – яуапланы:
– 17 кеше ҡалған, тиҙәр, дөрөҫ булһа. Өфөлә өсәүбеҙ. Уның да ходя­чий­ҙары икәү генә.
– Минең олатай ошо дивизиянан, Морат Ғәлләм улы ҡужаҡов. Таһир Күсимовтың полкташы.
– Герой түгелме һуң? – кемгәлер исем-заты таныш күренде булыр.
– Эйе. Көйөргәҙенән, Морап­талдан ине.
Танышабыҙ – Радик Бирҙин, отставкалағы полковник. Үҙе лә һуғышта булып өлгөргән, юҡ, Германияла түгел, Афғанстанда.
– Герой олатам өлгөһөндә үҫкәс, үҙем дә хәрби юлын һайланым. Тормошома үкенмәйем, ата-олатайҙар юлын лайыҡлы үтә алыуыма шатҡынамын. Генерал Күсимов ауылыбыҙға, олатай янына йыш килеп йөрөнө, уның да шауҡымы булғандыр инде. Әсәйем яғынан бабайым Шәһит Туҡаев та хәрби кеше, шулай уҡ полковник.
– Туҡаевтарҙы беләм мин, Көйөргәҙенән бит улар, – беҙҙең әңгәмәгә бер ҡатын ҡушыла.
– Һеҙ ҡайҙан, Көйөргәҙенәнме әллә? – Радик ҡыҙыҡһынды.
– Эйе, Кинйә­абыҙҙан. Сәлмән Ғәлиәхмәт улы Биктимеровтың ҡыҙы.
– Бына һиңә бөгөн осрашыу, ул да беҙҙең район Геройы, – Радик һөйөнөп китте.
– Кинйәабыҙҙан, мәшһүр Кинйәнән башҡа, өс Советтар Союзы Геройы сыҡҡан түгелме һуң? – мин дә белгәнемде әйтергә ашығам. Данлыҡлы ауылдар бар шул. Радикты фотоға төшөргә саҡырып алдылар. Әнисә апай атаһын иҫкә төшөрҙө:
– Атайым 1971 йылда үлде. Миңә ул саҡта ете генә йәш ине. Атай наҙын бик күреп үҫмәһәм дә, уның йылыһын, данын белеп буй еткерҙем. Генерал Күсимовтың беҙгә лә килеп йөрөгәнен иҫләйем, атайым менән бергә төшкән фотоһы ауылда музейҙа һаҡлана.
«Советская Башкирия» тигән фильм ҡулыма килеп эләкте, шунда атайым да бар. ҡырҡ һигеҙенсе йылда төшөргәндәр. Герой Хәсән Нәзир улы Ғайсин менән баҫыу юлынан киләләр. Шул кадрҙарҙы ҡарайым да ни тиклем атайымды һағынғанымды аңлайым. Ул олпат та, мөһабәт тә.
Авиация университетында уҡыһа ла, былтыр улым әрмелә йөрөп ҡайтты. Герой ейәне була тороп, армиянан ҡасып ҡала алмайым, ти. Часынан рәхмәт хаттары алып ҡыуандыҡ.
– Минең атайым тураһында ла яҙығыҙ әле. – Өлкән йәштәрҙәге ҡатынға ҡарайым. – Заһит Ғосман улы Ғосманов, Дүртөйлө районынан. Ул 1942 йылда һуғышҡа киткәндә алты айлыҡ булып ҡалғанмын. Атамдың ғүмере бөтмәгәндер, Польша ерендә, Люблин ҡалаһында ҡаты яраланып, ҡайтты. Окопта саҡта немец танкыһы өҫтөнән үткән. Ярай ҙа үлмәгән. Ғүмер буйы Ленин исемендәге колхозда тракторсылар бригадиры булып эшләне. 1983 йылда вафат булды. Ул үлеп, күп ваҡыт та үтмәне, «За отвагу» тигән миҙалы килеп тапты. Бик үкенесле булды.
– Байрамға атайығыҙҙы иҫкә алырға килдегеҙме?
– Байрамда ғына түгел, атайымды көн дә иҫләйем. Улар быға лайыҡ, – ҡатындың күҙенән йәш атылып сыҡты.
Һәйкәл янында йәнлелек тынманы. Кемдәрҙер һаман фотоға төштө, кемдәрҙер сәскә һалды, кемдәрҙер тын ғына генералдарҙың һынына баҡты, яҙыуын уҡыны. Бер малай атаһынан һорап ҡуйҙы:
– Атай, Шайморатовҡа Герой исеме бирмәгәндәрме ни?
Атаһы зирәк булып сыҡты:
– Ул былай ҙа герой, ул былай ҙа командир бит!
ҡайтырға сыҡтым. Хәрби дан музейы янында билдәле журналист, тарихсы, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге хөкүмәт премияһы лауреаты Фәрит Вахитов тап булды. Ғүмер буйы ошо һуғыш хаттары, геройҙары, ваҡиғалары менән янған, тиҫтәләгән китап сығарған шәхестең ҡыуанысы йөҙөнә сыҡҡайны. Һәйкәлдәр өсөн шатлана ул, ниһайәт, ил улдары халыҡ алдына баҫты, тип һөйөнөүе. Һәр һүҙен дәлилләп һөйләп өйрәнгән тарихсы был юлы ла хәбәрен теҙҙе:
– 112-се дивизияның данын Рәсәйҙә лә, Украинала ла, үҙебеҙҙә лә ярайһы уҡ шаулаттыҡ. Тағы ла данын күтәрербеҙ, иҫән булһаҡ. Рейхстагҡа беренсе булып байраҡ ҡаҙаған башҡорт егете Ғази Заһитовтың да данын ҡайтараһы бар. Хәрби энциклопедияларҙа хәҙер уны, исемһеҙ һалдат ҡаҙаған, тип яҙалар, хатта беҙ тарихтан өйрәнгән Егоров менән Кантарияны иҫкә лә алмайҙар. Ә бына Мәскәүҙәге Үҙәк Хәрби музейҙың билдәле Еңеү залында 150-се уҡсылар дивизияһының байрағы ҡуйылған һәм биш фамилия – капитан Валентин Маков, өлкән сержанттар Ғази Заһитов, Алексей Лисименко, Александр Бобров һәм сержант Михаил Минин – иң беренсе булып Рейхстагҡа байраҡ ҡаҙаны, тип алтын хәрефтәр менән яҙып ҡуйылған.
Һиҙә-күрә йөрөйөм, беҙҙең геройҙың исемен үҙҙәренә тартып алырға йөрөүселәр ҙә бар. Күршеләрҙе әйтәм. Шуға йоҡлап ҡалмайыҡ...
ҡайтырға сыҡтым. Аҡ ҡайынлы, ныҡлы ҡарағаслы парк байрам кейемендә, байрам кәйефендә оҙатып ҡалды.

Мөнир ҡУНАФИН.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.





Фото: ИА «Башинформ»


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға