RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Мәҙәниәт йылын нисек ҡаршылайһығыҙ?

17.01.2014 Мәҙәниәт йылын нисек ҡаршылайһығыҙ?

Был һанда Мәҙәниәт йылы уңайынан сәнғәт вәкилдәренең фекерҙәрен белешергә булдыҡ.

Гөлназ ЙЫҺАНШИНА, Баймаҡ районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы:
– Мәҙәниәт йылын районда декабрь айында уҡ асып ебәрҙек. Тантана рәсми өлөштән һәм төбәк-ара, республика конкурстарында еңеүселәрҙең ҙур байрам концертынан торҙо. Бына-бына беренсе фестивалде башлап ебәрәсәкбеҙ. Ул оло йәштәгеләр өсөн ойошторолоп, “Мин яратам һине, тормош!” тип атала һәм ауыл биләмәләре араһында уҙасаҡ. Шулай уҡ яҡын көндәрҙә йыл һөҙөмтәләрен барлау, Баймаҡ ҡалаһына 75 йыл тулыу айҡанлы баҫылып сыҡҡан энциклопедияның исем туйын билдәләү, Юлай Ғәйнетдиновтың юбилейын ҡаршылау һәм башҡа сараларға әҙерлек бара. Быйыл бик күп конкурс, бәйге уҙасаҡ, республика кимәлендә уҙған ярыштарҙың береһенән дә ситтә ҡалмаҫҡа тырышасаҡбыҙ һәм грант яулауҙы оло маҡсат итеп ҡуйғанбыҙ.

Айбулат РӘХМӘТУЛЛИН, Нефтекама дәүләт филармонияһы директоры урынбаҫары:
– Мәҙәниәт йылында мәҙәни тормош ҡына йәнләнмәһен, ә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә лә иғтибар артһын, тип теләйем. Сәнғәт кешеләре тормош тарафынан һис тә иркәләнмәй, бәләкәй эш хаҡына, ятаҡтарҙа, кеше тупһаһында көн итергә мәжбүр. Төрлө һауа шарттарында, һыуыҡ мәҙәниәт йорттары буйлап оҙайлы гастролдә йөрөү артистың һаулығын да бөтөрә. Тәү сиратта хеҙмәт хаҡын арттырыу, фатир мәсьәләһен хәл итеү кеүек бурыстар үтәлһен ине.

Артур БӘШӘРОВ, хәбәрсе, Салауат ҡалаһы:
– Беҙҙә йылдарҙы ниндәйҙер өлкәгә, темаға бағышлау йолаға әйләнде, әллә ни ҙур эштәр башҡарылмаһа ла. Мәҫәлән, уҙған йыл Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы булды, тик тәбиғәткә ҡарата ҡараш ыңғай яҡҡа үҙгәрҙе тип әйтеп булмай. Экологияға ныҡ зарарлы булғанлыҡтан, баш ҡала янында сәнәғәт предприятиеһын төҙөүгә халыҡтың күпләп ҡаршы сығыуы ла аныҡ һөҙөмтәгә килтермәне. Шулай ҙа, мәҙәни тормош өсөн, проекттарға, программаларға аҡса күберәк бүленәсәк, тигән һүҙ бит был. Журналистар ҙа иғтибар үҙәгенән ситтә ҡалмаһын ине.

Илшат САБИТОВ, БР Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры урынбаҫары:
– Быйыл дәүләттең мәҙәниәткә йөҙ менән боролоуы ҡыуаныслы күренеш. Мәҙәниәт йылында башҡарылған файҙалы эштәр кәмендә киләһе тиҫтә йылға етерлек нигеҙ һалһын, мәҙәни усаҡтарға яңы һулыш бирһен, халыҡ сәнғәткә оло иғтибар бүлеп, үҙенең эске культураһын үҫтереүгә лә ирешһен, тип теләйем. Милли-мәҙәни ойошмалар йәшәйешенә яҡшы шарттар булдырыу – Халыҡтар дуҫлығы йорто эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше. Һәр милләт вәкиле үҙен йәшәгән иленә кәрәкле кеше итеп тойорға тейеш. Бының өсөн халыҡты төрлө мәҙәни өлкәләргә йәлеп итеүҙе маҡсат итеп ҡуйғанбыҙ, сөнки сәнғәт аша милләттәрҙең төп традициялары һаҡлана һәм дауам итә.
Бөйөк Конфуцийҙың ошондай һүҙҙәре бар: “Һәр дәүләттең тарҡалыуы уның музыкаһы юҡҡа сығыуҙан башлана. Саф һәм моңло музыкаһы булмаған халыҡ үлемгә хөкөм ителгән”. Эйе, мәҙәниәт һәр саҡ модала булырға тейеш. Был – дәүләттең төп бурысы. Ә иң мөһиме – халыҡтың үҙенең мәҙәниәтле булыуы, әҙәп, әхлаҡ ҡанундарын күҙәтеүелер. Был хаҡта берәү ҙә оноторға тейеш түгел.

Л. ҒӘЛИМЙӘНОВА яҙып алды.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы


Йырҙарынан йәндәр таба дауа

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йырҙарынан йәндәр таба дауа


Республика байрамына оло бүләк

13.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Республика байрамына оло бүләк


«Бар донъяны бүләк итер инем...»

08.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бар донъяны бүләк итер инем...»